Юрезанский Владимир Тимофеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
{{{Исеме}}}

Юрезанский Владимир Тимофеевич (23 января [4 февраля1888, Златоуст өйәҙе Пичугин ауылы — 1957 йылдың 9 феврале), яҙыусы, журналист, Бөйөк ватан һуғышы ополченсыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Владимир Тимофеевич Нос (әҙәби псевдонимы — Юрезанский) 1888 йылдың 23 ғинуары (4 феврале) Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе.Пичугин ауылында тыуған. Ата-әсәһе сығышы менән украин крәҫтиәндәре. Владимир 13 йәшкә тиклем Пичугин ауылында, 13 йәшенән 19 йәшенә тиклем —Красноуфимск ҡалаһында йәшәй.

Тәүҙә Владимирҙы өләсәһе уҡытҡан. 1898 йылдың көҙөнән 1899 йылдың яҙына тиклем Михайловка ауылында (мордва ауылы Ҡыҙылъяр) Халыҡ мәктәбендә өсөнсө класта уҡый, һуңынан 18991901 йылдарҙа шул уҡ Златоуст өйәҙендә Таҙтүбә ауылында ике класлы училищены тамамлай[1].

19001907 йылдарҙа Владимир Красноуфимск реаль училищеһында уҡый, унан иреккә ынтылыусы «Луч» ҡулъяҙма уҡыусылар журналы мөхәррире булараҡ уҡыуҙан сығарыла һәм Иркутскиға һөрөлә, унан Силәбегә күсерелә, унда экстерн ысул менән урындағы реаль училищены тамамлай. 1908 йылдан алып 1911 йылға тиклем Силәбеләге «Голос Приуралья» гәзитендә репортёр булып эшләй. Ошонда уҡ үҙенең тәүге шиғырҙарын уҡыусы халыҡҡа тәҡдим итә.

19111915 йылдарҙа Санкт-Петербург политехник институтында уҡый[2], баш ҡала гәзиттәрендә эшләй.

Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, Петроградтағы революция ваҡиғаларында ҡатнаша.

Яҙыусының артабанғы яҙмышы оҙаҡ йылдарға Украина менән бәйле. 1918 йылда бында ул үҙенең «Уралда көҙ» исемле һуңғы шиғырын баҫтыра һәм тулыһынса прозаға күсә. Уның һәләтен Константин Федин, Александр Фадеев, Максим Горький таный һәм билдәләй.[2]

Мәскәүҙәге Рәсәй дәүләт әҙәбиәт һәм сәнғәт архивында, В. Т. Юрезский иҫтәлегенә арналған башҡа документтар араһында, уның күп кенә билдәле замандаштары, А. М. Горький (1923), Г. Д. Гребенщиков (1918), В. Г. Короленко (1917), А. Н. Пантелеевтың 2 хаты (1952, 1953), П. И. Панчаның 4 хаты (1955—1956), О. Н. Писаржевский (1955), В. Д. Ряховскийҙың 17 хаты (1940—1953), С. Н. Сергеев-Ценский (1940), Ф. К. Сологуб (1925), Рабиндранат Тагор (1924), А. А. Фадеев (1946), К. А. Федин 2 хаты (1946, 1951), О. Е. Чёрный (1947), М. С. Шагинян 2 хаты (1955) һәм башҡаларҙың, хаттары һаҡлана. Бөтәһе 85 корреспонденция.[3]

Файл:Redakciya gazety golos priuralya avgust 1909 g .jpg
«Голос Приуралья» гәзите редакцияһы. 1909 йыл. А. Н. Лаврушин, В. Т. Нос (Юрезанский), В. А. Весновский, С. А. Нодель, В. Л. Горбунов-Горохов.

В. Т. Юрезанский хеҙмәттәшлек иткән баҫмалар исемлеге:[4]

  • «Приуралье» (Силәбе)
  • «Голос Приуралья» (Силәбе)
  • «Уральский край» (Екатеринбург)
  • «Жизнь для всех» (Петербург)
  • «Современник» (Петербург)
  • «Голос фронта» (Көньяҡ-Көнбайыш Фронт)
  • «Красная нива» (Мәскәү)
  • «Новый мир» (Мәскәү)
  • «Наши достижения» (Мәскәү)
  • «Колхозник» (Мәскәү).

Әҙәби псевдонимын яҙыусы тыуған төйәге — Йүрүҙән йылғаһы иҫтәлегенә алған. Яҙыусының вариҫтары уны фамилия сифатында ҡалдырған.

В. Т. Юрезанский Мәскәү ҡалаһында вафат була, Ваганьков зыяратында ерләнә.

Әҙәби ижадын ҡыҫҡаса тасуирлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе «Ржи цветут» (1924) хикәйәләр йыйынтығына Урал төбәктәре хаҡында 4 хикәйәһе («Ржи цветут», «Лиственный лог», «Мосей Уварыч», «Троицын день») ингән. «Зной» тигән икенсе йыйынтығы ла тыуған Уралына арналған.

Яҙыусы илебеҙҙә булып үткән ваҡиғаларға ла мөрәжәғәт итә. Яҙыусының батшабикә Екатерина II хакимлыҡ иткән йылдарҙа баш күтәреүсе казактар тураһында яҙылған «Исчезнувшее село» исемле китабы (тәүҙә, 1926 йылда, повесть рәүешендә, аҙаҡ 1930 йылдан — роман рәүешендә донъя күргән) уның ошондай әҫәрҙәренән иң билдәлеһе була. Дөйөм алғанда ул 1926 йылдан 1969 йылға тиклем 6 тапҡыр донъя күрҙе.[5]

«Зарево над полями» тигән икенсе тарихи әҫәре сағыштырмаса яҡын осорға ҡарай (1905 йылғы революция хаҡында повесть). Шул уҡ ваҡытта яҙыусы революция эшмәкәрҙәре образын көрәш шарттарында ғына түгел, шәхсән һәм шәхси тормош шарттарында ла күрһәтергә ынтыла.

Тиҙҙән Днепрострой һәм Днепрогэс яҙыусы ижадының төп йүнәлештәре булып китә. 1946 йылда Мәскәүҙә донъя күргән «Покорение реки» китабында төп геройҙарҙың яҙмыштары аша художестволы рәүештә Днепрострой тарихы һүрәтләнә. 1955 йылда баҫылған «Огни на Днепре» повесы — шул уҡ китаптың киңәйтелгән һәм тулыландырылған сығарылышы.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: 1946 йылғы баҫмала повесть белгестәрҙең Днепрогэсты төҙөү маҡсатҡа ярашлылығы һәм уны тормошҡа ашырыу алымдары буйынса сағыу тасуирламаһынан башланып китә, өҫтәүенә сит илдән (Германиянан һәм Американан) саҡырылған ике консультанттың төп дәлилдәрен килтерә һәм Штаттарҙан, күптән түгел булып үткән һуғыштағы союздаштарҙың һығымталары иң дөрөҫө һәм нигеҙлә булыуы таныла (совет белгестәре фекерҙәргә өҫтәмә генә индерә һәм йомғаҡлай ғына) тип яҙылһа, 1955 йылғы баҫмала сит ил белгестәре тураһында телгә лә алынмай, һәм билдәле дәлилдәрҙе фәҡәт совет инженерҙары ғына әйтеп бирә.

1948 йылда сыҡҡан «Человек побеждает» документаль повесы ла шулай уҡ Днепрогэсҡа бағышланған, әммә һуғыштан һуңғы яңынан тергеҙеү күҙлегенән сығып яҙылған. Бында ла яҙыусы урал кешеләрен онотмай. Повестың төп геройы Силәбенән А. Лошкарёва, ул башҡа силәбеләр менән электростанцияны тергеҙеүҙә ҡатнаша.

Яҙыусы башҡа ҙур гидротехник төҙөлөштәрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. 1951 йылда уның Сталинград гидроузелын төҙөү тураһында «У города вечной славы» тигән очеркы донъя күрә.

Һуғыштан һуң, әгәр яңы әҫәрҙәр тураһында һүҙ барһа, В. Т. Юрезанский аҙ баҫыла.

Төп әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ржи цветут. Хикәйәләр китабы. Винница, 1924.
  2. Зной. Хикәйәләр китабы. Харьков. Укргосиздат, 1926.
  3. Исчезнувшее село. Балалар өсөн повесть. Харьков: Пролетарий, 1926.
  4. Зарево над полями. Повесть. Харьков. 1926. Мәскәү. 1928, 1930. (Шулай уҡ украин, поляк, немец һәм болгар телдәрендә нәшер ителгән).
  5. Клад. Балалар өсөн повесть, Мәскәү: Молодая гвардия, 1927.
  6. Вокруг света в 50 дней. (Яков Исаакович Кальницкий менән бергә). Харьков: Пролетарий, 1928. 128 б. 4000 дана.
  7. Яблони. Хикәйәләр китабы. Харьков: Пролетарий, 1928.
  8. Алмазная свита. Таш күмерле Донбасс тураһында роман. Харьков: Пролетарий, 1930.
  9. Исчезнувшее село. Роман. Мәскәү, ЗИФ, 1930. Шулай уҡ яңынан баҫылып сыҡҡандары: М.: Гослитиздат,` 1939 й. 264 б.; М.: Советский писатель, 1938, 1956 й., 288 б.; шунда уҡ, 1958 й. 287 б.; шунда уҡ, 1969 й., 280 б.
  10. Голубая река. Хикәйәләр. Киев—Харьков, 1935
  11. Река в горах. Хикәйәләр китабы. Киев: Гослитиздат, 1937.
  12. Покорение реки. (Днепрострой тарихы). М.: Советский писатель, 1946 й. 356 б. — 20 мең дана.
  13. Человек побеждает. Ю.Ростовцевтың ағасҡа ырылған гравюралары. М.: Профиздат, 1948 й., 140 б. — 15 иең дана.
  14. У города вечной славы. Очерк о строительстве Сталинград гидроүҙәген төҙөү тураһында. Тышын биҙәүсе рәссам Вс. Бродский. М.: Молодая гвардия, 1951 й. 48 б. йомшаҡ тыш, ҙурайтылған формат.
  15. Огни на Днепре. П. Осовский һүрәттәре М.: Детгиз, 1955 й. 447 б., — 30 мең дана.

Әҫәрҙәрен экранлаштырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Полтавалағы Тюрбай ауылы украин казактарының Екатерина II хакимлыҡ иткән осорҙағы крепостник алпауыттарҙың баҫымына ҡаршы драматизм менән һуғарылған көрәше тураһындағы «Исчезнувшее село» повесын уҡыусылар ғына түгел, кино эшмәкәрҙәре лә тиҙ күреп ҡала. 1928 йылдың 1 апрелендә ошо әҫәр буйынса ҡуйылған «Каприз Екатерины II» фильмы ил экрандарына сыға. Режиссёры Пётр Иванович Чарднин, сценарийын Александр Гатов һәм Владимир Юрезанский бергә яҙа. Оператор Даниил Демуцкий, рәссам Силий Кричевский[6].
  • Рәсәй дәүләт әҙәбиәт һәм сәнғәт архивында (РГАЛИ) И. Л. Пруттың 1947 йылда В. Т. Юрезанскийҙың «Человек побеждает» китабы буйынса сценарий өҫтөндә эшләү тураһында Мосфильмдың сценарий студияһы директорына доклад яҙмаһы һаҡланған.[3]

Яҙыусы тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шмаков А. А. О забытом поэте // Наше литературное вчера. Ч., 1962;
  • Шмаков А. А. Певец двух краев // На литературных тропах. Ч., 1969.
  • Шмаков А. А., Шмакова Т. А. Урал литературный: Крат. биобиблиогр. слов. / Ч., 1988.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Бирюков В. П. Записки уральского краеведа Архивная копия от 22 октябрь 2012 на Wayback Machine// Челябинск, ЮУКИ, 1964. 144с.
  2. 2,0 2,1 Юрезанский, Владимир Тимофеевич (о нём) на страницах «Челябинской энциклопедии»
  3. 3,0 3,1 Юрезанский, Владимир Тимофеевич (архив писателя). Москва, РГАЛИ
  4. Бирюков В. П. Записки уральского краеведа Архивная копия от 22 октябрь 2012 на Wayback Machine// Челябинск, ЮУКИ, 1964. 144с.
  5. Все шесть изданий книги «Исчезнувшее село» перечислены в данной заметке в списке трудов писателя
  6. «Каприз Екатерины II» (о фильме") на странице «Кинопоиск»