Эстәлеккә күсергә

Юлемисте (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Юлемисте
эст. Ülemiste järv
2009 йылдың көҙөндә Юлемисте күлен төньяҡ-көнсығыш яҡтан (аэроһүрәт)
2009 йылдың көҙөндә Юлемисте күлен төньяҡ-көнсығыш яҡтан (аэроһүрәт)
Морфометрия
Абсолют бейеклеге35,7[1] м
Үлсәме4,72[2] × 3,2[2] км
Майҙаны9,417[2] км²
Күләме0,031[3] км³
Яр һыҙаты15,2[2] км
Иң тәрән урыны5,5[2] м
Уртаса тәрәнләк3,3[2] м
Гидрология
Үтә күренеүсәнлеге0,5[4] м
Бассейн
Площадь бассейна99,2[2] км²
Вытекающая рекаХярьяпеа
Урынлашыуы
59°24′00″ т. к. 24°46′00″ кс. о.HGЯO
Ил
УездХарьюмаа
МуниципалитетТаллин
Эстония
Точка
Юлемисте
Харьюмаа
Точка
Юлемисте
Карта
 Юлемисте Викимилектә

Ю́лемисте[5][1] (эст. Ülemiste järv)[6] — Эстонияның баш ҡалаһы Таллиндағы күл. Кесклинн районының көньяҡ өлөшөндә, Юлемистеярве биҫтәһе биләмәһендә урынлашҡан[7]. Күлдә 1,1 гектар майҙанлы бер утрау бар[2].

XIV быуаттан алып ҡаланың эсәр һыу сығанағы булып тора[4]. Уртаса һыу ҡулланыу тәүлегенә 60 мең м³ тәшкил итә[3].

Күл Таллиндың үҙәк өлөшөнән көньяҡта диңгеҙ кимәленән 35,7 м[1] бейеклектә урынлашҡан[1]. Күл янында Таллин аэропорты һәм «Юлемисте Кескус» сауҙа үҙәге урынлашҡан[7][8].

Күлдең майҙаны 941,7 га тәшкил итә (Эстониялағы иң ҙур һыу ятҡылыҡтары араһында 4-се урын[9] һәм Чуд күле һәм Выртсъярв күленән һуң Эстония күлдәре араһында 3-сө урын[10]). Күлдең оҙонлоғо — 4720 м, киңлеге — 3200 м, иң тәрән урыны — 5,5 м, уртаса тәрәнлеге — 3,3 м. Яр буйы оҙонлоғо — 15 200 м. Һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 1878 км². Һыу алмашыу йылына 3 тапҡыр башҡарыла[2].

Күлдән Хярьяпеа йылғаһы ағып сыға, уның 4,5 км оҙонлоғондағы үҙәне 1938 йылда ер аҫты канализация коллекторына йүнәлтелгән[11].

Тарихи яҡтан күлдең төрлө атамалары булған:

  • Бумажное (1900 йыл)[6],
  • Обер-Зе (старорус. Оберъ-Зе, нем. Der Ober-See, 1900 йыл)[12][6],
  • Верхнее (1907 йыл)[6],
  • Йеркель (старорус. Іеркелъ)[13] (нем. Jerkelsche See[6]),
  • Юлемистэ-ярв (1931 йыл)[14].

С. Г. Вестрингтың[de] "Эстон-герман лексиконы"нда (1720 йыл) эст. Üllemiste Järw, нем. der Jerkelsche See булараҡ телгә алына[6].

  1. 1 2 3 Карта бите O-35-14. Издание 1979 г.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Ülemiste järv (эст.). — Информация о географическом объекте в Регистре данных окружающей среды Эстонии: register.keskkonnainfo.ee. Дата обращения: 19 август 2017.
  3. 1 2 Водоочистная станция Юлемисте. Дата обращения: 19 август 2017. Архивировано из оригинала 19 август 2017 года.
  4. 1 2 Tiia Trei, Tiiu Trei. Sajand Ülemiste järves: taimed teavad tõtt (эст.). loodusajakiri.ee (декабрь 2003). — Статья из журнала «Природа Эстонии» (Eesti Loodus) с подробной информацией об озере Юлемисте. Дата обращения: 19 август 2017. Архивировано 4 март 2016 года.
  5. Инструкция по русской передаче географических названий Эстонской ССР / Составитель: С. К. Бушмакин. Редактор: А. Х. Каск. — Москва: Типография издательства «Известия», 1972. — 29 с. 1000 экз.
  6. 1 2 3 4 5 6 Ülemiste järv. — результаты поиска в базе данных географических названий Института эстонского языка (KNAB; Eesti Keele Instituudi kohanimeandmebaas): eki.ee/knab/knab.htm. Дата обращения: 19 август 2017.
  7. 1 2 Данные получены при помощи картографического сервиса на Геопортале Эстонской Республики (инг.) (эст.)
  8. Данные получены при помощи картографического сервиса Google Maps.
  9. Eesti järvede nimestik. Looduslikud ja tehisjärved (эст.). keskkonnainfo.ee. Дата обращения: 19 август 2017. Архивировано из оригинала 9 март 2016 года.
  10. Информация о водных объектах в Регистре данных окружающей среды Эстонии (эст.). register.keskkonnainfo.ee. Дата обращения: 16 август 2017.
  11. Muttika, Jüri Jõgi Tallinna kesklinnas?!? (эст.). Eesti Ekspress. Дата обращения: 22 ноябрь 2009. Архивировано из оригинала 12 февраль 2010 года.
  12. Лист 4 из III ряда из комплекта топографических карт Российской империи работы Шуберта. Масштаб: 1:126000. Издание 1915 года.
  13. XII лист «Специальной карты Западной части Российской Империи, составленной и гравированной в 1/420000 долю настоящей величины при Военно-Топографическом Депо, во время управления генерал квартирмейстера Нейдгарта под руководством генерал-лейтенанта Шуберта». Масштаб: 1:420000. Издание 1832 г.
  14. Карта бите O-35-14. Издание 1931 г.
  • Ülemiste järv (эст.). — Информационная система Природа Эстонии (EELIS): loodus.keskkonnainfo.ee. Дата обращения: 19 август 2017.