Эстәлеккә күсергә

Яманғол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яманғол
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Отрада ауыл советы
Халыҡ һаны 244 кеше (2002)[1],
244 кеше (2009)[1],
237 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453350
Карта

Яманғол (рус. Ямангулово) — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 244 кеше булған[3]. Почта индексы — 453350, ОКАТО коды — 80239840010.


Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (96 %)[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1900 йыл 172
1920 йыл 26 август 245
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 264
1959 йыл 15 ғинуар 261
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 224
2002 йыл 9 октябрь 244
2010 йыл 14 октябрь 237

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 27 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Отрада): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 28 км

Яманғол ауылы тарихи документтарҙа тәү башлап 1756 йылда телгә алына. Ул — Вознесенск баҡыр иретеү заводы хужаһы барон Фон-Сиверсҡа аҫаба ерҙәрҙе һатыу тураһындағы «купчий» ҡағыҙы. Был документта, башҡа күп кенә башҡорт аҫабалары менән бер рәттән, Яманғол ауылына нигеҙ һалыусы олоҫ йөҙ башы, йәғни сотнигы Яманғол Уңғаровтың да ҡултамғаһы бар. Был шәхестең нәҫел-нәсәбенә килгәндә, Яманғол Һыуын-Ҡыпсаҡ ырыуынан. Уның 6-сы быуыны — тыуасары Өмөкамал Абдулла ҡыҙы Иҫәнғолова (1920 йылғы) инәй һөйләүенсә, Яманғол, Иманғол, Иҫәнғол бер туған булғандар. Иманғол хәҙерге Ырымбур өлкәһе Октябрь районына инеүсе Башҡорт Иманғоло ауылын нигеҙләгән. Ул йәш яғынан күпкә оло булғандыр, күрәһең, сөнки улы Муса Иманғолов Яманғол Уңғаров менән бер осорҙа йәшәгән

Яманғолдоң улдары — Атанғол, Ишмәкәй. Был нәҫел ир-заттары, үкенескә ҡаршы, инде бөгөн юҡҡа сығыу сигендә, тик гүзәл заттарыбыҙ ғына дауам иттерә Яманғол Уңғаровтың быуындар теҙмәһен. Шуларҙың береһе — беҙ исемен әле телгә алған Өмөкамал инәй.

—Яманғолдағы мәсетте заманында олатайым Исхаҡ һалдырған. 1918 йылға тиклем атайым Абдулла Исхаҡов старшина булып торған. Ул үҙ ғүмерендә 8 ҡатын алған, шуларҙан бөтәһе 20 балаһы тыуған. Ул нәҫелебеҙҙең шәжәрәһен бик ентекле алып барған булған. Тик үткән быуаттың 30-сы йылдарында уның был ҡулъяҙмаһын ҡулынан тартып алып, юҡ итәләр, ти ул. Шулай ҙа Өмөкамал инәй хәтерендә 10 быуынын һаҡлай алған. Уңғар — Яманғол — Атанғол -Иҫәнғол -Исхаҡ -Атаулла -Абдулла — Харис — Ергис — Рузин. Ә Яманғол Уңғаровтың Ишмәкәй тигән улынан түбәндәге быуындар таралған — Абдулваһап — Ғәбдерәзәҡ — Шәфҡәт.

Беҙ Һыуын-Ҡыпсаҡ ырыуының төрлө шәжәрәләрен сағыштырып өйрәнеп, уларға индерелмәгән быуындарҙы, бигерәк тә, һуңғы быуындарҙы өҫтәп, Яманғол ауылын нигеҙләүсе тарихи шәхестең Мешәүле Ҡарағужаҡ кенәздең 11-се быуын вариҫы икәнлеген асыҡлай алдыҡ. Лоҡман Хәким — Ҡыпсаҡ — Лас бей -Ҡолдәүләт бей — Ҡолсадиҡ бей -Тулат бей — Баҡтыш бей — Торташ бей — Килдуш бей — Монаш бей -Йомаш бей — Мешәүле Ҡарағужаҡ кенәз — Шайынғужа — Жыянғол — Ҡолсадиҡ — Этҡоҫто — Уңғар -Яманғол — Атанғол -Иҫәнғол — Исхаҡ — Атаулла -Абдулла — Харис — Ергис — Рузин.

Яманғол ауылының төп нәҫел-нәсәбе Әбсәләмов, Дәүләтшин, Балхиев, Мәмбәтшин, Ишмәкәев, Иҫәнғолов, Сөләймәнов фамилияларын йөрөткән һәм йөрөтә. Ҡырҙан күсеп килеп ултырғандар ҙа бик күп. Юлбарисовтар — монгол араһы, Юлсурин, Әлиевтар — ҡырым татарҙары, Сатвалов — сыуаш нәҫеле, Абдрахмановтар Ҡарғалы татарҙары араһынан күсеп килеп ултырып башҡортлашҡандар.

Ҡарт атайым Исхаҡ мулла булған, ул Мәхмүт Мөрсәлимовтың атаһын Яманғолға мөәзин итеп ситтән алып килгән. Мөрсәлимовтар нәҫеле бына шулай барлыҡҡа килгән был ауылда. Әсҡәт Әхмәтов Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Мәҡсүт ауылынан күсеп килгән. Йосоповтарҙың сығышы Урта Бабалар ауылынан, тәү күсеп килгән бабалары уҡытыусы булған, — тип һөйләй Өмөкамал инәй.

Ғалим Азат Әхмәҙулла улы Камалов «Атайсал» китабында[5] Яманғол ауылында Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең Һыуын-Ҡыпсаҡ, Ҡары-Ҡыпсаҡ, Кирәй-Ҡыпсаҡ башҡорттары йәшәгәнлеген айырып яҙған.

1786 йылғы картала Яманғол мәхәллә үҙәге итеп күрһәтелә. 8-се ревизияла ауылда 42 йорт барлығы теркәлгән. 1859 йылда 32 өй булып, уларҙа 154 кеше йәшәгән. 1920 йылда бында йорттар һаны 53-кә, ә йәшәүселәр һаны 245 кешегә еткән. һәм Яманғол ауылы Етерыу кантонының Туғыҙтимер олоҫона ингән.

Ауыл халҡы, малсылыҡ менән бер рәттән, иген сәсеү эштәре менән дә шөғөлләнгән. Мәҫәлән, 1842 йылда 189 кешегә 584 бот яҙғы бойҙай сәселгән.

Яманғолдарҙан 22 йәшлек Илекәй Яныбай улы Арыҡов 1812 йылғы Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайта алмаған. Был ауылда Турай Бикйәнов тигән һирәк осрай торған исем-шәрифле кеше лә йәшәгән. Уның хәҙерге Яманһары ауылында йәшәүсе йә шунда тыуып-үҫкән Тураевтарҙың нәсәбенән булыуы ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә яманғолдарҙың тулы шәжәрәһе төҙөлмәгән.

Яманғол ауылы башҡорт әҙәбиәтенә күренекле яҙыусы Раил Байбулатовты бирҙе. Вафатынан һуң, әҙип тыуған ауылында ерләнде, башланғыс мәктәпкә уның исеме бирелде.

Исеме үрҙә телгә алынған Өмөкамал инәйҙең ҡыҙы Рәмилә Иҫәнғолова ла — бер нисә шиғри йыйынтыҡ авторы.

Яманғолдар, районыбыҙҙың башҡа ауылдары халҡы менән бер рәттән, бөгөнгәсә фажиғәле лә, данлыҡлы ла үҫеш юлы үтте.[6]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная ((улица))[7]
  • Раил Байбулатов. Дала таңдары. Роман. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.-368 бит.
  • Рәмилә Иҫәнғолова. «Ауылдаштар» шиғыры. «Юшатыр» гәзите, 8 август, 2006 йыл.
  1. Раиль Байбулатов тураһында белешмә[9].
  • Данлыҡлы уҡытыусы иҫтəлегенə (Фəтхелислам Мисбах улы Байбулатов)[10]