Эстәлеккә күсергә

Эстония украиндары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Эстония украиндары (укр. Українці Естонії, эст. Eesti ukrainlased) — Эстония илендә йәшәгән иң ҙур милли аҙсылыҡтарҙың бере. Һуңғы халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәренә ярашлы Эстониялағы украиндарҙың һаны 22 000 самаһы. Шулай итеп, украиндар Эстонияның өсөнсө иң ҙур этник төркөм булып һанала.[1][2] Эстония украиндарының күбеһе Таллинн ҡалаһында һәм Харьюмаа, Тартумаа, Пярнумаа өйәҙҙәрендә йәшәп ята.

Һаны һәм йәшәгән ерҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эстон һәм урыҫ халыҡтарынан ҡала, украиндар Эстонияның өсөнсө иң ҙур этник төркөмө була. Алдағы халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәренә ярашлы, украин сығышлы кешеләрҙең һаны 28 меңдән ашҡан, шуларҙың 4 мең самаһы Украина гражданлығына эйә булған. Украин сығышлы кешеләрҙең күбеһе — эшселәр, урта махсус белем эйәләре. Компакт рәүештә Эстонияның иң эре ҡалаларында йәшәйҙәр (Таллин, Тарту, Пярну, Маарду). Бынан тыш, украиндарҙың күбе илдең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә (Нарва, Силламяэ, Кохтла-Ярве, Йыхви ҡалалары) йәшәп ята, шул ерҙәргә улар совет заманында уҡ йүнәтелгән булған. Ошо ерҙә йәшәгән украиндарҙың күбеһе химия сәнәғәте белгестәре һәм шахтёрҙар.[3]

Эстонияның украин ойошмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эстонияның украин диаспораһын егерменән ашыу милли-мәҙәни йәмғиәт берләштерә. Ҡайһы берҙәре үҙ аллы эшләп килә, башҡалар иһә Эстония Украиндары Конгресы һәм Эстониялағы украин ойошмалары ассоциацияһына инә. Ойошмаларҙың төбәк кимәлендәге бүлексәләре ғәҙәттә 50-70 тирәһе ағзанан тора.

Ойошмаларҙың барыһы ла мәҙәниәт һәм белем өлкәләрендә эш алып бара. Украин телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлау маҡсатында концерттар, күргәҙмәләр, Украина тарихына арналған лекциялар, эстәлекле даталарға арналған әҙәби-мәҙәни кисәләр һәм башҡа саралар ойоштрола. Үрҙә аталған йүнәлештәрҙә эшләгән берҙән-бер ойошма булып күп йыл буйы Эстония украиндары ерлеге (Українське земляцтво Естонії) торған. Ул 1988 йылда барлыҡҡа килгән, тәүге етәксеһе — Вира Конык, 2017 йылдан бирле уны Евген Цыбуленко етәкләй).[4] Был ойошманың эшмәкәрлеге 2001 йылда Украинаның Министрҙар кабинетының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

2002 йылда Эстония украииндары ерлеге яңы барлыҡҡа килгән Эстония украиндары конгресы (Конгрес українців Естонії, етәксеһе — Вира Конык) составына ингән. Хәҙерге ваҡытта конгресҡа 10-дан ашыу ойошма инә, шул иҫәптән: Эстонияның украин ҡатындары берләшмәһе (Союз українок Естонії; 1998 йылдың һөтайында барлыҡҡа килгән, етәксеһе — Лилия Чикальська), «Пласт» скауттар ойошмаһы (2002 йылда барлыҡҡа килгән, етәксеһе — Богдан Лютюк) һәм «Днипро» спорт клубы (2003 йылдан эшләп килә, етәксеһе — Сергий Ищенко), шулай уҡ Ида-Вирумааның украин ойошмаһы (2000 йылдан эшләп килә, етәксеһе — Нина Дьяченко), Маарду ҡалаһының «Стожары» украин мәҙәни-ағартыу берләшмәһе (2000 йылдан, етәксеһе — Леонид Чупрына), Раквере ҡалаһының «Барвінок» украин ойошмаһы (2004 йылдан эшләй, етәксеһе — Татьяна Ліндберг), Ойзу ҡалаһының «Смерічка» украин ойошмаһы (2003 й., етәксеһе — Анна Лоовили),  Нарва ҡалаһының украин ойошмаһы (1996 й., етәксеһе — Галина Малярова), Пылва ҡалаһының украин ойошмаһы (2004 й., етәксеһе — Лилиана Черепаха).

Быларҙан тыш, илдә Украин Грек-Католик Сиркәүенең бер мәхәлләһе (приходы) һәм украин мәҙәниәте үҙәге (етәксеһе — Анатолий Лютюк) бар. Сиркәүҙә йәкшәмбе мәктәбе, халыҡ кәсептәре мәктәбе, шулай уҡ китапхана эшләй.

2007 йылдың урағайында (авгусында) Таллиндағы Украин мәҙәниәте үҙәгенең етәксеһе вазифаһын биләгән рәссам А. Лютюкҡа Украинаның дөньялағы абруйын нығытыуға индергән өлөшө, тарихи һәм хәҙерге ҡаҙаныштарын популярлаштырыу өсөн, Украинаның бойондороҡһоҙлоғоноң 16 йыллығы уңайынан Украинаның атҡаҙанған рәссамы маҡтаулы исеме бирелде.

Эстония украиндары конгресына ингән ойошмалар эргәһендә «Эхо» ҡатындар вокал төркөмө (1989 йылдан, етәксеһе — Раиса Демчук), «Мрія» хоры (1998 йылдан, Таллин), «Батьківщина» хоры (1998 йылдан, Нарва), «Вербиченька» ҡыҙҙар ансамбле (2005 йылдан, Нарва), «Джерела» ҡыҙҙәр ансамбле (2004 й., Маарду), "Артстудія" украин театр студияһы (1995 й., Таллинн), «Вертеп» украин ғөрөф-ғәҙәте театры (2001 й., Маарду), Украин лөғәт сәнғәте клубы (2003 й., Таллин) эшләп килә.

ЭУК Эстония халыҡтары ассоциацияһы, Европа украиндары конгресы, Бөтә донъя украиндары конгресы, Бөтә донъя украиндарының координация радаһына инә. Конгресс вәкилдәре Эстония президенты эргәһендәге милли аҙсылыҡтарҙың түңәрәк өҫтәленә инә. Эстонияның украин ҡатындары берләшмәһе Украин ҡатындары ойошмаларының Бөтә донъя федерацияһына инә.

2000 йылдың һабанайында барлыҡҡа килгән Эстониялағы украин ойошмалары ассоциацияһы (етәксеһе — Володимир Паламар) түбәндәге ойошмаларҙы берләштерә: «Просвіта» украин мәҙәни-мәғрифәт йәмғиәте (Таллинн ҡ., етәксеһе — Оксана Мамутова), Эстониялағы украин йәштәре ойошмаһы (етәксеһе — Володимир Паламар), Силламяэ ҡалаһындағы «Водограй» украин ерлеге (етәксеһе — Л.Житник), Таллинн ҡалаһындағы «Колор» балалар һәм үҫмерҙәр хореография ансамбле (етәксеһе — Нина Коорт), Тапа ҡалаһындағы «Орфей» мәҙәни-мәғрифәт ойошмаһы (етәксеһе — Любовь Лаур), Пярну ҡалаһындағы «Вітчизна» украин йәмғиәте (етәксеһе — Нина Сушко), Тарту ҡалаһындағы «Промінь» украин ойошмаһы (етәксеһе — Микола Стасюк). Ошо ассоциация ҡарамағында шулай уҡ «Україна» академик хоры, «Сусідки» ҡатындар вокаль ансамбле эшләп килә.

Украин диаспораһының мәҙәниәт, тел һәм башҡа өлкәләрендәге хоҡуҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. POPULATION BY SEX, ETHNIC NATIONALITY AND COUNTY, 1 JANUARY. Дата обращения: 25 июль 2017. Архивировано 25 ғинуар 2013 года.
  2. Ethnic composition of Estonia 2013. Дата обращения: 25 июль 2017.
  3. Українці в Естонії - Посольство України в Естонській Республіці (укр.). Дата обращения: 25 июль 2017. 2016 йыл 19 ғинуар архивланған.
  4. Евген Цыбуленко избран головою Украинского Землячества Эстонии. 25 июль 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 22 июнь архивланған.