Этна
| Этна | |
| итал. Etna | |
| Нигеҙләү датаһы | некорректная дата (недостижимая точность) |
|---|---|
| ХФА-лағы транскрицияһы | ˈɛt.na |
| Топографическая изоляция | 998,79 km[1] |
| Дәүләт |
|
| Административ-территориаль берәмек | метропольный город Катания[d], Кастильоне-ди-Сицилия[d], Сант-Альфио[d], Цафферана-Этнея[d], Николози[d], Бельпассо[d], Бьянкавилла[d], Адрано[d], Бронте[d], Малетто[d] һәм Рандаццо[d] |
| Находится в охранной зоне | Etna Park[d] |
| Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Сицилия[2] |
| Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 3357 метр[3][4] |
| Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | trachybasalt[d], Тефрит[d], Базанит[d], trachyandesite[d], mugearite[d], базальт һәм Пикробазальты[d] |
| Майҙан | 19 237 гектар |
| Рәсми сайт | ct.ingv.it/index.php |
| Вулканическая обсерватория | Istituto Nazionale di Geofisica e Vulcanologica - Sezione di Catania[d][5] |
| Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from Mount Etna[d] |
| Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Mount Etna[d] |
Э́тна — Италиялағы стратовулкан, Сицилияның көнсығыш яр буйында[6][7], Мессина һәм Катания ҡалаларына яҡын урынлашҡан. Европаның ғәмәлдәәге иң бейек вулканы[6]. Этнаның максималь бейеклеге вулкан атылыуы һәм улар араһындағы арауыҡтарҙағы емереклектәр һөҙөмтәһендә үҙгәрә. Этна обсерваторияһы (Италия) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 Йылдың февраленән Этнаның көньяҡ-көнсығыш кратерының бейеклеге 3357±3 метр тәшкил итә, был, 1981 йылда төньяҡ-көнсығыш кратеры 3350 метр бейеклеккә өлгәшкәндән һуң, яңы рекорд булып тора[8]. Этна 1190 квадрат километр майҙанды биләй, шулай итеп, Италияның иң ҙур әүҙем вулканы булып тора, үҙенең иң яҡын дәғүәсеһе — Везувийҙан — 2,5 тапҡырға күберәк[9].
Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, Этнаның 200-ҙән 400-гә тиклем ҡабырға кратеры бар, һәр кратерҙан уртаса өс айға бер тапҡыр лава атыла. Яҡынса 150 йылға бер тапҡыр вулкан атылыуы ниндәй ҙә булһа ҡасабаны емерә. Һыуынған лава һәм вулкан көлөнөң бик күп минералдарға һәм микроэлементтарға бай булыуы сәбәпле, тупраҡ бик уңдырышлы булғанлыҡтан, бында халыҡ күп йәшәй[9]. Этна битләүҙәрендә емеш-еләк, зәйтүн үҫтерәләр, йөҙөм баҡсалары үрсетәләр. Палермолағы төбәк хөкүмәте 1981 йылда Этна тирәләй милли ҡурсаулыҡ булдыра. Даими әүҙемлеге арҡаһында, Этна БМО-ның декада вулкандары исемлегенә индерелгән[9]. 2013 йылдың июнендә Комитеттың 37-се сессияһында вулкан ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән[10].
Геологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этна ике тектоник: Африка һәм Евразия плиталарының тоташҡан ерендә урынлашҡан. Африка плитаһы, аҫтына батып, Евразия плитаһы яғына йүнәлешен өҙлөкһөҙ үҙгәртә (дрейфует). Һәр стратовулкан кеүек үк, Этнаның атылыуы, субдукция зонаһында түбәнгә төшә барған тектоник плитаның иреүенә бәйле. Африка плитаһының Евразия плитаһы аҫтына хәрәкәте, Сицилия тау массивтарын барлыҡҡа килтереп, уны күтәрә. Евразия плитаһындағы ярыҡтар аша, уларҙың береһе-Этна вулкан каналы (ҡара: Схема), ирегән магма Ер өҫтөнә барып етә.
Был ике плита бәрелешкән урында күп кенә әүҙем вулкандар: Санторини, Везувий, вулканы Липар утрауҙары вулкандары һәм Этна барлыҡҡа килә. Һуңғыһының вулкан эшмәкәрлеге яҡынса ярты миллион йыл элек Сицилияның боронғо яр һыҙығына ҡарата диңгеҙ кимәленән түбән атылыуҙарҙан башлана[11]. 300000 йыл элек вулканизм Этнаның үҙәк конусынан көньяҡ-көнбайышына күсә. 170 000 йыл элек вулкан эшмәкәрлеге хәҙерге урынын биләй. Ул ваҡыттағы атылыуҙар бер-береһен алмаштырып торған шартлау һәм экспансив атылыуҙар стратовулканды барлыҡҡа килтерә. Түбәнең емерелеүе һәм кальдера барлыҡҡа килгәнлектән, ҙур атылыуҙар менән вулкан бейеклегенең үҫеше өҙөлә.
Яҡынса 35 000—15 000 йыл элек Этнаның атылыу тибы шартлаулы булған. Шарлауыҡтар гигант пирокластик ағымдар барлыҡҡа килтергәнлектән, уларҙан лаваның киң ҡатламдары тороп ҡалған. Был атылыуҙарҙан барлыҡҡа килгән көл ҡайһы берҙә 800 км һәм унан да арыраҡ таралған, уның эҙҙәрен хәҙерге Рим урынлашҡан ерҙә табырға мөмкин.
Яҡынса 6000 йыл элек тауҙың көнсығыш бите емерелеп, диңгеҙгә ҡолаған. Ишелмә вулкан Валле-дель-Бове булараҡ билдәле Һыйыр үҙәне янында ҙур соҡор ҡалдырған. 2006 йылда баҫылып сыҡҡан тикшеренеүҙәр, көнсығыш бите емерелеүе гигант цунами барлыҡҡа килтергән тип фаразлай, уның эҙҙәрен Көнсығыш Урта диңгеҙ буйындағы төрлө урындарҙа табырға мөмкин. Ихтимал, цунами хәҙер диңгеҙ кимәленән түбәнерәк урынлашҡан Атлит-Ям (Израиль) тораҡ пункты халҡының күпләп ҡасыуына сәбәп булғандыр[12]. Беҙҙең заманда ла, 1956 йылда СССР-ҙағы Безымянный вулканы һәм 1980 йылда АҠШ-тағы Сент-Хеленс вулканы атылған саҡта, шуға оҡшаш хәл була.
Валле-дель-Бове үҙәненең текә диуарҙары бер нисә тапҡыр ҡолаған, ә үҙән ярыҡтарында күренгән ҡатып ҡалған лава ҡатламдары Этнаның вулканик тарихын өйрәнергә ярҙам итә.
Этнаның бәләкәй кальдера барлыҡҡа килтергән түбәһе һуңғы тапҡыр яҡынса 2000 йыл элек ҡолаған. Был кальдераға тулыһынса тиерлек артабанғы атылыуҙарҙың лава ағымы тулған, әммә хәҙерге конус нигеҙендәге тау ауышлығында яҡшы күренгән ярыҡ булараҡ билдәләнә.
Төп кратерҙан тыш, Этнаның 300—400 ҡабырға кратеры бар. Вулкан атылғандан һуң, ҡатҡан лава кратерҙа артабанғы вулкандарҙың ағымы үтә алмаҫлыҡ ныҡлы тығындар барлыҡҡа килтерә. Тағы атылыуҙар булғанда, уға ҡатҡан лаваларҙан ситтәрәк яңы кратер барлыҡҡа килтереүе еңелерәк. Атап әйткәндә, 2002—2003 йылдарҙағы иң ҙур атылыуҙарҙың береһенең Торре-дель-Филозофо янындағы ҡабырға кратеры, Этна түбәһенән 450 метр түбәнерәк урынлашҡан.
Вулканологтар фекеренсә, «дуҫтарса яҡын вулкан» (урындағы халыҡ Этнаны шулай тип атай) үҙгәрә. Күптән түгел Этнаның характеры тыныс була, әммә хәҙер, «Фокус» журналына ярашлы, «әүҙем, әммә хәүефһеҙ тип һаналған вулкандың тәртибе көндән-көн икеле була бара». Француз һәм итальян тикшеренеүселәре, «Этнаның атылыу характеры эффузивтан, был осраҡта лава өҫкә әкрен генә ағып сыға һәм бер аҙ газ сығара — эксплозив, шартлаусанға, үҙгәрә» тип иҫкәртә.
Ҡайһы бер атылыуҙарҙың тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Б.э.т. 1226 йыл — Этнаның тарихи иҫбатланған тәүге урғылыуы[13].
- Б.э.т. 475 йыл — Пиндар һәм Эсхил мәғлүмәте буйынса килеп еткән ("ЭСБЕ"ла б.э.т. 477[7]).
- Б.э.т. 396 йыл — вулкан атылыуы Катания һәм Сиракузы ҡалаларын карфаген баҫҡынсыларынан ҡотҡарған.
- Б.э.т. 44 йыл — көслө урғылыуҙан таралған көл Рим өҫтөндәге күк йөҙөн ҡаплаған (һәм ҡаланың аҡ ташлы биналарын шаҡтай бысратҡан). Һөҙөмтәлә Мысырға тиклем бөтә Урта диңгеҙ буйы төбәгендә уңыштың насар булыуы теркәлгән.
- 122 йыл — Этна Катания ҡалаһын ер йөҙөнән юҡ иткән тиерлек.
- 1169 йыл — көслө урғылыу[7] һәм ер тетрәүе, яҡынса 15 мең кеше һәләк була.
- 1669 йыл — лава 15 тораҡ пунктты юҡ итә. Катания халҡы лава ағымын ситкә йүнәлтергә маташа, әммә ул көнбайышҡа табан хәрәкәт итә һәм Патерно ҡалаһына хәүеф менән янаған. Ике ҡала халҡы араһында алыш була, лава ағымы тағы ла Катания ҡалаһы яғына шыуыша, ҡала диуарҙарын аша сығып, 27 мең кешене йортонан яҙҙыра. Төрлө баһалар буйынса, һәләк булғандар һаны 15 меңдән 100 меңгә тиклем кеше тәшкил итә. Вулкан атылыуы яр һыҙаттарын үҙгәртә: элек диңгеҙ янында торған Урсино һарайы һыуҙан 500 метрҙа ғына торған. Был атылыуҙан Һуң Италияла лаваның тәбиғи ағымына ҡыҫылыу рәсми рәүештә тыйыла, һәм был закон йөҙҙәрсә йыл көсөндә ҡала[14][15].
- 1689 йыл, 14 март[16].
- 1702 йыл, 8 март[16].
- 1886 йыл
- 1892 йыл — тау битләүендә атылыу барышында Сильвестри тип аталған биш конус барлыҡҡа килә.

Лава диңгеҙ буйы Маскали ҡалаһына урғыла (1928) - 1910 йыл — Борелло ҡасабаһы лава массаларынан саҡ ҡотолоп ҡала.
- 1928 йыл — [[:it:Eruzione dell'Etna del 1928|Лавы ағымы диңгеҙ буйы ҡалаһы Маскалиҙы юҡ итә]][17], шулай уҡ 770 га ауыл хужалығы майҙанын бөлгөнлөккә төшөрә[14]. Легенда буйынса, шул уҡ ваҡытта мөғжизә була — ҡыҙған лава йылғаһы дини процессия алдында туҡтай. 1950 йылда был ваҡиға хөрмәтенә часовня төҙөлә, һәм 30 йылдан һуң (1980 йыл) лава ағымы уның алдында ҡата[18].
- 1971 йыл — күтәргестең емерелеүе.
- 1991—1993 йылдар — иң ҙур һәм оҙайлы атылыуҙарҙың береһе[14], в апреле 1992 года лавовый поток угрожал городку Дзафферана-Этнеа[19].
- 1992 йыл — АҠШ хәрбиҙәре вулкан атылғанда лава ағымын туҡтатырға тырыша, әммә уларҙың тырышлығы ыңғай һөҙөмтәгә килтермәй: лава бер нисә йорт һәм йөҙөм баҡсаһын юҡ итә[20][21].
- 2001—2002 йылдар, 2002—2003 йылдар — вулкандың әүҙем эшмәкәрлеге, күтәргес тағы емерелә.
- 2004 йыл — көньяҡ-көнсығыш яғында киң лава ағымы округ автотрассаһының бер өлөшөн юҡ итә.
- 2007 йылдың 4 сентябре — киске сәғәт 8 тирәһендә көслө урғылыу башлана.
- 2008 йылдың 10 майы — көндөҙ көслө шартлау була, вулкандың көнсығыш яғына бер нисә лава йылғаһы ағып төшә. Вулкан атылыуы 4 сәғәт дауам итә һәм кискә ҡарай тамамлана.
- 2011 йылдың 3—12 ғинуары һәм майы — лава һәм вулкан көлө ырғытылыуы. Урындағы властар Катания халыҡ-ара аэропортын ябырға мәжбүр була[22][23].
- 2011 йылдың 19 июленән 2019 йылдың июленә тиклем бер нисә ҙур булмаған вулкан атыла[24][25]. 20 йыл эсендә уларҙың береһе иң ҡеүәтлеһе була[14], Катания халыҡ-ара аэропорты ябыла[26][14]
- 2020 йылдың 13-15 декабрендә[27]көньяҡ-көнсығыш кратерҙан атылыу була. 13 декабрҙән 14 декабргә ҡараған төндә өс пирокластик ағым теркәлгән[28]. Яңылыҡ сығанаҡтары вулкандың атылыуын интенсив һәм тамашалы тип һүрәтләй: лава фонтандары 100 метр бейеклеккә, ә көл 5 километрға күтәрелә[29][30].
- 2022 йылдың 11 февралендә вулкан көньяҡ-көнсығыш кратерынан 600 метр бейеклектәге ут фонтандарын, шулай уҡ һигеҙ километр бейеклектәге көл бағаналарын һәм төтөн сығара башлай[31].
- Этнаның ағымдағы эшмәкәрлеге түбәләрҙең өҙлөкһөҙ дегазацияланыуынан (ағыуынан таҙартыу), шартлау стромболиан атылыуҙарынан һәм йыш базальт лава ағымынан тора. Шартлауҙан сыҡҡан көл болоттары, реактив двигателгә эләгеү, иреү, хәрәкәт итеүсе өлөштәренең быяла ҡатламы менән ҡапланыу ихтималлығы уның туҡталыуына сәбәп булғанлыҡтан, самолёттар өсөн айырыуса хәүефле[20][32].
- Атылыыу 2023 йылдың 12 ноябренән 8 декабренә тиклем дауам иткән[33].
- 2024 йылдың 5 июлендә урғыла башлай, 7 июлдә вулкандың әүҙемлеге арта, һәм лава ташлау һөҙөмтәһендә көл һәм төтөн бағанаһы диңгеҙ кимәленән биш километр бейеклеккә күтәрелә. Дрон ярҙамында үлсәүҙәр күрһәтеүенсә, бер нисә тапҡыр атылғандан һуң вулкандың яңы түбәһе барлыҡҡа килә, һәм Этнаның бейеклеге, хәҙер 3369 метр тәшкил итеп, 22 метрға арта[34]. Шул уҡ 2024 йылдың 4 авгусы төнөнә ҡаршы Этнаның сираттағы атылыуы башлана: көл бағанаһы 10 километрға күтәрелә, бер нисә тораҡ пунктына барып етә һәм Катания аэропортының эшен туҡтата[35].
- 2025 йылдың 11 февралендә көньяҡ-көнсығыш кратерынан лава ағып сыға[36]. 2025 йылдың 2 июнендә тағы ла бер атылыу була. Көл болото 6,5 километрға тиклем күтәрелә, кратер флангыларының береһендә ҡая емерелеп төшә, пирокластик ағым барлыҡҡа килә.
- Стратовулкан төҙөлөшө схемаһы
- Пелоритани һыртында урынлашҡан Этна һәм Рокка Сальватеста тауы
- 2002 йылда Этнаның урғылыуы
- 2019 йылда Этнаның урғылыуы
- 2002—2003 йылдарҙағы урғылыуы. Кратерҙың өҫкө йөҙө вулкан көлө һәм таштар менән ҡапланған
- 2003 йылдың авгусында Этна кратеры
- Этнаның үҙәк кратерының тышҡы яғы. Фумароль ташлантылар
- Таормин ҡалаһынан Этна күренеше
- Этна тау битендә саңғы трассалары
- Этнаның көл менән ҡапланған битләүендәге йорт, 2014 йыл
Төтөн ҡулсалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Кольца дыма над Этной (24.02.2000). www.swisseduc.ch. Дата обращения: 30 октябрь 2020. Архивировано 11 ноябрь 2020 года. | |
1970-се йылдарҙа Этна өҫтөндә вулкандар өсөн бик һирәк күренеш, төтөн ҡулсалары — тороидаль өйөрмә берәмектәре — барлыҡҡа килә. Этна өҫтөндәге төтөн ҡулсалары документаль теркәлгән тәүге ошондай күренештәрҙең береһе була[37].
Киләһе тапҡыр төтөн ҡулсалары 2000 йылда күҙәтелә[38][39][40], 2013[41] и 2024[42] годах.
Күтәрелеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теоретик күҙлектән ҡарағанда, Этнаға теләһә ҡайһы яҡтан күтәрелеү мөмкин, әммә ғәмәлдә өс төп маршрут ҡулланыла:
- Көньяҡ (итал. Etna Sud) Рифуджо Сапиенца базаһы (1900 метр) аша үтә. Унда Катания ҡалаһынан Николози аша көнөнә бер тапҡыр ҡала яны автобусы йөрөй. Рифуджо Сапиенцанан канат юлы 2500 м бейеклеккә күтәрә.
- Көнсығыш маршруты Дзафферана-Этнеа ауылы аша ята һәм шулай уҡ 1900 м билдәһенә, Рифуджо Сапиенцаға, алып бара.
- Төньяҡ маршрут (итал. Etna Nord) Пьедимонте-Этнео һәм Лингуаглосса ҡалалары аша үтә һәм Пьяно Провенцана базаһына алып бара. Унда канат юлы юҡ.
Үҙ аллы йәйәүле күтәрелеү ҙә мөмкин, әммә гид ялларға кәңәш ителә. Велосипедта күтәрелеү отошһоҙ — велосипедсы йәйәүле тиҙлеге менән күтәрелә, түбәнгә автобустар йөрөгән юлдан ғына төшөп була. Йәйәүле туристар, күреү мөмкинлеге яҡшы булғанда, автобус юлдары буйлап та, туранан-тура ла йөрөй ала. Тау түбәһендә көслө ел, ямғыр, томан булыуы ихтимал.
Этна битләүҙәрендә (бигерәк тә көнсығыш битләүендә): әүҙем булмаған, ярым әүҙем (төтөн сығарыусы) һәм төрлө ваҡытта әүҙем кратерҙар күп.
Этна битләүҙәренең дөйөм асыҡ аныҡ карталары юҡ, һәм улар мөмкин дә түгел — һәр ҙур атылыуҙан һуң урындағы рельеф үҙгәрә. Әммә ҡағыҙ һәм GPS-навигаторҙар өсөн яҡынса карталар бар.
Мифологияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мифологик традицияға ярашлы, олимпия аллалары һәм гиганттары (гигантомахия) алышында Афина үлемһеҙ Гигант Энкеладты ошо тау менән баҫтырып ҡуя. Энкелад ҡайһы берҙә өҫкә сығырға тырыша, һәм шул саҡта, боронғолар күҙаллағанса, вулкан уяна, һәм вулкан атыла башлай. Вергилию буйынса, Этна мәмерйәләрендә циклоптар (шул иҫәптән Полифем да) йәшәгән. Тау янында нимфа Этна йәшәгән.
Икенсе фараз буйынса, бында титан ағалы-ҡустылыларының үлеме өсөн үс алыу өсөн олимпиясыларға һуғыш иғлан иткән бығауланған гиганттар тип иҫәпләнә. Шул уҡ вулканда Гефест алла йәшәгән.
Боронғо грек тарихсыһы Диоген Лаэртский үҙенең билдәле «О жизни, учениях и изречениях знаменитых философов» китабының 8-се бүлегендә философ Эмпедокл Акрагантскийҙың (б.э.т. V быуат) Этна кратерына ташланып үҙ-үҙе үлтереүе тураһында хикәйә килтерә. Ул үҙен алла итеп хөрмәт итһендәр өсөн шулай эшләгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чиркумэтнеа — Этна тирәләй тар колеялы тимер юл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Peakbagger.com
- 1 2 Этна (урыҫ) // Малая советская энциклопедия / под ред. Н. Л. Мещеряков — 2 — Советская энциклопедия, 1936.
- ↑ https://www.lasiciliaweb.it/2021/08/10/letna-ha-una-nuova-vetta-sud-est-a-3-357-metri/
- ↑ https://www.ct.ingv.it/index.php/formazione-e-divulgazione/news/303-l-etna-si-supera-nuovo-record-di-altezza-a-3357-metri
- ↑ https://www.ct.ingv.it/
- 1 2 «Этна» — статья в Малой советской энциклопедии; 2 издание; 1937—1947 гг.
- 1 2 3 Этна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ L’Etna si supera. Nuovo record di altezza a 3357 metri (итал.). Istituto nazionale di geofisica e vulcanologia (INGV) (10 август 2021). Дата обращения: 11 август 2021. Архивировано 11 август 2021 года.
- 1 2 3 Mount Etna (ингл.) (2010). Дата обращения: 2010. Архивировано из оригинала 3 февраль 2011 года.
- ↑ Mount Etna Becomes a World Heritage Site (ингл.). Italy Magazine (5 апрель 2013). Дата обращения: 27 сентябрь 2022. Архивировано 27 сентябрь 2022 года.
- ↑ Italy Volcanoes and Volcanics (ингл.). // US Geological Survey (Американский геофизический союз). Дата обращения: 10 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 15 май 2011 года.
- ↑ Pareschi M. T., Boschi E., Favalli M Holocene tsunamis from Mount Etna and the fate of Israeli Neolithic communities (инг.) // Geophysical Research Letters. — American Geophysical Union, 2007. — Т. 34. — № L16317. — С. 6. — ISSN 1944-8007.
- ↑ Вулкан Этна, Сицилия, 2006 год. Музей Землеведения МГУ. Дата обращения: 27 октябрь 2020. Архивировано 1 ноябрь 2020 года.
- 1 2 3 4 5 Старицкая Анна. Этна злится. 5 самых страшных извержений высочайшего вулкана Европы. 360tv.ru (29 июль 2019). Дата обращения: 3 ноябрь 2019. Архивировано 3 ноябрь 2019 года.
- ↑ Mount Etna erupts (ингл.). MavenStaff. Дата обращения: 21 октябрь 2020. Архивировано 2 ноябрь 2020 года.
- 1 2 Задонина Н.В., Леви К.Г. Хронология природных и социальных феноменов в истории мировой цивилизации. — Монография. Дата обращения: 3 ноябрь 2019. Архивировано 3 ноябрь 2019 года.
- ↑ журнал «Вокруг света», май 2013
- ↑ Etna forces state of emergency (ингл.). edition.cnn.com. Дата обращения: 30 октябрь 2020. Архивировано 2 ноябрь 2020 года.
- ↑ The control of lava flow during the 1991–1992 eruption of Mt. Etna (инг.) // Journal of Volcanology and Geothermal Research. — 1993-05-01. — В. 1—2. — Т. 56. — С. 1–34. — ISSN 0377-0273. — DOI:10.1016/0377-0273(93)90048-V
- 1 2 Jessica Ball. Mount Etna - Italy (ингл.). geology.com. Дата обращения: 21 октябрь 2020. Архивировано 6 ноябрь 2020 года.
- ↑ How do you stop the flow of lava? (ингл.). ВВС. Дата обращения: 21 октябрь 2020. Архивировано 8 ноябрь 2020 года.
- ↑ Italy's Mt Etna erupts (ингл.). // TV NZ[en] (источник: Reuters) (14 ғинуар 2011). Дата обращения: 10 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 17 ғинуар 2011 года.
- ↑ На сицилийском вулкане Этна появился новый кратер. www.vesti.ru. Дата обращения: 30 октябрь 2020. Архивировано 4 март 2016 года. // Вести.ру
- ↑ На Сицилии начал извергаться вулкан Этна. Дата обращения: 27 октябрь 2013. Архивировано 12 август 2015 года.
- ↑ Вулкан Этна выбросил фонтан лавы на километровую высоту. // Meduza. Дата обращения: 5 декабрь 2015. Архивировано 8 декабрь 2015 года.
- ↑ На Сицилии проснулся крупнейший в Европе вулкан. // РИА Новости. Дата обращения: 22 май 2016. Архивировано 22 май 2016 года.
- ↑ Comunicato Etna (Aggiornamento n. 98) (итал.) (Ҡалып:TranslateDate/it).
- ↑ Comunicato Etna (Aggiornamento n. 93) (14 декабрь 2020).
- ↑ Мария Горковская. На Сицилии произошло извержение вулкана Этна. euronews (14 декабрь 2020). Дата обращения: 17 декабрь 2020. Архивировано 17 декабрь 2020 года.
- ↑ На Сицилии проснулся вулкан Этна (фото, видео) (рус.). 112ua.tv. Дата обращения: 17 декабрь 2020. Архивировано 17 апрель 2021 года.
- ↑ Пробудился самый высокий вулкан в Европе. Рамблер/новости (11 февраль 2022). Дата обращения: 27 сентябрь 2022. Архивировано 27 сентябрь 2022 года.
- ↑ Etna volcano updates and eruption news (ингл.). VolcanoDiscovery. Дата обращения: 21 октябрь 2020. Архивировано 30 октябрь 2020 года.
- ↑ Mount Etna Erupts Again: A Look at Global Volcanic Activity — BNN Breaking. Дата обращения: 27 ғинуар 2024. Архивировано 11 ноябрь 2023 года.
- ↑ Этна выросла на 22 метра после извержений. noi.md. Дата обращения: 5 август 2024. Архивировано 5 август 2024 года.
- ↑ Вулкан Этна выбросил в атмосферу 10-километровый столб пепла. Российская газета (5 август 2024). Дата обращения: 5 август 2024. Архивировано 5 август 2024 года.
- ↑ Tourists flock to erupting volcano in Italy, blocking rescue workers (ингл.). CNN World. Дата обращения: 20 февраль 2025.
- ↑ Smoke rings generated by eruptions of Etna volcano. // Stromboli online.
- ↑ Etna hoops it up. // BBC News (31 март 2000). Дата обращения: 9 октябрь 2008. Архивировано 7 декабрь 2018 года.
- ↑ Erupting Mt. Etna coughs up a smoke ring. // WJLA (ABC) Storm Watch 7 (16 август 2011). Дата обращения: 15 апрель 2013. Архивировано из оригинала 2 февраль 2014 года.
- ↑ Geoff Mackley. Mt Etna — Sicily, Italy — the greatest show on earth! // Geoff's volcanology page. Дата обращения: 15 апрель 2013. Архивировано 30 декабрь 2012 года.
- ↑ Mount Etna blows smoke rings during volcanic eruptions. // NBC News (12 апрель 2013). Дата обращения: 15 апрель 2013. Архивировано 14 апрель 2013 года.
- ↑ Legorano, Giovanni. Watch: Mount Etna puffs giant smoke rings in ‘extraordinary’ phenomenon (en-GB) (7 апрель 2024).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Этна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Лайель Ч. «Основные начала геологии». Т.2. Гл. XXV.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 1427 рус. • англ. • фр. |
- Веб-камера
- Volcano Live (ингл.). www.volcanolive.com. Дата обращения: 30 октябрь 2020. Архивировано 26 апрель 2001 года.
- Volcano World (ингл.). volcano.oregonstate.edu. Дата обращения: 30 октябрь 2020. Архивировано 25 ноябрь 2020 года.
- Peakbagger.com (ингл.). www.peakbagger.com. Дата обращения: 30 октябрь 2020. Архивировано 23 апрель 2021 года.

