Яковенко Лидия Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яковенко Лидия Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 ғинуар 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Демьянки[d], Рассветовский сельсовет[d], Добруш районы[d], Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены ВДНХ-ның алтын миҙалы ВДНХ-ның бронза миҙалы

Яковенко Лидия Ивановна (6 ғинуар 1941 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лидия Ивановна Яковенко 1941 йылдың 6 ғинуарында Белорус ССР-ы Гомель өлкәһе Добрушский районының Демьянки ауылында тыуған.

Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң урындағы «Ураҡ һәм сүкеш» колхозына эшкә инә, унда баҫыусылыҡ бригадаһында эшләй. 1960 йылда Краснодар крайының Брюховецкая станицаһына күсеп килә, Надежда Крупская исемендәге колхозда һауынсы булып эшләй һәм тиҙҙән районда алдынғы малсылар иҫәбенә инә. Һигеҙенсе биш йыллыҡтың эш һөҙөмтәләре буйынса Яковенко Лидия Ленин ордены менән бүләкләнә, ә туғыҙынсы биш йыллыҡта Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнә. 1975 йылдың майында Брюховецкий ауыл хужалығы техникумы һәм Крупская исемендәге колхоз базаһында «Брюховецкий» совхоз-техникумы ойошторола, унда Л. И. Яковенко һауынсы булып эшләүен дауам итә. Унынсы биш йыллыҡтың эш һөҙөмтәләре буйынса ул Брюховецкий районының иң яҡшы һауынсыһы була, СССР халыҡ хужалығы күргәҙмәһе эшендә ҡатнаша һәм ВДНХ-ның алтын миҙалы менән бүләкләнә

СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 13 мартындағы Указы менән дәүләткә игенселек һәм малсылыҡ продукттарын һатыу буйынса унынсы биш йыллыҡтың дәүләт заданиеларын үтәүҙә һәм етештереүсәнлекте арттырыуҙа ҡаҙаныштары өсөн Яковенко Лидия Ивановнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Производство менән бер рәттән, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, — Халыҡ депутаттарының Брюховецкий район советы депутаты итеп һайлана. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Брюховецкая станицаһында йәшәй[1]

1996 йылда «Кубандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои Социалистического Труда Краснодарского края

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Трудовая слава Кубани. Под. ред. Н. Л. Заздравных, Краснодар, 2003.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]