Югыз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Югуш битенән йүнәлтелде)
Юғыҙ(Игеҙ)
Характеристика
Оҙонлоғо 24 км
Һыу ағымы
Тамағы Ҡариҙел йылғаһының уң ярына тамағынан 593 км өҫтәрәк
 · Координаталар 56°24′57″ с. ш. 58°37′41″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Свердловск өлкәһе, Башҡортостан, Силәбе өлкәһе
РДҺР 10010201112111100020889

Юғыҙ (Игеҙ)Рәсәй йылғаһы. Свердловск өлкәһе, Башҡортостан, Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ҡариҙел йылғаһының уң ярына тамағынан 593 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 24 км.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғыҙ (Игеҙ) — Ҡариҙел йылғаһының уң ҡушылдығы, Юғыш, Юғыштамаҡ ауылдары атамаһы, Игеҙ, Игүҙ, Юғыҙ һ. б. варианттары бар. Топоним нигеҙендә ике мәғәнәгә эйә һүҙ: 1. Икегә, ике төрлө. 2. Игеҙ, моғайын аҫаба башҡорт ырыуындағы игеҙ егеттәренең ерҙәре тураһында әйтелгәндер.

Юсмашка — Сухановка ауылының көньяҡ-көнбайышындағы Суя йылғаһының уң ҡушылдығы атамаһылыр, коми телендә аҡҡош, төркисәнән "исемсез" - безымянная[2].

Урыҫ телендә Югуш тип яҙылғанлыҡтан, диалект һүҙе иҫкә төшә: әй-йүрүҙән һөйләшендә оҡшаш тигән һүҙҙе йоҡаш тиҙәр. Был игеҙ тигәнгә лә мәғәнәләш һымаҡ. Шул һүҙҙән сыҡтымы тип йфаразларға лә була

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыҠариҙел йылғаһы, Нязепетровск гидроузеленән Павловск гидроузеленә тиклем Әй йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[3].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [3]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201112111100020889
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102088
  • Бассейн коды — 10.01.02.011
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. http://www.bibl-krasnoufimsk.ru/index.php/kraevedy/materialy-v-gankina/toponimika/646-o-toponimakh-nashego-kraya
  3. 3,0 3,1 РФ һыу реестры: Югуш.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]



Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ