Туйгилде Юлаҡов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Юлаҡов Туйгилде битенән йүнәлтелде)

Туйгилде Юлаҡов (документтарҙа — рус. Туйгилде Жуляков) — Себер даруғаһы башҡорто, 1738 йылдың 20 июнендә Екатеринбург ҡәлғәһенең үҙәк майҙанында тереләй утта яндырылған[1]

Баш күтәреүҙәр сәбәбе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуат башында Уралда киҫкен үҙгәрештәр башлана. Төбәктә «Тау хакимиәте» тип аталған структура барлыҡҡа килә, уға Екатеринбург ҡалаһына нигеҙ һалған, «История Российская» китабының авторы Василий Татищев етәкселек итә. Ул Урал тау идаралығының баш командиры була. Яңы ерҙәрҙә ҡаҙылма байлыҡтар эҙләү ҡыҙғандан-ҡыҙа. Башҡорттарҙан ерҙәрҙе тартып алыу башлана, шул арҡала 1736 йылда баш күтәреүҙәргә килтерә.

Һөҙөмтәлә баш күтәреүселәр каратель отрядтары тарафынан ҡанға батырыла. Мансаж тигән ауыл халҡын нисек язалағандары тураһында ошондай донесение ебәрелгән: «…А убито мужеска полу 40 человек, баб 15. Да с собой привезли малых робят от 10-и лет парней 19, молодых баб 14, девок 18 человек». Баш күтәреүселәрҙе көсләп суҡындыралар, ҡатындарын һәм балаларын крепостнойлыҡҡа бирәләр. Ирҙәрен «служивый»ҙар рәтенә индерәләр.

Рухи ҡаһарманлыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1649 йылда «Собор Уложениеһы»нда, суҡындырылғас Исламға кире ҡайтыусыларҙы яндырырға, тигән положение ҡабул ителгән булған. 1728 йылдың 12 сентябрендә Императрица шул уҡ Уложениены көсөндә ҡалдыра.

Көсләп суҡындырыуҙар башланғас, ҡайһы берәүҙәр исем өсөн генә православиеға күскән булып ҡыланған да, ғәмәлдә Ислам динен тотоуҙы дауам иткән.

Башҡорт ауылынан Туйгилде Юлаҡов та тотоп килтерелә һәм көсләп суҡындырыла әммә ул Ислам дине тотоуын дауам итә. Ундайҙар тураһында мәғлүмәт йыйыла. Баш Тау канцелярияһы урынлашҡан Минзәлә ҡалаһынан 1738 йылдың 11 мартында Себер драгун полкы командиры полковник Арсеньевҡа мосолманлыҡҡа кире ҡайтҡан башҡорт Туйгилде Юлаҡов эше буйынса тикшеренеү үткәрергә ҡушыла. Арсеньев драгун командаһы менән Теча слободаһына барып, Юлаҡовты һәм уның 16, 14 һәм 12 йәшлек улы менән ҡулға алалар. Туйгилденең ҡатыны менән кесе улы урманда йәшеренеп йөрөгән төркөмдәр араһында ҡала.

Православиенан баш тартыу осраҡтарын тикшереү менән майор Угримов шөғөлләнгән. Полковник Арсеньев әсирҙәрен уның янына Екатеринбургҡа ебәрә. 1738 йылдың 10 апрелендә уларҙың ҡулдарына ярҡа кейҙерепберкетеп, бәйләмәй ҙә ике арбаға ултыртып, оҙаталар. Бобровский тигән урыҫ ауылы янында, ҡаланан 30 саҡрым алыҫлыҡта Туйгилде ҡулына кейҙерелгән ярҡанан ысҡынып, эңер төшөүе менән файҙаланып өлкән улының ярҡаһын да ысҡындыра ала. Ат тотоп барған кеше эргәһендәге балтаны эләктереп ала ла үҙҙәренә яҡын килгән Трапезников тигән һыбайлы гренадерҙың аяғына һелтәнә. Тик балта уға түгел, өҙәңгегә тейә. Әммә гренадерҙың аты үрәпсеп, йығыла.

Әсирҙәр урман эсенә йүгерә. Казаков тигән икенсе гренадер Туйгилдене ҡыуып етеп, бирелергә талап итһә лә, тегеһе балта менән ташлана һәм көрмәкләшә торғас, уң ҡулын яралай. Шул арала Трапезников килеп етеп, бысаҡ менән янай һәм Юлаҡов ҡулға бирелә. Улдарын саҡырып сығарырға ҡушалар, тик атаһының тауышына кесе малайы Яҡшымбай ғына сыға.

Гренадерҙар әсирҙәрен Бобровскийға килтерәләр, ауыл крәҫтиәндәренә малайҙарҙы табырға ҡушыла. Иртәгәһенә иртән оло улы Яҡшығолдо тоталар, 1738 йылдың 24 апрелендә уртансы улы Ҡотломбай ҙа тотола.

Екатеринбургҡа килтерелгәс, Туйгилдене майор Угримовҡа килтерәләр. Православиенан баш тартыуын Туйгилде ҡатыны Аҙаҡбикә һәм кесе улы Мөхәмбәтте урмандағы ҡасҡындар аманат итеп тота, шулар өсөн ҡурҡып кире мосолманлыҡҡа күстем, тип аңлата. Шул уҡ ваҡытта Туйгилденең 10 һәм 8 йәшлек ике улы Иҫәт провинцияһы воеводаһында хеҙмәтселектә торған, улар өсөн атаһы борсолоу белдермәгән.

Майор Угримов һорау алыу протоколын Василий Татищевҡа тапшыра. Василий Никитич Туйгилденең гренадерҙарға һөжүме тураһында рапорт алған була, шуға уның бер һүҙенә лә ышанмай. Ошондай фарман бирә «Башкира Тойгильду за то, что, крестясь, принял паки махометанский закон — на страх другим, при собрании всех крещенных башкир сжечь <…>».

1738 йылдың 20 апрелендә Екатеринбург тирәһендә йәшәгән барса башҡорттар Туйгилдене яндырған урынға ҡыуып килтерелә. Татищев ҡул ҡуйған фарманға былай тип яҙылған була: «<…> ты, крестясь в веру греческого исповедания, принял паки махометанский закон, и тем не только в богомерзкое преступление впал, но яко пес на свои блевотины возвратился, и клятвенное свое обещание, данное при крещении, презрел <…>» Фарманды башҡорттарға ҡысҡырып уҡыйҙар, был вәхшәт башҡорттарға динде юрый ғына алмаштырып ҡыланыуҙары язаһыҙ ҡалмаясаҡ тип ҡурҡыу һалырға тейеш була.[2]

1738 йылдың 20 июнендә Екатеринбург ҡәлғәһенең үҙәк майҙанында балалары алдында утта яндырып үлтерәләр[3] Юлаҡовтың улдары көслө һаҡ аҫтында Мәскәүгә ебәрелә. Уларҙы баҙарға сығарып һатҡандарҙыр, моғайын. Артабан уларҙың яҙмышы билдәһеҙ.[4] 8 һәм 10 йәшлек улдарын Василий Татищев үҙенең туғаны полковник Иван Никитичҡа бүләк итә.[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Русская старина, 1878/10, 309 — 313-сө биттәр.
  2. А. И. Ракитин, «Загадочные преступления прошлого», 2001 г.
  3. (Русская старина, 1878/10, 309 — 313-сө биттәр.)
  4. Бердников Л. «Казнить смертью и сжечь…». Хроники российской инквизиции // Новая Юность. — 2010. — № 2(95)
  5. http://aldanov.livejournal.com/640291.html

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ГАСО. Ф.24. Оп.1. Д.818, стр.243-245
  • Меньшиков В. В. Особенности межэтнических контактов в Южном Зауралье в XVII—XVIII веках // Россия и Восток: Проблемы взаимодействий. — Челябинск, 1995. 4. II Русская колонизация Урала.
  • Русская старина, 1878/10, 309 — 313-сө биттәр
  • Старостин А. Н. Ислам в Свердловской области. — М.: Логос, 2007. — 144 с. — (Ислам в России / Под ред. проф. А. В. Малашенко). — ISBN 978-5-98704-268-2. — С.28.
  • Солтанов Й. Ә. Әҫәрҙәр. 15 томда, том IV. Поэмалар һәм роман. — 468 бит. — 170-се бит.