Яйыҡ (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яйыҡ
Нигеҙләү датаһы 15 декабрь 1932
Логотип
Атамаһы Яйыҡ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Учалы
Хужаһы Учалы районы
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ил  Башҡортостан Республикаhы
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Гәзит форматы ISO 216[d]
Рәсми сайт yaikrb.com

Яйыҡ — Башҡортостан Республикаһы Учалы ҡалаһы һәм районының ижтимағи-сәйәси баҫмаһы. 1991 йылдан аҙнаһына ике тапҡыр шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә башҡорт телендә сыға. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «„Яйыҡ“ гәзите редакцияһы» ҡаҙна предприятиеһы.

Дөйөм ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сығыу көнө — шишәмбе, шәмбе
  • Баҫтырыу форматы — А3
  • Төҫө — аҡлы-ҡаралы

Эстәлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт, мәғариф, спорт, район һәм ҡала эсендәге йүнселлек эшмәкәрлеге

Баҫма тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1932: Гәзит «Ударсы» исеме менән Учалы райкомы ВКП(б) һәм Советтарҙың халыҡ депутаттары район башҡарма комитетының баҫмаһы булып ойошторола, ғәрәп графикаһы һәм яңалиф нигеҙендә башҡорт телендә сығарыла;
  • 1934: «Шахта байрағы» исеменә үҙгәртелә, башҡорт телендә сығарыла, кириллица нигеҙендә башҡорт яҙмаһы;
  • 1935: Яңынан тәүге «Ударсы» исеме менән баҫтырыла башлай;
  • 1940: «Сталин байрағы» исеме аҫтында башҡорт һәм рус телдәрендә сыға башлай;
  • 1947: «Зауралец» исеменә үҙгәртелеп, рус телендә сығарыла башлай;
  • 1956: «Ленин байрағы» исеме менән яңынан ике телдә баҫтырыла башлай;
  • 1962: Башҡорт АССР райондары эреләтеүе арҡаһында Белореттың «Урал» гәзите менән берләшә — Учалы районы Белорет менән ҡушыла;
  • 1965: «Ураҡ һәм сүкеш» исеме менән яңынан айырым баҫма булып башҡорт һәм рус телдәрендә сыға башлай;
  • 1992: Баҫманан «Учалинская газета» исеме менән рус телендә район газетаһы айырылып сыға. Шул ваҡыттан алып, әлеге исем менән тик башҡорт телендә генә сыға.

Баш мөхәррирҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Солтанова Римма Рәмил ҡыҙы — 2017 йылдың октябренә тиклем.

Наградалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2014 йыл — Баҫма «Матбуғаттың алтын фонды — 2014» таныҡлығына лайыҡ була.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]