Юлдаш (радио)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Юлдаш радиоһы
Юлдаш.jpg
Ҡала

Өфө

Ил

Рәсәй Рәсәй

Слоган

Беҙ бергә!!!

Тапшырыуҙар теле

башҡорт һәм татар

Йышлыҡ

105,5 Өфө, 103,8 Стәрлетамаҡ

Тапшырыу ваҡыты

тәүлек әйләнәһенә

Тапшырыу зонаһы

Рәсәй Рәсәй,
Башҡортостан Башҡортостан,
Ырымбур өлкәһе Ырымбур өлкәһе,
Силәбе өлкәһе Силәбе өлкәһе

Эшләй башлаған ваҡыт

25 сентябрь 2000

Етәксеһе

Миләүшә Ҡасим ҡыҙы Йәғәфәрова

Сайт

http://yuldashfm.ru

«Юлда́ш» (рус. Радио Юлдаш) — Башҡортостан Республикаһының «FM» йышлығында тәүлек әйләнәһенә эшләгән дәүләт радиоһы. 2000 йылдың 25 сентябрендә «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы составында ойошторола. Радиостанция тапшырыуҙары мәғлүмәт, йыр-моң, күңел асыу программаларынан тора, уларҙың төп өлөшө башҡорт телендә алып барыла, көн һайын өс сәғәт татар телендәге тапышырыуҙарға бирелә. «Юлдаш»ты Башҡортостандан тыш Ҡурған, Силәбе, Ырымбур һәм Һамар өлкәләрендә, Татарстан һәм Удмурт Республикаларында, 2015 йылдың июненән Пермь крайында, интернет аша донъяның һәр мөйөшөндә лә тыңларға була.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (Ләйлә Аралбаева) хәбәр итеүенсә (22 июнь 2015 йыл), Пермь крайы Барҙа районында «Юлдаш» радиоһы тапшырғысы эш башланы[1]. Хәҙер бында йәшәүсе башҡорттар үҙ туған телдәрендә тапшырыуҙарҙы тәүлек әйләнәһенә тыңлаясаҡ.

Йышлыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уңыштары һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2013 йыл, март — Журналистика өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһына «Юлдаш» радиоһының «Төркауаз» тапшырыуы авторы Самиға Ғафарова лайыҡ булды[2].
  • 2014 йыл, июнь — Радиотапшырыуҙар өлкәһендә «Radiostation Awards» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиостанцияһы тип танылды.
  • 2015 йыл, июнь — «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы икенсе йыл рәттән «Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиоһы» тип танылды.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]