Эстәлеккә күсергә

Якир Иона Эммануилович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Якир Иона Эммануилович
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 3 (15) август 1896
Тыуған урыны Кишинёв, Бессарабская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 июнь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (40 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө атып үлтереү[d] һәм Үлем язаһы
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Балалары Якир, Пётр Ионович[d]
Һөнәр төрө офицер, сәйәсмән, революционер, комиссар, химик
Уҡыу йорто Харьковский технологический институт[d]
Базельский университет[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d]
Ҡатнашыусы РКП(б)-ның X съезы[d], РКП(б)-ның XI съезы[d], РКП(б)-ның XII съезы[d] һәм ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Хәрби звание 1-се ранг командармы[d]
Командалыҡ иткән Киевский военный округ[d]
Һуғыш/алыш Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Совет-поляк һуғышы
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены
 Якир Иона Эммануилович Викимилектә

Якир Иона Эммануилович (15 август 1896 йыл — 12 июнь 1937 йыл) — совет хәрби эшмәкәре, 1-се ранг командармы (1935). Граждандар һуғышы осоронда күренекле хәрби етәксе8t. Тухачевскийҙың эше буйынса хөкөм ителә һәм атып үлтерелә (1937). 1957 йылда реабилитациялана (үлгәндән һуң).

Симферополдә 1921 йылда Ҡырым ғәскәре командующийы Иона Эммануилович Якир йәшәгән йорт

Иона Эммануилович Якир Кишинев ҡалаһында провизор Якир Мендель (Эммануил) Абрамович (1864—1912)[1] һәм Хая Вольфовна (Клара Владимировна) Меерзондың (1874—1931) ғаиләһендә тыуған. Уның ҡартатаһы, Абрам Якер, Яссыла тыуған.

Базель университетында һәм Харьков технологик институтында белем ала[2].

1915 йылда, хеҙмәт итергә тейешле кеше булараҡ, Одессалағы хәрби заводҡа токарь итеп эшкә ебәрелә. 1917 йылдың апрель айында РСДРП(б)-ға инә. 1917 йылдың декабренән башлап — Бессарабия губерна советының башҡарма комитеты ағзаһы, шулай уҡ губком һәм ревком ағзаһы. 1918 йылдың ғинуарынан алып румын ғәскәрҙәренә ҡаршы ҡыҙыл отрядтар менән етәкселек итә. Һуңынан Поворин хәрби участкаһында бригада, дивизия комиссары. 1918 йылда сентябренән — Көньяҡ участкаһының ут шаршауы/завеса сәйәси бүлеге начальнигы[2]. 1918 йылдың октябре — 1919 йылдың июне — 8-се армия Реввоенсоветы ағзаһы, ғәскәрҙәр төркөмө менән етәкселек итә. Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә (2-се номер)[3].

1919—1920 йылдарҙа ғәскәрҙәре төркөмө һәм дивизия командиры. 1920 йылдың октябренән алып 45-се уҡсылар дивизияһы начальнигы һәм комиссары, бер үк ваҡытта Көньяҡ-Көнбайыш фронтында төрлө ғәскәр төркөмдәре менән етәкселек итә.

1921 йылда Киев хәрби округының Ҡырым районы ғәскәрҙәре менән командалыҡ итә[2]. Киев хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы (ноябрь 1921—1922 йылдың 21 апреле) (7-53 б.; с. 59). Украин хәрби округының Киев хәрби районы командиры (1 июнь 1922 — август 1923) (7-59 б.). Украин хәрби округы 14 уҡсылар полкы командиры һәм комиссары (сентябрь 1923 — декабрь 1923). Украина һәм Ҡырым Ҡораллы көстәре командующийы ярҙамсыһы (декабрь1923 — март 1924) (4бит).

1924 йылдың марты — 1925 йылдың ноябре — РККА хәрби-уҡыу йорттарының Баш идаралығы начальнигы начальнигы. Украин хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы (ноябрь 1925 — 17 май 1935) (7-64 б.; 86 б.;8-763 б.). 1935 йылдың 17 майынан СССР оборона халыҡ комиссарының 079-се фарманына ярашлы Киев хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы итеп тәғәйенләнә, СССР оборона халыҡ комиссары ҡарамағындағы Хәрби совет ағзаһы (17 май 1935—1937)[2] (7-64 б.; 4б.). 1920 йылдар аҙағында Германияла рейхсвер хәрби-уҡыу йорттарында белем ала[4]

Партия карьераһы һәм 1937 йылда һәләк булыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1930—1934 йылдарҙа —СССР Революцион хәрби советы ағзаһы, 1930 йылдан башлап — ВКП(б) Үҙәк Комитетын — ағзалыҡҡа кандидат, 1934 йылдан — ағза. ВКП(б) Үҙәк комитеты Пленумында (февраль — март 1937) Н. И. Бухарин һәм А. И. Рыков мәсьәләләре буйынса фекер алышыу ваҡытында «партиянан сығарыу, судҡа биреү һәм атып үлтереү» өсөн тауыш бирә. 1937 йылдың 10 майында к Ленинград хәрби округы командующийы вазифаһына күсерелә.

1937 йылдың 28 майында ҡулға алына. И. В. Сталинға һәм К. Е. Ворошиловҡа хат аша мөрәжәғәт итә

Мин намыҫлы һәм партияға, дәүләткә, халыҡҡа тоғро яугир… Мин һәр һүҙәмдә сафмын, ә Һеҙгә, партияға һәм илгә һөйөү, коммунизмдың еңәсәгенә сикһеҙ ышаныу һүҙҙәре менән, үләсәкмен[5].

Өҫтә килтерелгән текст ҡыҫҡартылған һәм үҙгәртелгән оригинал, тигән версия бар. Бына хаттың башҡа варианты:

Һөйөклө, ҡәҙерле иптәш Сталин. Мин Һеҙгә мөрәжәғәт итергә баҙнат итәм, сөнки мин бөтәһен дә әйттем, бөтәһен дә бирҙем һәм мин ҡабаттан намыҫлы һәм күп йылдар дауамында партияға, дәүләткә, халыҡҡа тоғро булған яугир, тип уйлайым. Минең бөтә аңлы тормошом партия, уның етәкселәре алдында фиҙакәр намыҫлы эштә үтте — һуңынан бик алама нәмәгә, ҡот осҡос, төҙәлмәҫлек хыянатҡа убылып төшөү… Тикшереү тамам. Мине дәүләт хыянатында ғәйепләнеләр… Хәҙер мин һәр һүҙем менән сафмын, ә Һеҙгә, партияға һәм илгә һөйөү, коммунизмдың еңәсәгенә сикһеҙ ышаныу һүҙҙәре менән, үләсәкмен[6].

Атып үлтереүгә тиклем ике көн алда Үҙәк комитетҡа һәм Оборона комиссарҙар советына хат яҙа, унда армияны ойоштороу буйынса бер нисә һуңғы уй-фекерҙәре менән бүлешә[7].

1937 йылдың 11 июнендә СССР Юғары судының Махсус суд присутствиеһы хөкөмө менән үлем язаһына тарттырыла һәм атып үлтерелә. 1957 йылда аҡлана.

Ғаиләһе һәм репрессияланған туғандары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Морис Якирҙың тикшереү эшендәге фотоһы
  • Ағаһы — Морис Эммануилович Якир (1902, Кишинев — 26 октябрь 1937, Мәскәү). Юғары белем ала. 1932 йылда ВКП(б) ағзалығына кандидат 1-се завод РККА Хәрби-һауа көстәре Идаралығы хәрби вәкиле (военпред) булып хеҙмәт итә, артабан хәрби-әйбер тәьминәте Идаралығы военпреды[8], 3 ранг хәрби инженеры. 1937 йылдың 23 июлендә ҡулға алына һәм 1937 йылдың 26 октябрендә контрреволюцион терроритстик эшмәкәрлектә ғәйепләнеү буйынса атып үлтерелә. Мәскәүҙә Дон зыяратында ерләнә. 1956 йылдың 2 июнендә реабилитациялана. Улы — Евгений Морисович Якир — Израилдә йәшәй[9].
  • Ағаһы — Самуил Эммануилович Якир (1893—1931), икенсе ранг хәрби табип, бер нисә тапҡыр ҡулға алына. Уның вафатынан һуң улы Эммануил Самуилович (1929—1996) командарм И. Э. Якир ғаиләһендә тәрбиәләнә.
  • Һеңлеһе — Изабелла Эммануиловна Аҡ-Якир (20 февраль 1900 — 13 сентябрь 1986), максималь срокты алыу буйынса 58-се статья буйынса максималь срок ала — 10 йыл Мағадан төрмәһе. Уның ире — Корытный Семен Захарович (1900—1939), белеме түбән, ВКП(б)-ның Мәскәү ҡала комитеты секретары. 1937 йылдың 26 июнендә ҡулға алына. 1939 йылдың 15 авгусында контрреволюцион ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, үлем язаһына тарттырыла. Ерлнеү урыны — Мәскәү Дон зыяраты. 1955 йылдың 15 ғинуарында аҡлана[10]. Уға тиклем уның аға-ҡустылары атып үлтерелә:
    • Корытный Леонид Захарович (1903—1937), тамамланмаған юғары белем, УССР Комиссарҙары Советы эргәһендәге физкультура һәм спорт эштәре буйынса комитеты рәйесе. 1937 йылдың 12 июнендә троцкист контрреволюцион ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алына, 1937 йылдың 30 октябрендә атып үлтерелә. Ҡәбер урыны — Мәскәү, Дон зыяраты. 1957 йылдың 11 майында аҡлана;
    • Корытный Яков Захарович (1894—1938), Үҙәк союздың һөт-май берекмәһе директоры. 1938 йылдың 2 мартында контрреволюцион троцкист ойошмаһында ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алына, 1938 йылдың 15 сентябрендә хөкөм ителә, шул уҡ көндө атып үлетерелә. Ҡәбер урыны — Мәскәү өлкәһе, Коммунарка. 1956 йылдың майында аҡлана.
  • Ҡатыны — Сарра Лазаревна Якир (ҡыҙ фамилияһы Ортенберг, 1900, Одесса — 1971), секретары Гослитиздат Украина ССР-ы.Дәүләт әҙәбиәт нәшриәте секретары. 1938 йылдың 16 ноябрендә Ватан хыянатсыһы ғаиләһе ағзаһы булараҡ 58-02 статьяһы буйынса ҡулға алына. Приговор — 9 йыл холоҡ төҙәтеү — хеҙмәт лагерҙары һәм ике хоҡуҡтарҙан мәхрүм итеү (1939—1955 йылдарҙа холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙарында була). 1956 йылдың авгусында аҡлана.
    • Апаһы Эмилия Лазаревнаның ире — комкор Илья Иванович Гарькавый. 1937 йылда ҡулға алына, 1 июлдә хөкөм ителә, шул уҡ көндө Коммунаркала атып үлтерелә. 1956 йылда тулыһынса аҡлана.
    • Улы — совет диссиденты Петр Ионович Якир (1923—1982), 17 йыл лагерҙа ултыра.
      • Ейәнсәре — совет кеше хоҡуҡтарын яҡлаусыИрина Петровна Якир (1948—1999), 1960—1970 йылдарҙа хоҡуҡ һаҡлау хәрәкәтендә ҡатнаша, бард Ким Юлийҙың ҡатыны.
  • Ике туған ағаһы — Яков Соломонович Меерзон (1889—1985) — күренекле хирург, трансфузиолог, С. И. Спасокукоцкийҙың өлкән ассистенты[11] илдә беренсе булып ҡан алыштырыусыға нигеҙ һала[12]. Сталинды үлтерергә маташыуға әҙерләнеүсе булараҡ ҡулға алына. Тотҡонлоҡта хирург булып эшләй[13].
  • Шулай уҡ Якирҙың ике туған һеңлеһенең өс улы репрессиялана, уларҙың икеһе атып үлтерелә, шул иҫәптән яҙыусы һәм дипломат Давид Григорьевич Штерн. Ике туғандары — инженер-архитектор Дмитрий Соломонович Меерсон (1900—1993); фтизиатр, медицина фәндәре докторы Дарий Львович Меерсон; кинорежиссер Давид Львови Морской.
  • 1-се ранг командармы — 20.11.1935[14]

Өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены (8.01.1919, 30.10.1919, 05.1930).[15][16]

1930 йылға тиклем Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары исемлеге

Иҫтәлеген мәңгеләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

[[Файл:The_Soviet_Union_1966_CPA_3342_stamp_(70th_birth_anniversary_of_Iona_Yakir,_Red_Army_commander_and_one_of_the_world's_major_military_reformers).jpg|справа|мини|225x225пкс|И. Э. Якирға арналған СССР Почта маркаһы , 1966, 4 тин ( ЦФА каталогы 3342,Скотт каталогы 3187).

  • Якирҙың тыуған ҡалаһы Кишиневта Gr. Ureche урамы элек Якир исемен йөрөтә.
  • Молдовалағы Орхей ҡалаһында якир урамы бар.
  • Киевта — Древлян урамы 1963—2016 йылға тиклем, Харьковта Тюрин урамы Якир исемен йөрөтә.
  • Уның исеме менән Луганск ҡалаһындағы биҫтә атала[5].
  • 1966 йылда И. Э. Якирға арналған СССР Почта маркаһы сығарыла.
  • Ленинградта 374-се мәктәп Якир исемен йөрөткән.
  • Тирасполь ҡалаһында (Днестр алды Молдова Республикаһы) Якир урамы бар.
  • Мәскәү юғары хәрби команда училищеһының почетлы курсанты.
  • Якир И. Э. Воспоминания о Гражданской войне. — М.: Воениздат, 1957.
  1. В метрических записях, доступных на сайте еврейской генеалогии JewishGen.org, отец записан как Мендель Имануил Абрамович Якир, в списках выборщиков в Государственную Думу — Эммануил Абрамович Якир, в записи о рождении — Мендель Абрамович Якер.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Объекты военные — Радиокомпас / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1978. — С. 656. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 6).
  3. Хроника. Факты. Находки. // Военно-исторический журнал. — 1964. — № 8. — С.122.
  4. Елисеева Н. Е. «Немцы вели и будут вести двойную политику». Рейхсвер глазами командиров Красной Армии. // Военно-исторический журнал. — 1996. — № 2. — С.30-38.
  5. 5,0 5,1 Шикман А. П. Деятели отечественной истории. Биографический справочник. — М.: АСТ, 1997. — ISBN 5-15-000087-6 ; 5-15-000089-2.
  6. Е. Прудникова, А. Колпакиди. Двойной заговор. Тайны сталинских репрессий. — М.: ОЛМА Медиа Групп, 2009. — 640 с. — ISBN 978-5-373-00352-0
  7. Письмо командарма 1-го ранга И. Э. Якира наркому внутренних дел 2013 йыл 6 апрель архивланған. Н. И. Ежову
  8. Якир
  9. "Ионочка, за что?". Дата обращения: 21 февраль 2021.
  10. Списки жертв. Дата обращения: 21 февраль 2021.
  11. Школа С. И. Спасокукоцкого. Дата обращения: 15 июнь 2011. 2011 йыл 14 май архивланған.
  12. Ю. В. Шапиро. Колымский край. Воспоминания 2020 йыл 8 август архивланған.
  13. Павлов И. И. Потерянные поколения
  14. Постановление СНК СССР № 24/2521 от 20.11.1935 г.
  15. Командарм Якир. Воспоминания друзей и соратников. — М.: Военное издательство, 1963.
  16. В ряде публикаций приводятся иные даты награждений И. Э. Якира орденами.
  • Бабенко П. М. И. Э. Якир. (Очерк боевого пути). М., 1964;
  • Блудов Я. С. Революцией призванные. [Изд. 2-е]. Киев, 1978;
  • Волковинский В. Иона Якир // Политика и время. 1991. № 3.
  • Командарм Якир. Воспоминания друзей и соратников. М., 1963.
  • Лазарев С. Е. Социокультурный состав советской военной элиты 1931—1938 гг. и её оценки в прессе русского зарубежья. — Воронеж: Воронежский ЦНТИ — филиал ФГБУ «РЭА» Минэнерго России, 2012. — 312 с. — 100 экз. — ISBN 978-5-4218-0102-3.
  • Краснознамённый Киевский. Очерки истории Краснознамённого Киевского военного округа (1919—1979). Издание второе, исправленное и дополненное. Киев, издательство политической литературы Украины. 1979.(7)
  • Негода Н. В. Якир Иона Эммануилович // Известия лаборатории древних технологий. 2018. Т. 14. №. 1. С. 173—179.
  • Ройтман Н. Д., Цетлин В. Л. Полководец-коммунист. Кишинев, 1967;
  • Огарков Н. В. Якир И. Э. // Советская Военная Энциклопедия: [В 8 томах]. — М.: Воениздат, 1980. — Т. 8. — С. 656. — 106 000 экз.
  • Суворов В. Очищение. — М., АСТ, 2002.
  • Якупов Н. М. Трагедия полководцев. — М.: Мысль, 1992. — С. 133—161. — 349 с. — 20 000 экз. — ISBN 5-244-00525-1.
  • Е. М. Жуков Гл. редактор. Якир // Советская историческая энциклопедия. — Москва: издательство «Советская энциклопедия», 1976. — Т. 16. — С. [852] (стб. 1002 с илл. и карт.). — 56 000 экз.
  • Якир Иона Эммануилович // Советская военная энциклопедия в 8 томах. / Под общ. ред. А. А. Гречко. Т. 8. М.: Военное издательство Министерства обороны СССР. 1976. 690 с.;
  • Якир Иона Эммануилович // Военный энциклопедический словарь. М., Военное издательство, 1984.(8)
  • [ Якир Иона Эммануилович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • ЯКИР ИОНА | Онлайн Энциклопедия Кругосвет
  • Биография И. Э. Якира. На сайте «Хронос».
  • Репрессированные военнослужащие Красной Армии. Командарм 1-го ранга (неопр.) (недоступная ссылка — история)., п.5.Якир Иона Эммануилович.(4с)