Якимчук Александр Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Якимчук Александр Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 сентябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Подольск губернаһы[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 31 июль 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Староконстантинов[d], Хмельницкий өлкәһе, Украина
Ерләнгән урыны Староконстантинов[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Украинаның III дәрәжә «Ҡаҙаныштар өсөн» ордены Ватан һуғышы ордены

Якимчук Александр Иванович (укр. Якимчук Олександр Іванович; 14 сентябрь 1923 йыл — 31 июль 2010 йыл)[1] — совет офицеры, Советтар Союзы Геройы (1945), 1-се Украин фронтының 6-сы армияһы 135-се уҡсылар дивизияһының 497-се уҡсылар полкы уҡсылар ротаһы командиры вазифаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1923 йылдың 14 сентябрендә хәҙерге Винница өлкәһенең (Украина) Барский районы Слобода-Ходак ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Украин. 8 класс тамамлаған.

1941 йылдың 22 июненән Ҡыҙыл Армияла. Ярославль ҡалаһына эвакуацияланған Новоград-Волынский пехота училищеһы курсанты. Училищены тамамлай алмай — уҡсылар частары шәхси составына ебәрелә.

1941 йылдың октябрендә ғәмәлдәге армияла. Калинин фронты 31-се уҡсылар бригадаһының отделение командиры булып һуғыша. Яраланғандан һуң, 1942 йылдың майынан 1943 йылдың ғинуарына тиклем Красноярский крайының Кежем районында отпускыла була. 1943 йылдың декабрендә Себер хәрби округының кесе лейтенанттар курсын тамамлай. 1944 йылдың мартынан Ленинград һәм 1-се Украин фронттарының уҡсылар взводы һәм уҡсылар ротаһы командиры вазифаһында һуғыша. Алыштарҙа өс тапҡыр яралана.

Ҡатнашҡан:

  • 1941—1942 йылдарҙа — Селижарово — Нелидово — Аҡ йүнәлешендә ҡышҡы контрһөжүмдә;
  • 1944 йылда — Карел муйыны яуҙарында, шул иҫәптән Приморск һәм Выборг ҡалаларын азат итеүҙә, Сандомир плацдармын обороналауҙа;
  • 1945 йылда — Висла-Одер операцияһында, шул иҫәптән Бреслау ҡалаһы өсөн һуғышта (хәҙерге Вроцлав, Польша) .

135-се уҡсылар дивизияһының 497-се уҡсылар полкы уҡсылар ротаһы командиры лейтенант Якимчук Бреслау ҡалаһы өсөн барған алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. 1945 йылдың 20 ғинуарында ҡаланың бер нисә кварталын яулап ала һәм бик күп гитлерсыны юҡ итә улар. Батальонының төп көстәренән киҫелеп ҡалғанда, ярҙамсы артиллерия утын үҙенә йүнәлтә, ҡаты яралана һәм был һуғышта контузия ала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 июне указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лейтенант Якимчук Александр Ивановичҡа, Ленин ордены, «Алтын йондоҙ» миҙалы (№ 7885) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Һуғыштан һуң 59-сы армияның 4-се гвардия уҡсылар дивизияһы составындағы уҡсылар ротаһы командиры булып хеҙмәт итә. 1947 йылда Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмөнөң (ЦГВ) Офицер составын камиллаштырыу курстарын (КУОС) тамамлаған. Уҡсы рота командиры вазифаһында хеҙмәт итә: 1947—1949 йылдарҙа — Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмө (ЦГВ) составындағы 95-се гвардия уҡсылар дивизияһы 287-се гвардия уҡсылар полкында; в 1949—1951 йылдарҙа — 97-се гвардия уҡсылар дивизияһы 294-се гвардия уҡсылар полкы һәм 1951—1955 йылдарҙа — Карпат яны хәрби округының 13 армияһы составындағы 24-се механизацияланған дивизияһы 87-се механизацияланған полкы составында хеҙмәт иткән.

1955 йылдан майор А. И. Якимчук — запаста. 1975 йылға тиклем милиция полковнигы А. И. Якимчук Украина ССР-ының эске эштәр органдарында эшләй. Хмельницкий өлкәһеСтароконстантинов ҡалаһында йәшәгән. 2010 йылдың 31 июлендә вафат булған. Староконстантиновта ерләнгән.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Якимчук Александр Иванович. «Герои страны» сайты.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]