Ямғыр тәңреһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ямғырбашҡорт мифологияһында ямғырҙың рухы, эйәһе, тәңреһе.

Ямғыр саҡырыу йолаһын башҡарыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттарҙа ямғыр сәбәбен Ямғыр тәңреһе менән бәйләгәндәр. Уны Ямғыр, Ямғыр эйәһе, Ямғыр хужаһы тигәндәр. Элек-электән башҡорттарҙа ямғыр саҡырыу һәм ямғыр туҡтатыу йолалары таралған булған. Был йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәр халыҡ ижады әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан һәм әлеге көнгәсә йәшәп килә[1]. Мәҫәлән, әгәр бик оҙаҡ ямғыр булмаһа, Теләккә сығыу йолаһын атҡарғандар. Теләктән һуң Ямғыр тәңреһенә ҡорбан салалар[2]. Бында мотлаҡ ҡара төҫтәге мал һуйғандар. Был йола балалар фольклорында ла бар. Мәҫәлән:Ямғыр, яу, яу, яу!|

Ҡара һарыҡ һуярмын,

Ботон һиңә ҡуярмын,

Тәтәй ҡашыҡ бирермен,

Тәтәй ҡашыҡ баҙарҙа,

Майлы бутҡа ҡаҙанда!


Ямғыр, яу, яу, яу,

Ямғыр, яу, яу, яу.

Ҡояш апай, кит, кит,

һалҡын еҙнәй, кил, кил,

Ашлыҡ тулыр келәткә

Ҡуралары ярылып.

Егет китер кәләшкә

Күрәм тиеп, һағынып.

Ямғыр, яу, яу, яу!

Ямғырым, яу, яу,


Иген үҫһен тау, тау

Ямғыр, яу, ’яу, яу,

Иген үҫһен тау-тау.

Ямғыр, яу, яу, яу,

Иген үҫһен тау, тау![3]

Ямғыр саҡырыу йолаһы Ҡөрьәндән сүрә уҡыу, ямғыр тәңреһе хөрмәтенә алғыштар әйтеү менән оҙатылған. Алғыштарҙан һуң бер-береһенә һыу һибешкәндәр, кемделер шаяртып һыуға ташлағандар. Йола һыуға ҡара ҡаҙан (Ырымбур өлкәһендә һары самауыр) һалыу менән тамамланған. Был эш-хәрәкәттәрҙең барыһы ла боронғо Ямғыр тәңреһенә ҡорбан килтереү йолаһының өлөштәре булып тора. Ямғыр саҡырыу өсөн Ямғыр теләге, теләккә сыгыу йолаһынан тыш, башҡорттар Ямгыр бутҡаһы, зыяратҡа ҡырҡ бер күнәк йә ҡырҡ бер сүмес һыу ҡойоу, йылғаға ат башы һөйәген, йәйташ тигән ваҡ таш йә ҡош бөрләтәүенән алынған таш төшөрөү, ҡайын ағасына таҫтамал элеү кеүек ғөрөфтәрҙе атҡарған. Был сараларҙың барыһы ла асыуланмаһын һәм шифалы ямғыр ебәрһен өсөн Ямғыр тәңреһенә бағышланған. Оҙайлы ямғырҙарҙы туҡтатыу өсөн Аҡ теләк йолаһы ойошторолған. Йола өсөн аҡ төҫтәге мал һуйылған. Белорет районы башҡорттары ямғырҙы туҡтатыу өсөн йәйташ тигән йола ташын ауылдан йыйылған май менән майлаған. Бынан тыш, Инйәр йылғаһы төбөнән ямғыр саҡырғанда һалған ташты алғандар. Шулай итеп, ямғырҙы саҡырыу һәм туҡтатыу йолалары күп төрлө һәм Ямғыр эйәһе, Ямғыр тәңре башҡорт мифологияһында айырым урын биләүен күрһәтә. Ямғыр һүҙе тураһында һөйләгәндә, ул бөтә төрки телдәрендә осрай башҡорт теленең боронғо лексик ҡатламына ҡарай. Ул дөйөм төрки jaamur-jamaur (ямғыр) һүҙенә барып тоташа[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]