Юша (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юша
Ҡайҙа ҡоя Инйәр
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 11 km
Карта

Юша йылғаһы — Рәсәй, Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы йылғаһы. Ул Юша ауылы (станцияһы), Кәртәле ауылы янынан аға, ҙур түгел.

Юша Инйәр йылғаһына ҡоя. Оҙонлоғо — 11 км.

Һыу объекты системаһы: ИнйәрЭҫемАғиҙелКамаВолгаКаспий диңгеҙе

Юша йылғаһы күпере

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә юша һүҙенең ике мәғәнәһе бар:

1) ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәге балсыҡлы тау тоҡомо;

2) йүшә һүҙенең диалект варианты — Ағас башына боҙланып ҡатҡан ҡар, лүшә.

Был төбәктең балсығы ҡыҙыл икәнен хәтерҙә тотҡанда, атама тап шунан сығып бирелгәндер тип фараз итергә ҡала[1].

Юша атамалы объекттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға Юша һырты буйынан ағып килә. Юша атамалы тимер юл станцияһы ла бар.

Юша — туристар маршрутында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инйәр йылғаһы яҙғы-йәйге осорҙа туристарҙы күпләп йәлеп итә. Экстрим яратыусылар бигерәк тә яҙғы ташҡында кәмә менән төшөргә ярата. Ғәҙәттә, улар маршрутты Оло Инйәр йылғаһынан башлап ҡоралар.

Бына шундай бер яҙма: «Оло Инйәр Башҡортостан Республикаһының Белорет районынан ағып үтә. Йылға Баштау, Уварея һәм Бәләтүр һырттары аша үтеп, тау йылғаһына әүерелә.

Маршруты башлаған ерҙә йылға киң түгел, әммә яйлап, ҡушылдыҡтары Юша, Һарышты йылғалары һыуын алып, киңлеге 80 метрға етә»[2].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге, 2 том. — Мәскәү, 1993. — 442-се бит

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге, 2 том. — Мәскәү, 1993. — 442-се бит
  2. Весенний экстрим на Инзере. 2017 йыл 17 декабрь архивланған.