Юламан ауыл Советы (Ауырғазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юламан ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ауырғазы районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Юламан ауыл Советы — Ауырғазы районы составында булған, 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе. Почта индексы — 453480.ОКАТО коды — 80205880000. 1993 йылда булдырылған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1993 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1993 йылдың 29 мартындағы 6-2/123-сө һанлы «Ауырғазы районында Юламан ауыл Советын булдырыу тураһындағы» Указы сыға[1]. Унда ҡарар ителә:

« 1. Ауырғазы районында Юламан ауыл Советын булдырырға, административ үҙәген Юламан ауылында урынлаштырырға. Ауыл Советы аппаратын тотоу өсөн аҡсаны район бюджетынан алырға.

2. Юламан ауылын, Алексеевка, Культура, Никольский ҡасабаларын, Талбазы ауыл Советы составынан сығарып, Юламан ауыл Советы составына индерергә.

3. Юламан һәм Талбазы ауыл Советтарының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

»

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, ст.1 5). Ауырғазы районы буйынса а) түбәндәге юлдар бар[2]:

“Башҡортостан Республикаһының административ–территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
"Талбазы" атамаһын һаҡлап, административ үҙәген Талбазы ауылында ҡалдырып, Талбазы һәм Юламан ауыл Советтарын берләштерергә;

Юламан ауыл Советының Юламан, Алексеевка, Культура, Никольский ауылдарын Талбазы ауыл Советы составына индерергә.
Талбазы ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Юламан ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға.

Ауыл Советы 2008 йылға түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Яңы Кәлсер ауыл Советы, Талбазы ауыл Советы («Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы (ред. 19.11.2008) „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы»).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]