Эстәлеккә күсергә

Янцин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Янцинь
изображение
Классификация

ҡыллы музыка ҡоралы, Хордофон

Туғандаш инструменттар

Дульцимер, цимбалы, сантур

Янцин, йочин (ҡыт. 扬琴, пиньинь: yángqín, палл.: янцинь) – цимбалдар төркөмөнә ҡараған ҡытай, монгол, тыва, бурят, ҡалмыҡ ҡыллы музыка ҡоралы. Ҡытай операһы тамашаларында, театр постановкаларында аккомпанемент өсөн, шулай уҡ ансамбль һәм соло инструменты сифатында ҡулланыла.

Инструмент фарсы сүкешле дульцимер сантурҙан килеп сыҡҡан.

Янцин корпусы трапеция формаһында һәм ҡаты ағас төрҙәренән эшләнә. Инструментҡа бер нисә металл ҡыл (башлыса бронзанан) һуҙылған. Янцин махсус подставкаға ҡуйыла.

Тауыш бамбук сүкештәр ярҙамында барлыҡҡа килә. Янцинда ике һәм унан да күберәк тауыштан торған аккордтар башҡарырға мөмкин.

Янцинь дүрт октаванан саҡ ҡына күберәк диапазонлы хроматик инструмент.

Тарихсылар Был инструменттың Ҡытайға нисек килеп эләгеүен аңлатыусы бер нисә теория тәҡдим итә:

  • Диңгеҙ аша, Гуанчжоу порты (Кантон) аша килтерелгән;
  • сит ил йоғонтоһонан тыш ҡытайҙар үҙҙәре уйлап тапҡан.

Тарихи яҡтан янцинь һүҙе ике төрлө ысул менән яҙыла, төрлө ҡытай иероглифтарын ян билдәләү өсөн ҡулланалар. Ян 洋 иероглифы менән яҙылғас, был "сит" (ил) тигәнде аңлата. Һуңыраҡ, 1910 йылда, ул 揚 иероглифына үҙгәртелә, был "танылған" тигәнде аңлата.