Эстәлеккә күсергә

Эҫем заводтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Эҫем заводтары — Үрге Эҫем суйын иретеү һәм тимер яһау, Түбәнге Эҫем тимер яһау заводтары Себер даруғаһының Шайтан-Көҙәй улусы башҡорттарынан һатып алған ерҙәрҙәрҙә төҙөлгәндәр: Үрге Эҫем заводын 1759 йылда И. Б. Твердышев һәм И. С. Мясников менән бергәлектә төҙөйҙәр, Түбәнге Эҫем заводын 1782 йылда Я. Б. Твердышев төҙөй. Шулай итеп, башта хужалары Твердышев һәм Мясников булалар, артабан, 1783 йылдан — Бекетовтар, 1829 йылдан — Балашовтар, 1913 йылдан «Акционерное общество Симских заводов и первой на Урале фабрики сельскохозяйственных машин и орудий»; 1917 йылда заводтарҙы Совет власы национализациялай. Заводтар Эҫем тау округына инәләр.

Үрге Эҫем заводы 1761 йылда эшләй башлай. Заводта 2 домна мейесе, 5 йәйелдереү һәм якорь сүкештәре, 5 крица горны була. Түбәнге Эҫем заводы — 1782 йылда продукция етештерә башлай. XVIII быуат аҙағында заводта 6 сүкеш һәм 6 крица горны иҫәптә тора 1840-сы йылдарҙа 15 рудник заводтар ҡарамағында була; улар 297,1 мең десәтинә ергә хужа була.. XVIII быуат та заводтарҙа оҫталар һәм эшселәр һаны — 2478. 1783—1896 йылдарҙа 1 млн. 820 мең бот суйын иретелә, уртаса етештереүсәнлек — яҡынса 140 мең бот йылына, максималь етештереү — 1 млн. 138 мең бот (1913).

1842 йылда крица горндары контуаздарға үҙгәртелә, 1875 йылда пудлингылыҡ индерелә. 1913 йылда ауыл хужалығы машиналары һәм ҡоралмалары, арбалар, суйындан ҡойоп яһалған нәмәләр эшләү буйынса фабрика ойошторола. Эҫем заводы 1777 йылда домна һәм сүкеш заводы булараҡ тергеҙелә. Үрге Эҫем заводы нигеҙендә «Агрегат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте булдырыла. Хәҙерге ваҡытта элекке завод ауылдары урындарында Эҫем ҡалаһы урынлашҡан.

1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Себер трактында төҙөлгән Эҫем заводы Пугачёвтың ғәскәрҙәре өсөн дә, хөкүмәт командаларына ла аҙыҡ-түлек, ат, ҡорал, кеше менән тулыландырыу өсөн бик уңайлы база булып хеҙмәт итә. Шуға күрә Эҫем заводы өсөн ике арала ҡаты бәрелештәр була, завод ҡулдан-ҡулға төшә. Беренсе мәртәбә Салауат Юлаев үҙенең атлылары менән заводта 1773 йылдың ноябрендә булып китә, бында ул Пугачевтың йомошон үтәй: отрядтар булдыра. Завод бик ныҡ емерелгән була, эшен туҡтата. 1774 йылдың 8 майында генерал И. И. Михельсон үҙенең ғәскәрҙәре менән заводҡа яҡынлаша. Салауат был ваҡытта заводтан 16 саҡрым алыҫлыҡта Ерал ауылында була. Михельсондың һәм Салауаттың ғәскәрҙәре араһында бик ҡаты бәрелеш була, Михельсон был алышта тураһында, беҙ бында көтөлмәгән ҡаршылашыуға дусар булдыҡ. тип яҙа. Яу яланында 300 кеше һәләк булып һәм 8 пушка ҡала. Өҫтөнлөк Михельсон яғында була, салауатҡа сигенергә тура килә. Бер нисә көндән, 1774 йылдың 23 майында, Михельсонды Һатҡы заводына үткәреп ебәреп, Салауат кире Эҫем заводына борола. Завод төҙөлгән ерҙәр уның атаһы, старшина [[[Юлай Аҙналин]]дың ерҙәре була (Шайтан-Көҙәй улусы), Салауат халыҡҡа Көңгөргә күсергә ҡушып, заводты бөтә ҡаралтылары менән яндыра (24 майҙа). Эҫем заводында 247 ир кеше һәм 61 ҡатын һәләк була. 1774 йылдың 13 сентябрендә подполковник Рылеевтың карателдәр командаһы Салауаттың отрядтарын тар-мар итә[1].