Юғары баш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Юғары баш
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 6 март 1968
Дәүләт Flag of Azerbaijan.svg Әзербайжан
Commons-logo.svg Юғары баш Викимилектә

Юғары баш (әзерб. Yuxarı Baş) — тарихи-архитектура ҡурсаулығы [1][2] (ҡалҡыулыҡта)[3], Әзербайжанда, Шәки ҡалаһында,ҡаланың тарихи өлөшөндә урынлашҡан[2] Был ҡаланың иң боронғо аймағы. [3]. Ҡурсаулыҡ майҙаны — 283 га[4].

Ҡурсыуға алынған был аймаҡта Шәки ҡәлғәһе, уның эсендәге Шәки хан һарайы, Шәки Каруанһарайы урынлашҡан төп сауҙа урамы бар, уның буйлап кәсепселәрҙең дөкәндәре теҙелеп киткән[1]. Был сауҙа урамын тирәләп торлаҡ мәхәлләләре урынлашҡан, улар ҡәҙимге атамаларын һаҡлаған: Гилейли, Гырычы, Гуллар, Дулузлар, Афганлар, Отаг-Эйши, Сары-торпаг һ.б..[3][5] Ҡурсаулыҡ биләмәһенә шулай уҡ Шәкихановтар йорто, манаралы мәсеттәр һәм мунсалар ингән [6].

«Юғары баш» 1968 йылдың 6 мартында Әзербайжан ССР-ы Министрҙар Советы ҡарары менән архитектура ҡурсаулығы тип иғлан ителгән. 2001 йылдан ҡаланың тарихи өлөшө ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә кандидат булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихты өйрәнеүселәр Нуха — боронғо Шәки тип уйлаған. Әммә тарихи сығанаҡтарҙы һәм урындағы шарттарҙы өйрәнә торғас, Шәки менән Нуха бер үк түгел икәнен асыҡлағандар. Шәки ҡалаһы Киш тарлауығынан күпкә түбән урынлашҡан булған. Шәки ҡалаһы 1772 йылдағы ташҡын һөҙөмтәһендә тотошлай йыуҙыртып алып кителгән. Унда йәшәүселәр тынысһыҙ был йылғанан 100 м самаһы өҫтәрәк торған Нухаға күсенгән. Артабан Нуха ныҡ үҫешеп киткән[7]. Ошонда уҡ нығытма-ҡәлғә төҙөлгән[8].

Көнсығыштан ағып килгән Гурджаначай йылғаһы ҡаланы икегә бүлә — төньяғы ҡалҡыуыраҡ, көньяғы — уйһыуҙа. Сауҙа киңәйгән һайын ҡаланың бер яғы нығыраҡ үҫә барған. Ҡаланың төньяғындағы Гурджаначай һәм Дайирман-арх эсергә лә, һуғарыуға ла тотонолған. Ике йылға ҡушылған урында һуңғараҡ ҡаланың яңы, майҙанлы үҙәге барлыҡҡа килгән. Гурджаначай йылғаһы тәбиғи рәүештә ҡаланың архитектура ҡоролошона йоғонто яһаған, ә Дайирман-арх йылғаһы ҡаланың икенсел үҙәге булған[8].

Нуханың планында (Шәкинең 1968 йылға тиклем атамаһы)[9][10]) 1852 йылда ҡала ошондай мәхәлләләргә бүленгән булған: А. Юғары баш, В. Гәнжәли, С. Дабахи, D. Пайдумлы, Е. Чайкрах, F. Таҙакәнт, G. Ҡоғнакәнт. «Юғары баш» тип ҡаланың ҡәлғә торған үрге урыны аталған[11][12].

Ҡурсаулыҡ 1967 йылдың 23 апрелендә рәсми ҡарарҙар нигеҙендә барлыҡҡа килгән[4]. Уның сиктәре лә шулай уҡ раҫланған.[4].

1968 йылдың 6 мартында «Юғары баш» рәсми рәүештә архитектура ҡурсаулығы тип иғлан ителгән[1][13].

2001 йылдың 24 октябрендә Шәки ҡалаһының тарихи өлөшө Шәки хан һарайы менән берлектә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә кандидат итеп билдәләнгән[14].

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юғары баш (Юғары баш)
«Юғары баш» ҡурсыулығындағы урамдар картаһы

Ҡәлғәнән алып Гурджаначай йылғаһы буйлап һуҙылып киткән Мирза Фатали Ахундов урамын сауҙа-баҙар комплексы тәшкил итә. Сауҙа үҙәгенең бында урынлашыуы күрше илдәрҙән килгән каруан юлдарының ошонда киҫелешеүе менән бәйле булған. Ҡәлғәнан башланған был урам шулай уҡ Шәки хан һарайының әһәмиәтен дә күтәреп ебәргән[15]. Бында урам бик уңайлы урынлашҡан — көндөң ҡайһы ваҡытында ла ҡояш күҙҙе сағылдырмаған. Сауҙа урамы Зиссерман Арнольд Львович яҙмаларында ла телгә алынған (XIX быуат уртаһы).

Бер ваҡытта төҙөлә башлағанға күрә урамдар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һалынып бөткән. Гурджаначай буйынан һуҙылып киткән төп урам ҡаланың әһәмиәтле архитектура комплекстарын бәйләп торған. Урам йылғаның ярҙарына бик ярашлы итеп төҙөлгән[16]. Ошо сауҙа урамы тирәһендә тығыҙ урынлашып мәхәлләләр барлыҡҡа килгән[13].

«Юғары баш»тағы урамдар ҡатмарлы һәм тармаҡланып киткән булыуға ҡарамаҫтан, тарихи һәм сәнғәти архитектура яғынан ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле. Был йәһәттән үҙәк урам беренсе урында тора. Урамдар бейеклектәр менән сикләнгән, был уларҙы ансамбль барлыҡҡа килтерергә мәжбүр иткән[16].

Төп урамдарҙан тар ғыналары тығыҙ селтәр булып таралып китә, тыҡрыҡтар, тупиктар күп. Түбәләрҙе ағастар күләгәләй[16].

Архитектура ҡомартҡылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡәлғә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡәлғә диуарҙары һәм нығытма башнялары беҙҙең көндәрҙә

Ҡаланың үрге яғында, ҡурсаулыҡ биләмәһендә хан нығытмаһы булараҡ Шәки ҡәлғәһе төҙөлгән[17]. Ҡәлғә ҡаланың планлы рәүештә үҙәге булған һәм Шәкинең бер убаһында урынлашҡан. Нығытма 1790 йылда ҡатмарлы конфигурациялы күпмөйөш рәүешендә[18] төҙөлгән. Ҡәлғәнең таш диуарҙары сығыңҡы башнялар менән һаҡланған һәм атыр уйымдар ҡалдырылған. Был диуарҙар күп таҡырҙар үҙгәртеп һалынған. Кавказ яуҙары ваҡытында диуарҙарҙы бейегәйткәндәр{sfn|Бретаницкий и др.|1948|с=9}}.

Хәрби стратегия йәһәтенән дә, тәбиғәте менән дә ҡәлғәнең һайланған урыны бик уңышлы. Диуарҙарының дөйөм оҙонлоғо 1300 метр, төньяҡ диуар бейеклеге — 4 м, көньяғы — 8 м. Диуар ҡалынлығы — 2,2 м. Ике яҡтан ике ҡапҡаһы бар[19]. Беҙҙең замандарға улар емерелгән булған, әммә 1958-63 йылдарҙа ҡәлғәгә реставрация эшләнгән[20].

Ҡәлғәнең 1853 йылдағы планында эстә күп ҡоролмалар булғаны күренә[17]. Ҡырҡлап ҡаралты булған. Унан һуң артыҡ үҙгәрештәр индерелмәй генә яңы нәмәләр төҙөлгән. Үҙгәрештәр ғәҙәттә ҡайһы бер биналарҙы гарнизон хәжәттәренә биреү менән бәйле булған[21]. 1819 йылғы план менән сағыштырғанда, яңы төҙөлөштәр хан ғаиләһе ихтыяждары өсөн булғанлығы күренә[22].

Шәки хан һарайы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVIII быуаттың иң әһәмиәтле архитектура ҡомартҡыһы Шәки хан һарайы. Уны 1797 йылда төҙөгәндәр тип һанайҙар[23][24]. Һарайҙы Шираздан Хадали Зәйнал-Абдин[24] фарсы стилендә һалған[25][26]. Икенсе фараз буйынса XVIII быуаттың 1760-сы йылдары тип күрһәтелә[25][27], архитекторының исеме Аббас-Кули ҡәлғә диуарында һаҡланған. [27]. Һарай ике ҡатлы. Фасады архитектура биҙәктәре менән башҡаларҙан ныҡ айырылып тора. Ҡаттар бер үк план буйынса төҙөлгән. Ҡоролошо бик ябай, бер рәткә теҙелгән 3-әр бүлмә. Улар үҙ-ара коридор менән бүленгән[23].

Һарай архитектураһында халыҡ төҙөлөш сәнғәте лә, юғары төҙөлөш ысулдары ла ҡулланылған[23]. Архитектураһы оҡшаш биналар байтаҡ ҡына. Уның стилистикаһын Еревандағы Сердар һарайы һәм һуңғы осор сефевиҙарҙың баҡса-парк павильондары менән дә сағыштырырға була[28].

Һарай ҡабырғалары, залдарҙың һәм бүлмәләрҙең тәҙрә уйымдары ысҡындырып алына торған витраждар — «шебеке» менән биҙәлгән. Шебеке тәҙрәләрҙең төрлө төҫтәге быялалары һарай фасадының дөйөм композицияһы менән ярашлы. Һарай фасадына үҙәк залдарҙың һәм ҡабырғалағы бүлмәләҙең витраж-шебекеләре дөйөм берлек барлыҡҡа килтерә. Шебеке семәрҙәре халыҡ оҫталары тарафынан елемһеҙ һәм сөйһөҙ башҡарылыуы менән таң ҡалдыра[29].

Һарай интерьеры биҙәктәре

Һарай эсендәге бүлмәләр шулай уҡ тотош орнаментлы һәм биҙәлгән; уйымдар (тахча), төтөн торбалары (бохарҙар), түшәм, сталактит кәрниздәр, шебеке-витраждар аша төшкән төрлө төҫтәге яҡтылыҡ — былар барыһы ла зиннәтле һарай күренешен тыуҙыра. Төҙөүсе-оҫта бүлмәләр артыҡ бейек булмаһа ла (барлығы 3,35 м), декоратив ысулдар менән бейегерәк итеп күрһәтә, оптик иллюзия тыуҙыра алған тип һанайҙар[30].

Интерьерҙар төрлө ваҡытта биҙәлгән — «франк» (европа) оҫталары эштәре аҫҡы залдағы сталактит плафондарҙа һаҡлана, XX быуат башында эштәр билдәле оҫта — Уста Гамбар (Оҫта Ғәмбәр) һәм уның туғаны Сафар, улы Шөкөр тарафынан башҡарылған. Улар Шушанан булған. Шулай уҡ Шемаханан Али Кули, Ҡорбан Кули һәм Джафар оҫта Аббас Али эштәре һәм хатта ябай һүрәт бар]][31]. Һарайҙың иң башта эшләнгән биҙәк-семәрҙәре сәйәхәтселәрҙең һушын ала[32]. Һарайҙы Александр Дюма (атай), Александр Корнилович, Андрей Фадеев, Арнольд Зиссерман һүрәтләгәндәр, уны Лев Толстой телгә ала, Николай Раевский, Илья Березин, Элизе Реклю һ.б. хәтергә ала…[33].

Хан чинарҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һарай алдындағы чинарҙарҙың береһе

Шәки хан һарайы алдында ике ҙур чинар (платан) тора. Һәр береһе эргәһендә торған таҡтаташта яҙылыуынса, чинарҙар 1530 йылда ултыртылған, береһе — 42 м, олон диаметры — 13,50 м, икенсеһенең оҙонлоғо — 34 м, йыуанлығы 11,50 м.

XIX быуаттың 50-се йылдарында бында булып киткән француз яҙыусыһы Александр Дюма (атай), хан һарайы алдындағы чинарҙар 300 йыллыҡ, уларҙы тиҫтәләп кеше генә ҡоласлап уратып ала ала, тип яҙған[34]. Урыҫ тарих өйрәнеүсеһе И. Л. Сегаль яҙыуынса, был чинар ағастарында Мамәд Һәсән хан үлем язаһына тарттырылғандарҙы ошонда аҫып үлтерткән һәм ҡарары үтәлгәнен үҙе ҡарап торған тип яҙып ҡалдырған[35].

Әзербайжан яҙыусыһы Сабир Рөстәмханлы үҙенең "Тормош китабы"нда былай яҙа «Һомғол пар чинар, тоғро пар һаҡсы кеүек, көнө-төнө һарай һағында тора»[36]. Ҡурсаулыҡ етәкселәре әйтеүенсә, был чинарҙар һарай күренешен һаҡлауҙа ҙур урын тота, улар үҙҙәренең сатырҙары менән һарайҙы ел-дауылдарҙан, эҫенән һаҡлап тора[37].

Ҡәлғәләге башҡа ҡоролмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

И. Сегал яҙып ҡалдырыуынса, ҡәлғәлә хан һарайынан тыш ҡаҙармалар, ҡаҙна йорто, төрмә һәм 1828 йылда нәсрани сиркәүгә әйләндерелгән хан мәсете булған[35]. Был бина хәҙерге көндә «түңәрәк храм» тип атала[38], XIX быуатта төҙөлгән[39]. Бөгөн бинала Халыҡ кәсептәре сәнғәте Музейы урынлашҡан. Ихатаһында XIX быуатта ошонда ерләнгән шәхестәрҙең ҡәбер таштары һаҡлана.

1958 йылда Шәкиҙә Нуха-Закаталы крайҙы өйрәнеү музейы булдырылған. Ул Әзербайжан тарих музейы ярҙамында ойошторолған[40]. Хәҙерге көндә ул Рәшид-бәк Әфәндиев исемендәге тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы булараҡ билдәле. Ул Шәкиләге ҡәлғәнең боронғо бер бинаһында урынлашҡан. Музейҙа экспонаттар бай, улар Шәкинең тарихы, үҫемдек һәи хайуандар донъяһы, иҡтисади һәм мәҙәни үҫеш, халыҡ кәсептәре тураһында һөйләй[41]. Төбәктең тарихы һәм тәбиғәт байлыҡтары музейҙың алты залында бик бай материалдар менән һүрәтләнә[40]. Музей 1895 йылда төҙөлгән ҡаҙарма бинаһында эшләп килә.[42].

Элекке төрмә бинаһында хәҙер Шәки үҙәк балалар китапханаһы. Элекке ҡаҙармаларҙың береһендә Шәки картиналар галереяһы урынлашҡан. Икенсе берәүһендә — Туристик мәғлүмәт үҙәге[43].

Мәсеттәр һәм манаралар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡурсаулыҡ картаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Саламзаде, Исмаилов, Мамед-заде, 1988, с. 200
  2. 2,0 2,1 Ханларов, 1972, с. 56
  3. 3,0 3,1 3,2 Эфендизаде, 1986, с. 35
  4. 4,0 4,1 4,2 "Yuxarı Baş" Dövlət Tarix - Memarlıq Qoruğu  (әзерб.). Şəki şəhəri mədəniyyət və turizm şöbəsi. Azərbaycan Respublikası Mədəniyyət və Turizm Nazirliyi.. 31 июль 2015 тикшерелгән.
  5. Саламзаде, Авалов, Салаев, 1979, с. 66
  6. Саламзаде, Мамед-заде, 1987, с. 117
  7. Рзаев Н. О происхождении Шеки и Нухи // Доклады Академии наук Азербайджанской ССР. — Б., 1973. — С. 88.
  8. 8,0 8,1 Саламзаде, Авалов, Салаев, 1979, с. 63
  9. Ведомости Верховного Совета СССР — 1968. — Б. 148.
  10. Шеки // Энциклопедический словарь. — 2009.
  11. Искусство Азербайджана / Под общей редакцией академика АН Азербайджанской ССР М. А. Усейнова. Редакционная коллегия: Лю Бретаницкий, А. Казиев, К. Касимов, А. Саламзаде — Б.: Издательство Академии наук Азербайджанской ССР, 1959. — Т. VII. — Б. 193.
  12. Усейнов М. А. История архитектуры Азербайджана — М.: Государственное издательство литературы по строительству, архитектуре и строительным материалам, 1963. — Б. 305-306. — 395 б.
  13. 13,0 13,1 Саламзаде, Авалов, Салаев, 1979, с. 64
  14. Sheki, the Khan's Palace  (инг.). Официальный сайт ЮНЕСКО. (2001). Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 май 2012.
  15. Саламзаде, Авалов, Салаев, 1979, с. 70
  16. 16,0 16,1 16,2 Саламзаде, Авалов, Салаев, 1979, с. 72
  17. 17,0 17,1 Мамед-заде, 1983, с. 58
  18. Бретаницкий и др., 1948, с. 9
  19. Саламзаде, Мамед-заде, 1987, с. 21
  20. Саламзаде, Мамед-заде, 1987, с. 22
  21. Саламзаде, Мамед-заде, 1987, с. 23
  22. Саламзаде, Мамед-заде, 1987, с. 25
  23. 23,0 23,1 23,2 Мамед-заде, 1983, с. 64
  24. 24,0 24,1 Бретаницкий, Веймарн, 1976, с. 256
  25. 25,0 25,1 Sándor Radó. Guide-book to the Soviet Union — Neuer deutscher verlag, 1928. — Б. 756. — 855 б.
  26. Nukha // издание 11-е / Eddited by Hugh Chisholm. — The Encyclopædia Britannica: a dictionary of arts, sciences, literature and general information: The Encyclopædia britannica company, 1911. — Т. 19. — С. 846.
  27. 27,0 27,1 Шәки Ханларынын Сарајы / Под ред. Дж. Кулиева. — Азербайджанская советская энциклопедия: Главная редакция Азербайджанской советской энциклопедии, 1987. — Т. 10. — С. 502-503.
  28. Бретаницкий, Веймарн, 1976, с. 260
  29. Бретаницкий, Веймарн, 1976, с. 257
  30. С. А. Дадашев, М. А. Усейнов. Архитектура Азербайджана — М.: Издательство Академии архитектуры СССР, 1948. — Б. 20.
  31. Бретаницкий, Веймарн, 1976, с. 258
  32. Л. С. Бретаницкий (архитектура), Ю. А. Казиев, К. Д. Керимов (изобразительное и декоративно-прикладное искусство). Искусство Азербайджана / Под ред. Б. В. Веймарна. — История искусства народов СССР: в 9 томах: Изобразительное искусство, 1979. — Т. 5. — С. 361.
  33. Эфендизаде, 1986, с. 34
  34. Гаджиев Б. Хаджи-Мурат в историях и легендах — Махачкала: Эпоха, 2005. — Б. 118. — 159 б.
  35. 35,0 35,1 И. Л. Сегаль. Елисаветпольская губерния. Впечатления и воспоминания — Тифлис: Кавказский вестник, 1902. — Б. 15.
  36. Рустамханлы С. (инг.)баш. Книга жизни — Б.: Гянджлик, 1990. — Б. 305. — 383 б.
  37. Əmrahov S. Şəki Xan Sarayı - hamını heyrətləndirən məkan (әзерб.) // Zaman. — 2011. — С. 3.
  38. Шеки // Словарь современных географических названий / Под общей редакцией акад. В. М. Котлякова. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
  39. Саламзаде, Мамед-заде, 1987, с. 79
  40. 40,0 40,1 Казиев, 1960, с. 114
  41. Саламзаде, Исмаилов, Мамед-заде, 1988, с. 60
  42. Şəki rayon tarix-diyarşünaslıq muzeyi  (әзерб.). Şəki şəhəri mədəniyyət və turizm şöbəsi. Azərbaycan Respublikası Mədəniyyət və Turizm Nazirliyi.. 21 август 2015 тикшерелгән.
  43. Şəkidə fəaliyyət göstərən mədəni-maarif müəssisələri haqqında məlumat  (әзерб.). Официальный сайт Исполнительной власти города Шеки. 21 август 2015 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бретаницкий Л. С., Веймарн Б. В. Искусство Азербайджана IV — XVIII веков / Редактор И. А. Шкирич — Москва: Искусство, 1976. — 272 б.
  • Бретаницкий Л., Датиев С., Мамиконов Л., Мотис Д. Нуха (Азербайджан) / Под общей редакцией акад. В. А. Веснина и проф. Д. Е. Аркина — М.: Издательство Академии архитектуры СССР, 1948.
  • Город Нуха. Дом Шекихановых // Азербайджан (Исторические и достопримечательные места) / Под общей редакцией М. А. Казиева. — Б.: Издательство АН Азербайджанской ССР, 1960.
  • Мамед-заде К. М. Строительное искусство Азербайджана (с древнейших времён до XIX века) / Научный редактор aкадемик АН Азерб. ССР А. В. Саламзаде — Баку: Элм, 1983.
  • Саламзаде А. В., Авалов Э. В. и Салаев Р. Д. Проблемы сохранения и реконструкции исторических городов Азербайджана / Под ред М. А. Усейнова — Б.: Элм, 1979. — 138 б.
  • Саламзаде А. Р., Мамед-заде К. М. Архитектурные памятники Шеки / Под ред. М. А. Усейнова — Б.: Элм, 1987. — 140 б.
  • Саламзаде А. Р., Исмаилов А. И., Мамед-заде К. М. Шеки. Историко-архитектурный очерк / Под ред. М. А. Усейнова — Б.: Элм, 1988. — 237 б.
  • Ханларов Т. А. Архитектура Советского Азербайджана — М.: Стройиздат, 1972. — 112 б.
  • Эфендизаде Р. М. Архитектура Советского Азербайджана — М.: Стройиздат, 1986. — 316 б.

Ҡалып:Юхары баш Ҡалып:Исторические заповедники Азербайджана