Якушенко Николай Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Якушенко Николай Иванович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 29 ноябрь (11 декабрь) 1897
Тыуған урыны Калуга, Калуга губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 7 февраль 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (73 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан ҡалаһы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР[1]
Ерләнгән урыны Арса зыяраты[d]
Һөнәр төрө актёр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Жанр Театр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены СССР-ҙың халыҡ артисы «Почёт Билдәһе» ордены РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы

Николай Иванович Якушенко (18971971) — совет һәм Рәсәй театр актеры, нәфис һүҙ оҫтаһы (тасуири уҡыусы), педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1955)[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Николай Якушенко 1897 йылдың 29 ноябрендә (11 декабрҙә) Калугала тыуған[2].

Иртә атайһыҙ ҡала. 1-се Калуга гимназияһында уҡыған осорҙа репетитор була, сиркәү хорында йырлай, артистар өсөн ролдәрҙе күсереп яҙа, шулай уҡ Калуга ҡала театры спектаклдәрендә ҡатнаша.

Коммерция институтында һәм бер үк ваҡытта Киевта Соловцов театрының театр мәктәбендә уҡый.

Театр сәхнәһенә 1918 йылда В. Ленин исемендәге Украина совет республикаһының 2-се театрында (элекке Соловцов театры) сыға. Һуңынан бер нисә миҙгел Калуга ҡала театрында (1919, 1922—1923, 1924, 1926), һәүәҫкәр эшселәрҙән һәм бер нисә профессиональ актёрҙан торған "Революцион сатира театры"нда эшләй. Күпмелер ваҡыт сәхнәнән ситтә лә була — клубта эшләй, китапхана мөдире була, «Зәңгәр блуз»ға, аллаһыҙҙар түңәрәгенә етәкселек итә. 1928 йылда йәнә театрға саҡырыла. Тула, Омск, Новосибирск (1929), Архангельск (1933), Ярославль (1934) театрҙары сәхнәләрендә уйнай. Бер миҙгел, 1934—1935 йылдарҙа, Мәскәүҙең МОСПС исемендәге театрҙа (хәҙерге Моссовет исемендәге театр) эшләй. Мәскәүҙә оҙаҡҡа ҡалмай, сөнки яҡшы ролдәр ала алмай, опера театрында эшләгән ағайы арҡаһында К. С. Станиславскийҙың үҙенең репетицияларында булыу һәм хатта бер тапҡыр уның менән әңгәмәләшеү мөмкинлеге ала. Н. Якушенко үҙе яҙғанса, Станиславский дәрестәрендә йөрөгәндә, уға бөтә актёрлыҡ тормошоноң нигеҙе булып торған дәрестәр бирелгән.

1935 йылдан 1967 йылға тиклем — В. Качалов исемендәге Ҡаҙан Ҙур драма театры труппаһында[2].

Режиссерҙар И. А. Ростовцев (уның бер нисә спектаклдә уйнай) һәм А. Д. Диким (1943 йылда Ҡаҙан Ҙур театрында А. Островскийҙың пьесаһы буйынса «Горячее сердце» спектакленең ҡуйылышы өҫтөндә эшләй) менән эшләй.

Һуғыш ваҡытында фронт концерттарында ҡатнаша.

Сәхнәлә тасуири уҡыусы булараҡ сығыш яһай.

1954 йылдан Ҡазан консерваторияһының опера класында сәхнә оҫталығы һәм телмәр мәҙәниәтен уҡыта.

1952 йылдан КПСС ағзаһы. Татар АССР-ының 2-се һәм 6-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана[2].

Николай Иванович Якушенко 1971 йылдың 7 (йәки 8) февралендә[3] Ҡаҙанда вафат була[2]. Ар зыяратында ерләнгән.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡыҙы — Якушенко Виктория Николаевна (1924—1997), артист. Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Казанда, Н. И. Якушенко йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • «Актёр һәм граждан. Мәҡәләләр, хәтирәләр, хаттар» китабы актёрға арналған. — Казань, 1979.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]