Яблоковтарҙың сауҙа йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иҫтәлекле урын
Яблоковтарҙың сауҙа йорто
Г.Ростов-на-Дону, ул.Б.Садовая (Энгельса), 64.JPG
Ил style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|Рәсәй
Ҡала style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|Дондағы Ростов, Оло Баҡса урамы, 64
Проект авторы style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|Е. М. Гулин
Төҙөлгән ваҡыты style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|1898 йыл
Статус style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6100050000объект № 6100050000

1898

Яблоковтарҙың сауҙа йорто — Дондағы Ростовта Оло Баҡса урамы, 64 урамы буйынса урынлашҡан бина[1]. Йорт 1898 йылда архитектор Е . М. Гулина проекты буйынса төҙөлә[2]. Бина төбәк әһәмиәтендәге мҙәни мираҫ объекты статусына эйә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XX быуат башында йорт
2-се ҡатиағы тҙрәләрҙең биҙәлеше

Йорт Т. С. Яблоков милкендә була. Уның беренсе ҡатын сауҙа ойошмалары: жирардов мануфактураларының акционер йәмғиәттәре һәм Эмиль Циндель мануфактуралары берлеге ҡуртымға ала. Бинаның подвалын «Фортуна» ренков мөгәрәбе биләй (инеү — Николаев тыҡырығы яғынан). Унда йыш ҡына кабаре һәм театр коллективтары сығыш яһай. Яблоковтар йортоноң икенсе ҡатын 1904 йылда Р. Штермер ҡуртымға ала. Унда Рәсәйҙең Көньяғында иң беренсе электробиография (ул ваҡытта кинотеатрҙарҙы шулай атайҙар) асыла.

1917 йылда электробиограф «Олимп» кинотетары тип атала башлай. 1924 йылда Яблоковтарҙың йорто дәүләткә бирелә. Уның беренсе ҡатында Военторг һәм Роспромторг магазиндары урынлаша. 1930 йылдарҙа кинотеатр «Комсомолец» исемен ала. Һуғыштан һуң ул үҙенең эшмәкәрлеген дауам итә, әммә 1990 йылдарҙа ябыла[3]. Шул ваҡытта архитектор Е. Г. Рекало проекты буйынса бинаға реставрация эшләнә.

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ике ҡатлы бина Оло Баҡса урамында, Костанаевтың килемле йорто һәм «Мәскәү» ҡунаҡханаһы араһында урынлашҡан. Төҙөлөш архитектураһында һәм биҙәлешендә эклектик, модерн элементтары ҡулланыла. Бина фасадының архитектура-сәнғәт йөҙөн ҙур тәҙрә уйымдары формалаштыра. Беренсе ҡатта магазиндарҙың витриналары урынлашҡан. Икенсе ҡаттағы тәҙрәләр бай итеп биҙәлгән. Улар профилле йөҙлөк дуға менән тирәсләнгән. Һәр йоҙаҡ ташын тирәсле эшләпә кейгән Гермес башы биҙәй. Ҡабырғалағы тәҙрәләр араһы Герместың дәрәжәлелек билдәһе булған таяғы һыны менән биҙәлгән. Тәҙрә көмбәҙҙәренең арка рәүешендәге уйымына төрлө темаларға ҡалҡыу һүрәттәр урынлаштырылған. Гермес сауҙа Аллаһы булараҡ билдәле, шуға күрә уның һурәттәре был сауҙа йортоноң фасадтарында һынланыуы осраҡлы түгел. Инеү урынында бинаның урта дәүмәле бер аҙ тәбәнәйтелгән. Икенсе ҡаттың үҙәк тәҙрә уйымы ҙур булмаған балонлы ҡатмарлы конфигурациялы лоджия рәүешендә башҡарылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. 28 август 2013 тикшерелгән.
  2. Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону — 2-е изд.. — Ростов-на-Дону, 2002. — Б. 134—137. — ISBN 5-8456-0489-3.
  3. Доходный дом С. Яблокова. voopiik-don.ru. 27 сентябрь 2013 тикшерелгән.