Юлсурина Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әлфиә Юлсурина
Тыуған

25 апрель 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (59 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы.

Ил

Рәсәй Рәсәй

Һөнәрҙәре

йырсы

Йырлау тауышы

меццо-сопрано

Хеҙмәттәшлек

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалар
Башҡортостандың халыҡ артисы

Юлсурина Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы (25 апрель 1960 йыл) — башҡорт йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1960 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған.

1983 йылда Өфө сәнғәт училищеһының яңғыҙ йырлау бүлеген (Әлфиә Мәсәлимова класы) тамамлай һәм Бөрйән районы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып эш башлай.

1996 йылдан — Башҡорт филармонияһының йырсыһы. Киң диапазонлы меццо-сопрано тауышына эйә.

Филармонияның Фәдис Ғәниев, Радик Вәлмөхәмәтов етәкселегендәге һәм "Ҡыҙык һәм Мәҙәк"эстрада төркөмдәрендә эшләне.

2007 йылдан Юлсурина Ә. М. — Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры солисткаһы .

Вокаль партиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт халыҡ йырҙары «Абдрахман кантон», «Боронғо йыр» — «Старинная песня», «Ғайса ахун», «Ҡара урман» — «Тёмный лес», «Сибай», «Юлғотло», «Ялан Йәркәй»; композиторҙар З. Г. Исмәғилов, Т. Ш. Кәримов, С. Ә. Низаметдинов, С. З. Сәйҙәшев, З. Хәким, Р. М. Хәсәнов, Р. М. Яхин һ.б. йырҙары һәм романстары; боронғо рус романстары һ.б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002)
  • «Йәш тауыштар» («Молодые голоса») йыр конкурсы лауреаты (1989),
  • «Яҙғы моңдар» («Весенние мелодии» башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы лауреаты (1995, Өфө)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]