Ядвига Пилсудская

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ядвига Пилсудская
пол. Jadwiga Piłsudska-Jaraczewska
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Польша
Тыуған көнө 28 февраль 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Варшава, Польша Республикаһы[d]
Вафат булған көнө 16 ноябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (94 йәш)
Вафат булған урыны Варшава, Польша
Ерләнгән урыны Старые Повонзки[d]
Атаһы Пилсудский Юзеф
Әсәһе Александра Пилсудская[d]
Бер туғандары Ванда Пилсудская[d]
Хәләл ефете Andrzej Jaraczewski[d]
Балалары Krzysztof Jaraczewski[d] һәм Joanna Onyszkiewicz[d]
Нәҫеле Пилсудские[d] һәм Q63531928?
Һөнәр төрө спортсы, офицер, архитектор, лётчик
Эш урыны Air Transport Auxiliary[d]
Уҡыу йорто Ливерпульский университет[d]
Ньюнхем-колледж[d]
Ғилми дәрәжә магистр[d]
Хәрби звание поручик[d] һәм лётчик-офицер[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө Королевские военно-воздушные силы Великобритании[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
золотая медаль «За охрану национальных памятников» командор ордена Возрождения Польши бронзовый крест Заслуги медаль Авиации медаль «За охрану национальных памятников»
 Ядвига Пилсудская Викимилектә

Ядвига Пилсудская-Ярачевская (пол. Jadwiga Piłsudska-Jaraczewska; 20 февраль 1920 йыл — 16 ноябрь 2014 йыл) — Польшаның хәрби һәм йәмәғәт эшмәкәре, Икенсе донъя һуғышы йылдарында осоусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәш сағы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ядвига Пилсудская атаһы менән, 1935 йыл.

Ядвига Пилсудская 1920 йылдың 28 февралендә Варшавала Польша маршалы Юзеф Пилсудскийҙың һәм уның буласаҡ икенсе ҡатыны Александраның (ҡыҙ фамилияһы Щербинская) ғаиләһендә тыуған. Ул ваҡытта, беренсе ҡатыны айырылышыуға ризалыҡ бирмәү сәбәпле, улар никахта булмай, тәүге ҡатыны 1921 йылда вафат булғандан һуң ғына өйләнешәләр. Ядвиганың ҡиәмәтлек атаһы — буласаҡ премьер-министр Валерий Славек[1]. Ядвиганың Ванда исемле өлкән апаһы була.

Бала сағы башлыса Варшавала үтә, унда ул 1921 йылдан алып 1922 йылға тиклем Бельведер һарайында йәшәй, 1923 -1926 йылдарҙа — Сулеювеко виллаһында[2]. 1926 йылғы май түңкәрелешенән һуң Пилсудскийҙар Бельведерға күсенәләр һәм унда Юзефтың 1935 йылда вафатына тиклем йәшәйҙәр[3], һуңынан Ядвига апаһы һәм әсәһе менән атаһының йөрәген Вильно кәшәнәһендә ерләүҙә ҡатнаша[4]

Бельведерҙә ойошторолған бала-һалдаттар мәктәбендә уҡый, ә һуңғараҡ апаһы Ванда менән Поссельт исемендәге мәктәбендә уҡыйҙар, 1939 йылда Ядвига урта белем тураһында диплом дәрәжәһен ала.

Пилот карьераһы һәм белеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ядвига Пилсудская планер штурвалы артында, 1937 йыл.

Авиация менән мауығыу 12 йәшендә самолеттар моделдәрен төҙөүҙән башлана [5], ә 17 йылда ул планеристар мәктәбен тамамлай. 1937 йылда Ядвига планерҙарҙа оса башлай һәм «A»-нан «D»-ға тиклем бөтә категориялы осоусы лицензияһын ала, был ваҡытҡа ул планерҙарҙа 100-ҙән ашыу сәғәт үткәрә. Бынан һуң ул Варшава политехник институтындағы инженер механика факультетында авиация төҙөлөшөн өйрәнергә теләй[6]. Немец һәм совет ғәскәрҙәре 1939 йылдың сентябрендә Польшаға бәреп инеү һөҙөмтәһендә Икенсе донъя һуғышы башланғандан һуң Ядвига әсәһе һәм апаһы менән бергә Ҡыҙыл тәре эшендә ҡатнаша, һуңғараҡ Вильноға күсенә, ғаиләһе махсус самолеты менән Латвиянан Швеция һәм Великобритания аша эвакуациялана, унда уларҙы илсе Эдвард Рачинский ҡабул итә[2].

1940 йылда Кембридж университетының Ньюнэм колледжына уҡырға инә. Бер үк ваҡытта Ядвига бер нисә тапҡыр Хәрби-һауа көстәренә инергә маташа һәм бер ни тиклем ваҡыт үткәс? самолет осоусыһы пилоты лицензияһын ала, ә 1942 йылдың июлендә Бөйөк Британия Король Хәрби-һауа көстәре составындағы Ярҙамсы осоу частарына ҡушыла[7]. Ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң Ядвига поручик дәрәжәһенә лайыҡ була[8], Икенсе бөтә донъя һуғышында осоусы сифатында ҡатнашҡан бер нисә поляҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе була. 1943 йылдың ноябрендә командование Ядвига Пилсудскаяны урта кимәлдән юғарыраҡ оҫталығы булған перспективалы осоусы тип баһалай. Дөйөм алғанда, Ядвига 21 самолет төрөндәге 230 самолетта 312 сәғәт һәм 35 минут һауала үткәрә, үҙенең хеҙмәте өсөн ҡылыслы Бронза Ҡаҙаныштар тәреһе менән бүләкләнә<[5].

Артабанғы тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1944 йылда Ядвига, уҡыуын дауам итеү өсөн, үҙ теләге менән хәрби хеҙмәттән китә, Ливерпуль университетының архитектура мәктәбенә уҡырға инә һәм уны 1946 йылда архитектура өлкәһендәге магистр дәрәжәһе менән тамамлай. Бынан тыш, коммунистар Польшала власҡа килгәндән һуң Ядвига сәйәси эмигрант булараҡ Бөйөк Британияла йәшәй, әммә британ подданныйлығын ҡабул итмәй, Польшанан башҡа, бөтә донъя илдәре өсөн ғәмәлдә булған Нансен паспортын ҡуллана[9]. Лондонда йәшәгән саҡта Ядвига үҙ проекты буйынса йортон төҙөй, ә һуңғараҡ Лондон графлығы Советының Ҡала планлаштырыу бүлегенә эшкә инә. Һуңыраҡ ире менән бергә лампалар, бра һәм үҙ дизайны буйынса йорт йыһаздары етештереү буйынса ғаиләһе өсөн килем сығанағы булған ҙур булмаған компания аса. Бынан тыш, ғаилә «Теләктәшлек» профсоюзы өсөн ярҙам ойоштора, сәйәси тотҡондарҙы азат итеү өсөн көс һала һәм Польшалағы демократик оппозицияға теләктәшлек күрһәтә.

Польшала йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Польшала власть алышынғандан һуң, 1990 йылдың көҙөндә, Ядвиға ғаиләһе һәм апаһы менән тыуған иленә ҡайтырға ҡарар итә һәм Варшавала йәшәй башлай. Ул Пилсудскийҙар ғаиләһе фонды, Юзеф Пилсудский институты, Сулеювектағы Пилсудскийҙар усадьбаһын тергеҙеү һәм унда музей булдырыу эшендә әүҙем ҡатнаша, бер үк ваҡытта авиация пенсионерҙары йыйылыштарында һәм авиасалондаҙа ҡатнаша. Апаһы Ванда 2001 йылда вафат була.

2008 йылдың 28 февралендә Польша президенты Лех Качиньский Ядвигаға Икенсе донъя һуғышы йылдарындағы ҡаһарманлығы һәм батырлығы, поляк халҡының тарихын һәм традицияларын популярлаштырыуына индергән ҙур өлөшө һәм маршал Юзеф Пилсудскийҙың ҡаҙаныштары тураһында иҫтәлекте һаҡлаған өсөн «Польша Яңырыуы Ордены Командоры» дәрәжен бирә[10][11].

2012 йылда Ядвига Польша президенты Бронислав Коморовский менән бергә Бельведер һарайында Юзеф Пилсудскийҙың музей-кабинетын асыуҙа ҡатнаша[12].

Үлеме һәм ерләнеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ядвига Пилсудская 2014 йылдың 16 ноябрендә Варшавала 94 йәшендә туғандары һәм яҡындары араһында вафат була[2][13][14][15].

Ерләү тантанаһы 21 ноябрҙә Варшавала Изге Карло Борромео сиркәүендәге «Старые Повонзки» зыяратында ерләнә. Ерләүҙә президент Бронислав Коморовский ҡатнаша[16][17][18].

Шәхси тормош[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1944 йылда Польша Хәрби-Диңгеҙ Флоты офицеры Анджей Ярачевскийға кейәүгә сыға. Никахта ике бала тыуа.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Hanna Jędruszczak, Tadeusz Jędruszczak: Ostatnie lata Drugiej Rzeczypospolitej (1935—1939). Warszawa: Książka i Wiedza, 1970, s. 342.
  2. 2,0 2,1 2,2 Nie żyje Jadwiga Piłsudska-Jaraczewska. Miała 94 lata. Wiadomości (16 ноябрь 2014). Дата обращения: 24 ноябрь 2014.
  3. Zmarła Jadwiga Piłsudska-Jaraczewska, córka Józefa Piłsudskiego. Newsweek.pl (17 ноябрь 2014). Дата обращения: 24 ноябрь 2014. 2014 йыл 20 ноябрь архивланған.
  4. Tomasz Krzywicki Litwa: przewodnik, Oficyna Wydawnicza «Rewasz», 2005, ISBN 83-89188-40-6
  5. 5,0 5,1 Ядвига Пилсудская-Ярачевская
  6. Jadwiga Piłsudska-Jaraczewska - córka Patrona CBW nie żyje. Центральная военная библиотека (пол.)баш.. Дата обращения: 24 ноябрь 2014. 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
  7. Jadwiga Pilsudska-Jaraczewska - obituary. The Telegraph (21 ноябрь 2014). Дата обращения: 24 ноябрь 2014.
  8. T. J. Krzystek, Personel Polskich Sił Powietrznych w Wielkiej Brytanii w latach 1940—1947 łącznie z Pomocniczą Lotniczą Służbą Kobiet (PLSK-WAFF), Agencja Lotnicza ALTAIR — Krajowa Rada Lotnicza, Warszawa 2007
  9. A. Romanowski, Piękne wczoraj, «Apokryf», No 13 (in Tygodnik Powszechny, No 45/1998)
  10. Prezydent RP odznaczył Jadwigę Jaraczewską. Президент Польши (28 февраль 2008). Дата обращения: 24 ноябрь 2014. 2016 йыл 4 март архивланған.
  11. M.P. 2008 nr 71 poz. 642. Сейм Республики Польша. Дата обращения: 24 ноябрь 2014. 2014 йыл 25 декабрь архивланған.
  12. Otwarcie Gabinetu Marszałka Józefa Piłsudskiego. Президент Польши (19 март 2012). Дата обращения: 24 ноябрь 2014.(недоступная ссылка)
  13. Jadwiga Piłsudska nie żyje. W córce Marszałka płynęło bardzo dużo suwalskiej krwi. Gazeta Współczesna (22 ноябрь 2014). Дата обращения: 24 ноябрь 2014.
  14. Nie żyje Jadwiga Piłsudska-Jaraczewska, córka Marszałka Piłsudskiego. Niezalezna.pl (16 ноябрь 2014). Дата обращения: 24 ноябрь 2014.
  15. Jadwiga Pilsudska-Jaraczewska: Pilot daughter of Marshal Pilsudski who served the Air Transport Auxiliary during WW2. The Independent (20 ноябрь 2014). Дата обращения: 24 ноябрь 2014.
  16. Pogrzeb córki marszałka Piłsudskiego. Jadwiga Piłsudska-Jaraczewska spoczęła na Powązkach. Wiadomości — Dziennik.pl (21 ноябрь 2014). Дата обращения: 24 ноябрь 2014.
  17. Uroczystości pogrzebowe Jadwigi Piłsudskiej. Mazowiecka Wspólnota Samorządowa (21 ноябрь 2014). Дата обращения: 24 ноябрь 2014.
  18. Na Powązkach spoczęła Jadwiga Piłsudska-Jaraczewska. Польское телевидение (21 ноябрь 2014). Дата обращения: 24 ноябрь 2014.