Юлай (Салауат районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Юлай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Координаталар

55°07′40″ с. ш. 57°59′54″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Цифровые идентификаторы
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 805 004

ОКТМО коды

80 647 405 116

Юлай (Рәсәй)
Юлай
Юлай
Юлай (Салауат районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Юлай

Юлай (рус. Юлаево, 1952 йылда исемен үҙгәрткәнгә тиклем, боронғоса - Шағанай ауылы) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Әлкә ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 123 кеше[1]. Почта индексы — 452481, ОКАТО коды — 80247805004[2].

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 15 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Әлкә): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачево): 14 км

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфө наместниклығының 1780 йылғы картаһында Шағанай атамалы ике ауыл күрһәтелгән. Береһе Йүрүҙән заводынан көньяҡҡараҡ, Ҡапсай ауылы янында урынлашҡан булған, Шағанайҙан көньяҡҡараҡ Илкәй ауылы урынлашҡан булған. Икенсе Шағанай ауылы Көҫкәнде йылғаһына ҡойған Адишаду йылғаһының уң яҡ ярында (?) булған, уның уң яҡ ярында Морат (Муратовка) торған.

Ауылдың тәүге исеме билдәһеҙ. Һуңғараҡ йоғонто яһарлыҡ абруйға эйә Шығанай Бурһыҡов Барсуков (Барчуков, Бурчаков. Уның фамилияһы Бурhык (барсук) һүҙенәндер, борсаҡ (горох) һүҙе менән бәйле түгелдер, беренсеһе йышыраҡ осраған, икенсеһе сығанаҡтарҙан бөтөнләй билдәһеҙ).

Башҡортостандың тәбиғәт байлыҡтарын үҙләштереү дәүерендә мәғдән таныған башҡа башҡорттар араһында старшина Шыға­най Борсаҡов та булған, ул 1740 йылда улус вәкилдәренә Шайтан-Күҙәй улусына күрше урынлашҡан Тырнаҡлы улусының Үҙән йылғаһы буйындағы бер аҙ баҡыр ҡатыш тимер мәғдәне ятҡылыҡтарын күрһәткән.

Башҡорт старшиналарының енәйәте буйынса хоҡуҡи тикшереү эштәре барышындари ҡөҙрәтле Бурһыҡовҡа (Барсукову) уның ҡул аҫтында торған башҡорттарҙан бик күп ғәйепләүҙәр асыҡланған, шуның менән бәйле 1743 йылда ул старшиналыҡ хеҙмәтенән бушатылған. Әммә хөкүмәткә тоғро Бурһыҡовтар улус власын ҡулдан ысҡындырмаған; оҙаҡ йылдар әле власть башында уның улдары торған: Емаш Шығанаев (1773-1775 йй. ихтилалды баҫтырғандан һуң[3]. Уның улы Һаныҡайҙы ла (Саныкай) атап үтер кәрәк), Ҡунаҡкилде Шығана­ев (XVIII б. 80-се йй., 1748 йылғы, уның улы йорт старшинаһы Ниғмәтулла, 1782 йылғы; уның улы Ғәйнулла, 1813 йылғы). Шығанайҙың иң өлкән улы Рысай 1772 й., атаһы Юлай Аҙналин башҡа 10 башҡорт старшиналары менән бергә 3 меңлек командаға етәкселек итеп, Барский Конфедерацияһына ҡаршы Польша походында ҡатнашҡан осорҙа уның урынына старшина вазифаһын башҡарыусы Салауат Юлаев менән дошманлашҡан. Рысай 1762 й. шайтан-күҙәйҙәрҙән бер төркөм кеше менән бергә заводсылар Твердышев һәм Мясниковҡа аҫаба ерҙәрҙең бер өлөшөн 1200 һум хаҡҡа 60 йылға ҡортомға биреүе менән билдәле. 24 йылдан был биләмәләр шул уҡ башҡорттар тарафынан И. И. Бекетоваға һатылған. Уның 57 йәшлек улы Ҡотлоғужа Рыҫбаев VII рәүиз исемлегенә индерелгән.

Ғөмүмән, Бурһыҡовтар артынан йөрөгән община ағзаларының бер өлөшө Шайтан-Көҙәй улусының аҫаба ерҙәрен әрәм-шәрәм итеп һатыу менән булған (1759 й. М. С. Мясниковҡа төҙөлөп ятҡан Эҫем заводына улус ерҙәрен һатҡан); уларға ҡаршы төркөмдөң башында Юлай Аҙналин торған. Әммә был аҫаба ерҙәрен һаҡларға күпме тырышып ҡараһалар ҙа, килеп сыҡмаған. 1816 й. 70 йәшлек Шөкөр Шығанаев, үрҙә атап үтелгән 1786 й. ер һатыу килешеүен төҙөгәндә, ышаныслы кеше поверенный сифатында сығыш яһаған. Уның улдары: 10 йәшлек Ибраһим, 8 йәшлек Ҡотлоҡәҙәм, 3 йәшлек Кинйәбулат. 1816 й. VII йәниҫәп Шығанаевтың тағы бер улын - 59 йәшлек от­ставкалағы есаул Сәфәрҙе иҫәпкә алған. Сәфәрҙең улдары: Ишкенә, 1782 й., Хисмәтулла, 1800 й., Абайдулла, 1815 й. Сәфәрҙең тыуған йылы 1757 йылда Шығанай Бурһыҡов тере булғанлығын күрһәтә. Барыһы ла - Шығанай ауылы кешеләре. 1770 й. 21 майында Шағанай һәм Гүләй ауылында П. С. Паллас булып киткән.

Шағанай ауылының артабанғы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был тораҡ пунктының демографик һәм хужалыҡ үҫеше тураһында. 1795 й. бында 23 хужалыҡта 93 кеше йәшәгән, ҡатын-ҡыҙ һаны күберәк булған (51 кеше), 1816 йылда ла шул хәл күҙәтелгән. Был башҡорттарҙың традицион демографик ситуацияһына ҡаршы торған, сөнки уларҙа енестәр нисбәте киреһенсә булған. Был хәлде беҙ карат командаларының 1735-1740 йй., 1755 й., 1773-1775 йй. ихтилалсыларҙы аяуһыҙ язалау һәм юҡ итеү менән бәйле бвулған. 1816 й. ауылда 118 кеше (24 хужалыҡ), 1834 й. - 140 кеше (26 хужалыҡ), 1859 й. - 189 (38 хужалыҡ), 1895 й. - 187 (37 хужалыҡ), 1920 - 110 кешк (20 хужалыҡ). Бөтә халҡы - башҡорттар.

Шағанай халҡы игенселек менән шөғөлләнгән (1842 й. 49 дисәтинә һөрөнтө ер булған, 156 кешегә 41 сирек ужым һәм 222 сирек яҙғы икмәк сәселгән; 6 сирек картуф ултыртылған) һәм малсылыҡ (аттар 192 баш, эре мөгөҙлө мал - 142, һарыҡ - 112, кәзә - 36 баш), солоҡсолоҡ (11 солоҡ) һәм умартасылыҡ (20 умарта).

1952 й. Салауат Юлаевтың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы, Шағанай ауылына Юлай тигән атама бирелә, шуның менән донъяла йәшәргә хоҡуҡлы боронғо ауылдың, бер ни ниндәй ҙә сәбәбен аңлатып-нитеп тормай, тарихи исеме юҡҡа сыға. Теләһә ниндәй атама үҙгәртеү ҙә тәбиғилеккә ҡаршы тип танылырға тейеш.

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Әлкә ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Әлкә ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Әлкә ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әлкәлә 1859 йылда 138 кеше, 1895 йылда 44 хужалыҡта 230 кеше йәшәгән.

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әлкә ауылында 1920 йылда 60 йортта 280 кеше булған.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 123 61 62 49,6 50,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Ауылдың билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юлайҙа тыуып-үҫкәндәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]