Юрматы кантоны
Юрматы кантоны | |
---|---|
Юрматы кантоны | |
Ил | Башҡортостан автономияһы Башҡортостан АССР-ы |
Үҙәге | Ергән (1918 йылдан), Петровское (1919 йылдың мартынан) һәм Воскресенск (1919 йылдың ноябренән) ауылдары |
Ойошторолған | 1919 |
Майҙаны | 6 313 км² |
Халҡы | 94 974 кеше (1920) |
Рәсми телдәр | башҡорт теле |
Юрматы кантоны (рус. Юрматынский кантон) — Башҡортостан кантоны.
Административ үҙәге — Ергән (1918 йылдан), Петровское (1919 йылдың мартынан) һәм Воскресенск (1919 йылдың ноябренән) ауылдары.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].
1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Юрматы кантоны ла була.
1922 йылдың 5 октябрендә кантон бөтөрөлә, уның территорияһы Стәрлетамаҡ кантоны составына инә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылда — 94 974 кеше (1920).
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙаны — 6 313 км² (1922). Төньяҡта — Табын кантоны, төньяҡ-көнсығышта — Тамьян-Ҡатай кантоны, көньяҡ-көнсығышта - Бөрйән-Түңгәүер кантоны, көньяҡта һәм көнбайышта Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны, көнбайышта Өфө губернаһы менән сиктәш була.
Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
- ↑ Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нугаева Ф. Г. Юрматынский кантон // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.