Юлдашев Владимир Ләбиб улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юлдашев Владимир Ләбиб улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 21 сентябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (69 йәш)
Балалары Юлдашев, Ренат Владимирович[d] һәм Юлдашев Марат Владимирович[d]
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Юлдашев Владимир Ләбиб улы (21 сентябрь 1954 йыл) — табип-психиатр. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2005) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Ләбиб улы Юлдашев 1954 йылдың 21 сентябрендә Калуга өлкәһе Бабынино ҡасабаһында тыуған[1]. 1972 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына (хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университетына) уҡырға инә. Институтта ул тик бик яҡшы билдәләргә генә уҡый, институт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Йәйге каникулдар осоронда ул Студенттарҙың йәйге төҙөлөш отрядтарында, ЛССО-ның Республика штабында баш табип булып эшләй.

Студент йылдарынан уҡ психиатрия өлкәһе менән ҡыҙыҡһына, тик ул осорҙа «күренмәгән пәрҙә» аша үтеп, психиатрия кафедраһында шөғөлләнеү, институты тамамлағандан һуң был өлкәлә эшләү ябай студенттар өсөн хыял ғына була. Ләкин Владимир Юлдашев үҙ хыялына тоғро ҡала.

Институттың тәүге курсынан алып, ул психиатрия буйынса студенттарҙың фәнни түңәрәгенә йөрөй башлай. Был түңәрәкте институттың психиатрия кафедраһы мөдире медицина фәндәре докторы, профессор Мәрфүға Нури ҡыҙы Ғайсина менән кафедра ассистенты , һуңыраҡ кафедра профессоры Мәғариф Мәғәсүм улы Ғатауллин алып бара. Билдәле психиатр Э.Крепилиндың уҡыусылары тәжрибәһенә, Ленинград һәм Мәскәү психиатрҙар мәктәбе тәжрибәһенә таянған кафедрала психик сирҙәр психотерапияһына, психик сирлеләрҙең ижады кеүек мәсьәләләргә күп иғтибар бүленә. Психотерапия менән ныҡ ҡыҙыҡһынған икенсе курс студенты Владимир Юлдашев ассистент М. М.Ғатауллин ҡулы аҫтында гипнотерапия, рациональ психотерапия ысулдарын өйрәнә [2].

1978 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағас, 19781980 йылдарҙа В. Юлдашев БДМИ психиатрия кафедраһында клиник ординатурала уҡый. 1980 йылдан алып, Республика психиатрия дауаханаһында табип-ординатор булып эшләй[3].

1981 йылдан башлап, Владимир Ләбиб улы БДМУ-ла психиатрия кафедраһында уҡыта. Төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп, психиатрия буйынса аспирантураға уҡырға инә.

1981-1993 йылдарҙа — ул психиатрия кафедраһында уҡытыусы- ассистент; 1993 йылдың апреленән — доцент, 1995 йылдың декабренән доцент — кафедра мөдире.

1995 йылдан алып Юлдашев дипломдан һуң белем биреү курсы менән психиатрия һәм наркология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 20032012 йылдарҙа студенттар менән тәрбиә һәм социаль эштәр буйынса проректор.

Фәнни эшмәкәрлеге балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә тайпылышлы тәртип (девиант, делинквент тәртип) һәм психоактив матдәләргә (алкоголизм, наркомания һәм токсикомания) бәйлелек формалашыуҙың социаль психологик, биологик факторҙарын өйрәнеүгә арналған. Юлдашев тарафынан балиғ булмаған пациенттарҙы наркотиктарға бәйлелектән иҫкәртеү һәм реабилитациялау саралары эшләнә. Владимир Юлдашев — 400-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

1997 йылдан алап, «БР психиатрҙар һәм наркологтар ассоциацияһы» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты . РБ-ның психиатрия һәм накология буйынса аттестация комиссияһы ағзаһы, РФ һаулыҡ һаҡлау министрлығының уҡытыу- методик комиссияһы ағзаһы[3].

Төп фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Реабилитация женщин, перенёсших абдоминальные и трансвагинальные операции в акушерстве и гинекологии. Уфа, 2007 (авторҙаш);
  • Невротическая депрессия у женщин. Уфа, 2009 (авторҙаш) ;
  • Хроническая боль в спине при деструктивно дистрофических заболеваниях поясничного отдела позвоночника: диагностика и лечение. Уфа, 2009 (авторҙаш) .

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Изучение ассоциации генов ферментов биотрансформации ксенобиотиков с развитием алкогольного гепатита. Шестой национальный конгресс терапевтов. Москва, 23-25 ноября 2011-С.128. Лукманова Л. И., Давлетшин Р. А., Юлдашев В. Л., Асадуллин А. Р., Викторова Т. В.
  • Анализ полиморфизма гена фактора некроза опухолей-_α у больных алкогольным гепатитом. Съезд терапевтов Приволжского Федерального округа России. 20-21 октября 2011, Пермь.-С.60. Лукманова Л. И., Давлетшин Р. А., Юлдашев В. Л., Мурзабаев Х. Х., Асадуллин А. Р., Викторова Т. В.
  • Ошибки и ятрогении в акушерской и гинекологической практике. Ошибки и ятрогении в акушерской и гинекологической практике: монография/-Уфа, Издательство ООО «МИГ», 2011, 252 с. (монография). Глебова Н. Н.,Трубин В. Б., Юлдашев В. Л. Афанасьев А. А.,Додонов А. Н.
  • Пограничные психосоматические расстройства у больных сахарным диабетом 2 типа и пути их коррекции. Профилактическая и клиническая медицина, № 2 том 2(39) 2011. С 23-28. Юлдашев В. Л., Зарипова Г. Р., Зарудий Ф. С.
  • Влияние стресса на агрессивность у больных с аффективными нарушениями. Врач. Ежемесячный научно-практический и публистический журнал. Сентябрь, 2011.-С. 74-78. Бойков С.В,Юлдашев В. Л.
  • Опыт анонимного тестирования подростков г. Уфы .ХУ- съезд психиатров России. 9-12 ноября 2010 г. (материалы съезда)-С.250-251. Юлдашев В. Л.
  • Проявление агрессии при аффективной патологии у больных различной этнической принадлежности. Клиника и лечение психических заболеваний, 2010, № 3.С.22-23. Бойков С. В.,Юлдашев В. Л.
  • Психологические особенности больных детей и подростков, страдающих гнездной алопецией. Российский журнал кожных и венерических болезней., 2009, № 1.-С. 54-57. Юлдашев В. Л., Гафаров М. М.,Галимов Р. К.
  • Особенности агрессии у девочек-подростков с делинквентным поведением. Российский психиатрический журнал-Москва,1999-С.18-23. Буторина И. Е.,Масагутов Р. М.,Юлдашев В. Л.,Певцов Г. В.
  • Невротические расстройства у детей и подростков: механизмы формирования в контексте влияния микросоциальных факторов. Обозрение психиатрии и медицинской психологии имени В. М. Бехтерева, 2008, № 2-С.8-11. Юлдашев В. Л.,Тимербулатов И. Ф.
  • Теория, практика и методы антинаркотической деятельности в современной России. Монография.- М.: Орбита — М, 2014.- 216с.
  • Показатели социально-психологической адаптации у студентов, пользователей компьютеров, Медицинский вестник Башкортостана, том 10, № 1, 2015. Л. Р. Бакиров, Р. Р. Ахмадеев, В. Л. Юлдашев, И. Ф. Тимербулатов

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]