Юлдаш ҡаласығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Юлдаш ҡаласығы, Петер‑Тау (рус. Юлдашевское городище) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрге Юлдаш ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. I мең йыллыҡ уртаһы — б.э. I мең йыллыҡ уртаһына ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әнәс ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрге Юлдаш ауылынан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2,5—3 км алыҫлыҡта Сөн йылғаһы тамағында урынлашҡан. Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй) — 30 км. Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ябалаҡ) - 5 км

Табылдыҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юлдаш ҡаласығының дөйөм майҙаны яҡынса 4 мең м², археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында 507 м² ере ҡаҙып, өйрәнелгән.

Ҡаласыҡ ике ур [4] һәм соҡор, төньяҡ‑көнбайыштан түңәрәк ур менән ҡурсаланған.

Торлаҡ эҙҙәре табылмаған, асыҡ усаҡ ҡалдыҡтары, хужалыҡ соҡорҙары булыуы асыҡланған.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ әйберҙәрҙе типологик яҡтан Ананьин мәҙәниәтенә, Пьяный Бор мәҙәниәтенә һәм Мазунин­ мә­ҙәниәтенә индереп була.

Һөйәк уҡ башаҡтары, тупар балта, тишкес, балсыҡ орсоҡбаштар һәм иретеү һауыты табылған, тимәк, мәғдәнселек менән дә шөғөлләнгәндәр.

Юлдаш ҡаласығы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[5]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[6].

Асыш тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаласыҡ 1894 йылда Рәсәй империяһы археологы, этнограф, журналист һәм яҙыусы, Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнгән, Ф.Д.Не­фёдов тарафынан асылған.

1969 йылда ғалим-археолог, тарих фәндәре кандидаты Байтимер Батырхан улы Агеев [7] тикшеренә.

1970 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты А.Х.Пшеничнюк өйрәнә.

1972 йылда археолог Васюткин Сергей Михайлович тикшеренеү эштәре уҙғарған.

1971, 1974, 1978 йылдарҙа ғалим-тарихсы-археолог, тарих фәндәре докторы, профессор В. А. Иванов өйрәнгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Юлдаш ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 24 октябрь архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  5. И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  6. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
  7. Байтимир Батырханович Агеев//Национальный музей Республики Башкортостан

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иванов В.А. Вооружение и военное дело финно‑угров Приуралья в эпоху раннего железа. М., 1984.
  • Иванов В.А. Городище Петер‑Тау (Юлдашевское) //Советская археология. 1982. №3
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.