Янғантау шифаханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Шифахана
«Янғантау»
Көньяҡ Урал
Фотография
Ил

Рәсәй Рәсәй

Курорт регионы

Башҡортостан Башҡортостан

Яҡындағы ҡала

Өфө (200 км)

Асылған

1937

Йүнәлеше

күп йүнәлешле бальнеология курорты

Майҙаны (га)

73

Һыйҙырылышлығы

852

Яҡындағы аэропорт

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты

Өҫтәмә мәғлүмәт
Минераль һыу

Ҡорғаҙаҡ шишмәһе

Климат

уртаса-континенталь

директор

Аҡбашев Альфред Рәшит улы[1]

Адрес

Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Салауат районы, Янғантау ауылы, Үҙәк урам, 20

e-mail

market@yantau.ru

http://yantau.ru/

«Янғантау» шифаханаһы — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы күп йүнәлешле бальнеология курорты. 1937 йылда асылған. Өфө ҡалаһынан 220 саҡрым алыҫлыҡта, Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ ярындағы «Янғантау» исемле тауҙа урынлашҡан.

Дауалау йүнәлештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шифахананың төп дауалау факторы — тәрән Ер аҫтынан сыҡҡан пар һәм составында әүҙем микроэлементтар, органик һәм гумус матдәләр, спиртлы сумала булған газ. Ул тәнде ял да иттерә һәм бер үк ваҡытта уның туҡымаһында матдәләр алмашыныу процесын көсәйтә, ҡандың реологик үҙенсәлеген яҡшырта, липид һәм аҡһым алмашыныуын нормалләштерә. Дауалау маҡсаттарында Ҡорғаҙаҡ шишмәһенең даими температураһы +160С булған аҙ ми­не­ралләшкән гидрокарбонатлы-кальцийлы-магнийлы һыуы һәм Ҡырымдан килтерелгән Саки ләме ҡулланыла. Тәпәш тау курорты булған «Янғантау»ҙа башлыса ҡоро һауа, ул юғары дәрәжәлә саф һәм еңелсә иондар менән байытылған. Ҡояш­лы көндәр буйынса бындағы күрһәткестәр Рәсәйҙәге һәм Көнбайыш Европалағы күп ку­рорттарҙың шул уҡ параметрҙарынан юғары.

Шифаханала дауалау—дауаланыу түбән­дәге йүнәлештәрҙә алып барыла:

  • һөйәк-мускул системаһы (артрит, артроз, остеохондроз);
  • периферик ҡан тамырҙары;
  • тын юлдары;
  • периферик нервы системаһы (радикулит, неврит, плексит һәм башҡалар);
  • бөйөр, һейҙек юлдары, гинекологик һәм урологик ауырыуҙар.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Быуындан-быуынға күсеп килгән риүиәттәрҙә әйтелеүенсә, Янғантауҙың сәйер һәм ғәжәйеп шифалы үҙенсәлектәренә тәү башлап бынан бер нисә йөҙ йыл элек тау битендә һарыҡ көткән ҡарт юлыҡҡан. Көҙгө ямғырлы көндә ул ҙур ағас янындағы ер ярығына тап була. Шунда ҡоро япрак, сатыр-сотор ботаҡтар түшәп, ятып торған һәм үҙе лә һиҙмәҫтән йоҡлап та киткән. Уянғас, ярыҡтың төбөнән йылы пар сыҡҡанын тойоп ҡалған. Аҙаҡтан ул бында йыш ҡына йылынырға йөрөгән. Бер ни тиклем ваҡыттан бигерәк тә йонсоуҙа үҙен бимазалаған аяҡ һәм ҡул быуындары һыҙлауының баҫылғанына аптырап ҡалған… Нәҡ ошо дәүерҙән быға тиклем «Ҡарағоштау» тип йөрөтөлгән был урынға «Янғантау» тигән яңы исем ҡушылған һәм яҡын-тирә башҡорттары уны «изге» тип һанай башлаған. Янғантауға күп ауырыуҙар дауаланырға килгән. Был бер нисә быуат дауам итһә лә, тауҙың үҙенсәлекле күренештәрен тәү тапҡыр тик XVIII быуаттың икенсе яртыһында, үҙенең 1770 йылдың 26 майындағы көндәлек яҙмаларында, академик Петер Симон Паллас һүрәтләй[2].

Асыҡ тишек һәм ярыҡтарҙан бер туҡтауһыҙ эҫе пар сығып тора, уға ҡул тейгеҙерлек түгел, унда ташланған ағас ҡабығы һәм ҡоро юнысҡы шундуҡ янып китә, насар көндә һәм ҡараңғы төндә был пар бер нисә аршын бейеклегендәге йоҡа ғына ҡыҙыл ялҡын йә утлы шар булып күренә…

— «1767-1771 й.й. Рәсәй дәүләтенең төрлө провинциялары буйлап сәйәхәт». П. С. Паллас

1937 йылдың 2 апрелендә бында һынау рәүешендә 20 урынлыҡ дауалау йорто асыла, ә 1944 йылда ул аяҡ-ҡул быуындары һыҙлауын, периферик нервы системаһы һәм ҡан тамырҙары, ашҡаҙан-эсәк, бөйөр һәм һейҙек юлдары ауырыуҙарын дауалауға тәғәйенләнгән 25 урынлыҡ шифаханаға әйләндерелә. 1957 йылдан санаторий йыл әйләнәһенә эшләй.

Бөгөнгөһө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2016 йыл: Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең (БДБ) Сифат өлкәһендәге премияһы лауреаты[3].
  • Щифахана үҙенең юғары кимәлен раҫлап, "Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары" Бөтә Рәсәй конкурсының "Халыҡ өсөн хеҙмәттәр" номинацияһында лауреат исемен яуланы[4].

Шифахана ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Официальный сайт Курорта «Янгантау» (урыҫ.) (Тикшерелгән Хата: ваҡыт дөрөҫ түгел)
  2. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 478 бит
  3. Санаторий «Янган-Тау» — лауреат премии СНГ в области качестваBashinform logo-e1423154856921.jpg, 2016, 29 март (урыҫ.) (Тикшерелгән 29 март 2016)
  4. Санаторий «Янган-Тау» стал лауреатом конкурса «100 лучших товаров России»Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2016, 16 ноябрь
  5. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 8 сентябрь
  6. «Бельские просторы», № 8 (201) Август, 2015 (урыҫ.)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Янгантау (курорт). — Уфа: Китап, 2000. — 160с.:ил. (урыҫ.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]