Янғантау (геопарк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Янғантау
Дәүләт  Рәсәй
 Янғантау Викимилектә
Геопаркка ингән урындағы стела

«Янғантау» геопаркы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Салауат районы биләмәһендә урынлашҡан геология, биология, тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекттары комплексы. Геопарк территорияһында халыҡ-ара әһәмиәтле геологик объекттар: Мәсетле, Оло Лука, Лаҡлы геологик киҫелештәре һәм Янғантау урынлашҡан.

2019 йылдың 1 сентябрендә «Янғантау» геопаркы Рәсәйҙә беренсе булып ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә индерелде[1].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геопарк майҙаны 1700 км² тәшкил итә. Территория Башҡортостан Республикаһының Салауат районы сиктәрендә урынлашҡан. Көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Силәбе өлкәһенең Әшә һәм Ҡытау-Ивановск райондары һәм Ҡытаутамаҡ ҡала округы менән сиктәш. Көньяҡ-көнсығыш өлөшө Силәбе өлкәһенең Ҡытаутамаҡ ҡала округы һәм Һатҡы районы менән йәнәшә. Төньяҡ-көнбайыштан геопарк Башҡортостан Республикаһының Нуриман, төньяҡ-көнсығышта — Ҡыйғы районы менән сиктәш, ә төньяҡта ул республикаһының Дыуан районы менән йәнәшә.

Рельефы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геопарктың карта-схемаһы

Геопарк территорияһы рельефы түбәле-ҡырлалы-теҙмәле тигеҙлекте кәүҙәләндерә. Ҡалҡыулыҡтар, арҡалар һәм үҙәндәр араһындағы тау теҙемдәре көньяҡтан төньяҡҡа йүнәлтелгән һәм аралыҡтағы тектоник структуралар йүнәлеше менән тап килә. Көньяҡ Урал тау структураларының күпселегенән айырмалы, субкиңлек йүнәлешле Ҡаратау һырттары ғына үҙенә башҡа.

Тупрағы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геопарк территорияһында булған ҡара һоро урман тупрағы һәм аҡһыл һоро урман тупрағы ҙур таралыш алған. Йылғаларҙың һыубаҫар туғайҙарында аллювиаль тупраҡ күҙәтелә. Геопарктың төньяғында көлһыулатылған уңдырышлы ҡара тупраҡ ҡатламынан тора. Тупраҡты барлыҡҡа килтереүсе төп тоҡомдар — элювиаль-делювиаль һәм делювиаль тоҡомдар.[2]

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Территория климаты ҡырҡа континенталь, уртаса йылы. Уртаса йыллыҡ температура +1,5 °С, ғинуар айының уртаса температураһы — −15,4 °С, июлдә уртаса температура — + 17,8 °С. Йылы осорҙа (апрель-октябрь) уртаса йыллыҡ яуым-төшөм һаны 565 мм. Уртаса ҡар ҡатламы бейеклеге — 44 мм. Йыл дауамында көньяҡ-көнбайыш (29 %) һәм һәм көньяҡ (17 %), яҙ һәм йәй — көньяҡ-көнбайыш (14-26 %), яҙ һәм йәй — көньяҡ-көнбайыш (14-26 %) ел өҫтөнлөк итә, елдең уртаса тиҙлеге — 3,4 м/с.

Геопарка Янган-Тау климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса температура, °C −15,4 −15 −7,8 2,8 11,2 16,4 17,8 15,8 9,6 2,1 −6,6 −13 1,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 26 24 30 29 49 72 82 70 57 51 38 37 565
Средняя влажность, % 81 78 79 75 63 66 74 76 80 81 83 82 76
Сығанаҡ: Данные метеостанции с. Месягутово

Ер өҫтө һыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тигеҙлек Әй һәм Йүрүҙән йылғалар системаһы ярҙамында һыуҙан арына. Карст үҫеше менән бәйле булғанлыҡтан, йылға селтәре тигеҙ бүленмәгән. 404 км оҙонлоғондағы Йүрүҙән йылғаһы Башҡортостандың иң ҙур йылғалары исемлегенә инә.

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флораһы ҡатнаш — бореаль-немораль-далалы. Үҫемлектәр башлыса ҡайын урмандарынан тора. Ҡырлаларҙың һәм түбәләрҙең ташлы битләүҙәрендә бөртөклө һәм ҡылғанлы төрлө үләнле дала. Ҡаратау һырттары буйлап Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш сиге ареалынан торған ылыҫлы-киң япраҡлы урмандар үҫә. Йылға үҙәндәрендә һәм карст депрессияларында һаҙлыҡтар киң таралған.

Фаунаһы башлыса урманлы: мышы, ҡабан сусҡа, ҡоралай, бүре, һеләүһен, һоро айыу, ябай төлкө, үрғуян, урман эте янут, ябай тейен, урман һуҫары, америка шәшкеһе, ондатра, ҡондоҙ, бурһыҡ, сапсан, диңгеҙ бөркөтө, ҡор, һуйыр, {{comment|ҡурпысыҡ|вальдшнеп} һ.б. ҡоштар; рептилиялар - кеҫәрткеләр, туҙбаш, ҡара, еҙ йылан. Йылғаларҙа балыҡ күп.

Геологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киҫәташ киҫелеше

«Янғантау» геопаркы территорияһы тау тоҡомдары йәшенең рифейҙан алып дүртенсел осор ҡатламдарына тиклемге киң диапазонын үҙ эсенә ала. Төбәктә төрлө тау тоҡомдары: ҡомташтар, алевролиттар, һәүерташ, эзбизташтар, мергелдәр, кварциттар, доломитар, конгломераттар, балсыҡлы тупраҡ, балсыҡ, ҡом, ҡырсынташлыҡ, күл-һаҙ ултырмалары таралған. Геопарк территорияһында ике ҙур тектоник структура: Көнсығыш Европа платформаһы (Пермь-Башҡорт көмбәҙе) һәм Урал йыйырсыҡлы өлкәһе (Йүрүҙән-Сылва депрессияһы) һәм Урал алды бөгөлөшөнөң Башҡорт мегантиклинорийы (Ҡаратау структура комплексы)[3] [4]айырылып тора.

Пангей материгы барлыҡҡа килгәндә, геопарк районы Көнсығыш Европа платформаһы сиктәрендә боронғо диңгеҙ бассейны шельфын кәүҙәләндергән. Континенталь массаларҙың төкәшеүе йыйырсыҡланыу процестары һәм шарьяждар барлыҡҡа килеүе менән ҡушылып барған.

Үҙенсәлекле геологик объекттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәсетле киҫелеше

1. Мәсетле киҫелеше — Ер йөҙөндәге тормош эволюцияһының иртә пермь этабындағы пермь системаһының (290—285 миллион йыл элек) әртә һәм көңгөр ярустары интервалын биләгән фоссилияларҙан торған бай комплекслы халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған төп геологик объект. Ултырмаларҙа фораминиферҙар (фузулинид), аммоноидеялар, конодонттар, остракодтар, брахиоподтар, балыҡтар, каламиттар, эзбизташ ылымыҡтарҙың ҡаҙылма ҡалдыҡтары бар. Әртә-көнгөр йәшендәге ылымыҡтарҙың һирәк ҡалынлыҡтағы ҡомло-балсыҡлы һыҙаты аша кәүҙәләнә. Геологик өҫкә сығыу оҙонлоғо — 750 метрға, бейеклеге 100 метрға тиклем.

Мәсетле киҫелеше Халыҡ-ара стратиграфик шкаланың көңгөр ярусының аҫҡы сиге глобаль стратотибы («алтын ҡаҙаҡтар») кандидаты булып тора. Әртә һәм көңгөр ярустары араһындағы сиктәр Neostreptognathodus pnevi Kozur et Movshovitsch конодонттар барлыҡҡа килеүе буйынса билдәләнә. Глобаль корреляция өсөн Мәсетле киҫелешендә күп һанлы аммоноидеяларҙың (әртә ярусы ултырмаларында — Uraloceras fedorowi, көңгөр тоҡомдарында — Clausiuraloceras ырыуы вәкилдәре) булыуы мөһим.

2. Бөтә геопаркка исем биргән Янғантау тауы һирәк геотермаль феноменының сағылышы булып тора. Йүрүҙән йылғаһының уң яры буйлап көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан һуҙылған ҡалҡыулыҡты кәүҙәләндерә. Ҡалҡыулыҡтың абсолют нөктәһе — диңгеҙ кимәленән 416 метрҙа, итәге — 252 метрҙа. Янғантау тауы сиктәрендә ҡайнар газ һәм быу сыға торған 5 участка һүрәтләнгән. Ер ҡуйынының йылыныуы 300 ºС ашыу булыуы билдәләнгән. Башҡорт теленән тәржемә иткәндә тауҙың атамаһы «янған тау» тигән мәғәнәне аңлата. Ер шарында платформа шарттарында вулкан эшмәкәрлеге менән бәйләнмәгән термаль процестарҙың интенсив рәүештә беленгән аҙ осраған бер урыны.

XVIII быуаттан башлап тауҙа ғилми тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Янғантау феномены генезисының 7 фаразы тәҡдим ителгән, хәҙерге ваҡытта ике фараз иң популяры: битуминоз һәүерташарҙың ер аҫты яныуы/әселәнеүе (Паллас, 1773; Штильмарк, 1958; Пучков, Абдрахманов, 2003; һ. б.), шулай уҡ Янғантауҙың температура аномалиялары тектоник тәбиғәтенең килеп сығыу теорияһы — убылып төшөү зоналарында тоҡомдарҙың ышҡылыуы (Миловидов, Огильди, 1948), шарьяжлы пластиналар ышҡылыуы арҡаһында (Ниғмәтуллин, Казанцева, Камалетдинов, Казанцев, 1996; Казанцева, 2014). Оҙаҡ ваҡыт дауамында был территорияның температура феноменын дауалау маҡсатында ҡулланалар, 1950-се йылдарҙан шул уҡ исемле курорт эшләй.

3. Оло Лука киҫелеше — ташкүмер осоро башҡорт ярусы стратотибы. Киҫелеш Оло Лука ауылына ҡаршы, Йүрүҙән йылғаһының һул ярында Кропачёво станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа 15 километрҙа урынлашҡан. С. В. Семихатова уны «Уралдың көнбайыш битләүендә башҡорт ҡатламдарының типик яланғасланыуы обнажение» тип һүрәтләгән һәм брахиоподтар фаунаһы ҡылыҡһырлаған. Оло Лука киҫелеше лаҡлы тибына ҡарай. Ике быуынлы: аҫҡы өлөшөндә карбонатлы һәм өҫкө өлөшөндә башлыса терригенлы төҙөлөшө башҡорт ярусының үҙенсәлеге булып тора.

4. Лаҡлы уйымы — башҡорт ярусының терәк уйымы. Башлыса органогенлы эзбизташтар менән кәүҙәләндерелгән сюранский, аквасский һәм асҡынбаш подъярустарына бүленә. Асҡынбаш подъярусы эзбизташтарына өҙөклөк менән өҫкө карбондың куркин ҡатламы, алевролиттар һәм эзбизташтар аргиллиттары ҡатламы, ятҡан.

5. Күҫәләр көкөрт сығанағы — Башҡортостан Республикаһының тәбиғи гидрогеологик ҡомартҡыһы. Сығанаҡтар Күҫәләр ауылының көнбайыш ситендә, Йүрүҙән йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Аҫҡы пермь әртә ҡаты эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Һыуҙың минераллашыуы 1,0 г/л тиклем тәшкил итә. Ҡайһы бер шишмәләрҙә ҡырсынташлыҡтарҙа саф көкөрт ултырмалары күҙәтелә.

6. Ҡорғаҙаҡ сығанағы — Башҡортостан Республикаһы тәбиғи гидрогеологик ҡомартҡыһы. Комсомол ауылының көнбайыш ситендә урынлашҡан. Минераль һыуҙар дебиты 100—125 л/сек тәшкил иткән иң көслө ер аҫты сығанағы. Сығанаҡ һыуы шифалы — эсәр һыу сифатында ҡулланыла.

7. Ҡаратау һырттары - Көньяҡ Уралдың көнбайыш армыттары. Башҡортостан Республикаһы сиктәрендә башҡа Урал орогены тектоник структуралары субмеридиональ урынлашһа, һырттың үҙенсәлеге булып субкиңлеккә һуҙылыуы тора. Ҡаратау һыртының уртаса бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 600 метр. 10 километрҙан артҡан ҡеүәткә эйә рифей-венд диңгеҙ карбонат-терриген ултырмаларынан тора. Ҡаратау комплексы сиктәрендә көнсығыштан бер-береһенә ҡапланған бик күп шарьяж пластиналар айырылып тора. Ҡаратау һырты структураһы күп йылдар дауамында — Ф. Н. Чернышев (1889), Н. В. Дорофеев, В. Н. Рябинин (1929), М. М. Тетяев (1938), Н. С. Шатский (1945) һ. б. тарафынан вертикаль-блоклы тип һанала ине. 1954 йылда тәүге тапҡыр Камалетдинов Морат Абдулхаҡ улы көньяҡ-көнсығыштан һырттың боронғо ҡатламдарының Өфө яйлаһының йәшерәк тоҡомдарына ҡапланыуы хаҡында һығымта яһаны, һәм был артабан Урал тауҙарының шарьяж-ҡапланмалы төҙөлөшлө булыуын иҫбатларға нигеҙ булды.

Төҙөлөү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геопарк Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең  2017 йылғы бойороғо менән булдырылды. Территорияла 20-нән ашыу геологик объект, шуларҙан 3 (Мәсетле, Оло Лука киҫелештәре, Янғантау) халыҡ-ара, 10 – милли һәм 21 объект  – белем биреү әһәмиәтендәге. Салауат районының Янғантау тауы гидротермаль феномены менән бәйле бальнеологик ресурстары донъяға билдәле.

Геопарк менән идара итеү, фән һәм геобелем, туризм, эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге партнёрҙар ҡатнашлығында, «Янғантау шифаханаһы» акционерҙар йәмғиәте базаһында тормошҡа ашырыла.

Геопарктың тәбиғи мираҫы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геопарктың тәбиғәт үҙенсәлеге Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китаптарына ингән үҫемлек һәм хайуан төрҙәренең күп төрлөлөгө менән бәйле. Шулай уҡ территорияла Рәсәйҙең милли һәм халыҡ-ара әһәмиәткә эйә «Өфө яйлаһы» БС-022 төп орнитология биләмәһе лә урынлашҡан. Геопарктың туғыҙ тәбиғи һәм геологик объекты айырыуса һаҡланған территориялары төбәк селтәренә инә [5].

Әй һәм Йүрүҙән йылғалары буйынса ҡом һайыҫҡаны һәм сапсандарҙың тығыҙ популяциялары билдәләнгән. Геопаркта селәндәрҙең Башҡортостан Республикаһындағы ике эре колонияһы бар. Бындай үҙенсәлек территорияла бердвотчинг (watching bird) –  экотуризмдың иң популяр булған йүнәлештәренең береһен үҫтереү мөмкинлектәрен бирә.

Геопарктың мәҙәни һәм белем биреү мираҫы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт милли бейеүе

Территория матди булмаған мәҙәниәттең юғары үҫеш кимәле менән айырыла. Йыл һайын районда   башҡорт халҡының мәҙәни традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән «Салауат йыйыны» халыҡ-ара фестивале үткәрелә. Күп һанлы кәсепселек һәм һөнәрселек: солоҡсолоҡ, йылҡысылыҡ, ҡымыҙсылыҡ, халыҡ кейемдәре менән музыка ҡоралдары әҙерләү, көршәкселек һәм дағалау эше, бағымсылыҡ үҫешкән.  Район халҡы сәсәндәр – мифтар һәм риүәйәттәр һөйләүселәр  - ярыштарында ҡатнаша.

Матди мәҙәни мираҫ 32 археология ҡомартҡыларында (ҡурғандар, ҡаласыҡтар, ултыраҡтар, мәмерйә тораҡтары) сағылған, шуларҙың – 9-ы федераль әһәмиәттәге, мәҫәлән, Иҙрис мәмерйә торағы һәм Иҙрис яҙмаһы. Лаҡлы, Иҙрис һәм Урмантау мәмерйәләре, Ҡорғаҙаҡ сығанағы, Күҫәләр көкөрт сығанағы, Лаҡлы ауылы янындағы Ҡапҡа -Таш, Яхъя киҫелеше, Лимоновский һырты һ.б. геообъекттарҙы барып күреү маҡсатында ойошторолған экскурсия-турист маршруттары эшләй.  Геопарк территорияһында ошо ерҙең геологик, тәбиғи тарихы буйынса белем бирерлек, төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының мәҙәниәтенә һөйөү уятырлыҡ 24 музей эшләй. Район үҙәге Малаяҙ ауылындағы Салауат Юлаев музейын, «Янғантау» курортының «Каравелла» диңгеҙ музейын барып күреп, райондың геологик һәм тәбиғи тарихын өйрәнеп була.

2018 йылдан геопарк «Йәш геолог» республика ялан профиль лагеры сиктәрендә гидрометрия, радиометрия, минералогия һәм петрография, палеонтология буйынса уҡыуҙарҙың даими майҙансығына әйләнде. Бында күп йылдар мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн «Йүрүҙән» атамаһын йөрөткән сара үткәрелә. Территорияла Башҡорт дәүләт университеты география факультеты студенттарының ялан тәжрибәләре уҙғарыла.

Туризм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геопарк территорияһында 20 туристик маршруттан торған селтәр булдырылған:

  •  геопарк мәмерйәләре буйынса 3 спелеомаршрут
  • Әй һәм Йүрүҙән йылғалары буйлап 8 һалда ағыу маршруты
  •  бер нисә төп геообъекттарға (Мәсетле һәм Ахун киҫелештәре; Күҫәләр көкөрт сығанағы һәм Ҡорғаҙаҡ сығанағы) 2 геологик тур
  • этнография-крайҙы өйрәнеү буйынса махсуслашҡан  «Мөғжизәле яҡ», «П. С. Паллас эҙҙәре буйлап» һәм «С. М. Прокудин-Горский эҙҙәр буйынса» маршруттары
  • ҡош яратыусылар өсөн Рәсәй территорияһының «Өфө яйлаһы» БС-022 төп орнитология биләмәһе буйынса үткән орнитологик маршрут 
  • ҡатнаш һәм йәйәүлеләр экскурсиялары

ЮНЕСКО геопаркы статусын алыу тарихы [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Янғантау» геопаркы ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында 2002 йылдан бирле эшләүсе бөтә донъя милли геопарктар селтәренә[6]ингән геопарк статусын Рәсәйҙә беренсе булып алыуға дәғүә итә[7].

2018 йылдың 15 сентябрендә ЮНЕСКО геопарктарының Италиялағы Адамелло-Брента ҡалаһында (унда Милли парк урынлашҡан) үткән 8-се Халыҡ-ара конференцияһында «Янғантау» геопаркының бөтә донъя милли геопарктар селтәренә инеүгә дәғәүә иткән ғаризаһы хупланды[8]. Был форумда Башҡортостан Республикаһының Экология һәм тәбиғәт менән файҙаланыу министры Илдар Һаҙыев етәкселегендәге БР делегацияһы ҡатнашты. Министр «2019 йылда «Янғантау» геопаркы барлыҡҡа килеүе тураһында рәсми белдереү яһаласаҡ», тип хәбәр итте.

Донъяның 38 илендә барлығы 140 геопарк бар. «Янғантау» геопаркы Рәсәй Федерацияһының тәүге геопаркы булып ҡаласаҡ.

2019 йылдың 1 сентябрендә ЮНЕСКО геопарктары Советының Индонезияла уҙған ултырышынды «Янғантау» геопаркын ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә индереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Яңы объекты йәмәғәтселек ҡарамағына тәҡдим итеү һәм уның менән таныштырыу Геопарктарҙың Азия-Тымыҡ океан селтәренең 3—6 сентябрҙә үтәсәк алтынсы симпозиумында буласаҡ[1].

Геопарк объекттары тураһында мәҡәләләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Альфред Акбашев. Что даст Башкирии статус геопарка ЮНЕСКО в Янган-Тау? ИА «Башинформ», 23 августа 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 август 2019)
  • Абдрахманов Р. Ф. Пресные подземные и минеральные лечебные воды Башкортостана. – Уфа: Гилем, Башк. энцикл., 2014. Табл. 63, илл. 63, фото 16, библ. 119 назв. 416 с. + вкл.
  • Ардисламов Ф. Р. Геологические памятники природы и меры по их охране и рациональному использованию в Республике Башкортостан / Вестник Башкирского университета. 2017. Т. 22. № 2. С. 418-423. http://bulletin-bsu.com/arch/2017/2/4-2/
  • Бойко М. С. Развитие раннепермского семейства Paragastrioceratidae (ammonoidea) на Урале / Палеонтологический журнал. 2010. № 3. С. 31-37.
  • Галиев А. Ф. История изучения феномена горы Янган-тау П.С. Палласом // Вопросы гуманитарных наук. 2017. № 1 (88). С. 24-25.
  • Иванова Р. М. Башкирский ярус Урала // Биостратиграфия среднего–верхнего палеозоя Русской платформы и складчатых областей Урала и Тянь-Шаня. М.: ВНИГНИ, 1995. С.20–29.
  • Исмагилов Р. А., Фархутдинов И. М., Фархутдинов А. М. Создание геопарка ЮНЕСКО в Башкирии // Природа. № 1. 2018. С. 35–41.
  • Казанцев Ю. В., Казанцева Т. Т., Загребина А.И., Газизова С.А. Структурная геология северо-востока Башкортостана. Уфа: АН РБ, Отделение наук о Земле и экологии, 1999. — 131 с.
  • Казанцева Т. Т. К Проблеме падения температур, дебитов горячих паров и сухих газов в недрах курорта Янгантау // Геология. Известия Отделения наук о Земле и природных ресурсов Академия наук Республики Башкортостан. 2013. № 19. С. 68-78.
  • Казанцева Т. Т. О происхождении и сохранении феномена горы Янгантау // Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2014. Т. 19. № 3. С. 16-28.
  • Камалетдинов М. А. Покровные структуры Урала. М.: Наука. 1974. 230 с.
  • Кисин А. Ю. Структурное положение тектонического блока Каратау / Литосфера. 2008. № 4. С. 35-47.
  • Кутыгин Р. В. Clausiuraloceras mechetlense, новый вид аммоноидей из кунгура Южно-Уральского региона // Палеонтологический журнал, 2018, в печати.
  • Наливкин В.Д. Стратиграфия и тектоника Уфимского плато и Юрюзано-Сылвенской депрессии. Л.;М: Гостоптехиздат, 1949. 205 с. (Труды/ ВНИГРИ; Нов. сер.; Вып.46).

Нуруллин Р. Метеорит горы Янгантау // Черные металлы. 2015. № 1 (997). С. 79-80.

Пазухин В.Н., Николаева С.В., Кулагина Е.И. Срединная граница карбона на южном Урале и в Приуралье / В сборнике: Палеозой России: региональная стратиграфия, палеонтология, гео- и биособытия Материалы III Всероссийского совещания. 2012. С. 169-172.

Пучков В.Н., Абдрахманов Р.Ф. Особенности газогидро-геотермальных явлений горы Янгантау и прилегающих территорий (Южный Урал) // Литосфера. – 2003. – № 4. – С. 65–77.

Пучков В.Н., Кисин А.Ю., Шанина С.Н. Природный доменный процесс горы Янган-тау (Западный Урал) // Литосфера. 2012. № 5. С. 166-172.

Салимов М. Дорогами славных конников / Ватандаш. 2017. № 5 (248). С. 3-9.

Семихатова С.В. Брахиоподы башкирских слоев СССР. 1. Род Choristites Fischer. М., 1941. 151 с. (Труды/ ПИН АН СССР; Т.XII; Вып.4).

Синицына З.А. Башкирский ярус по р.Лаклы на западном склоне Южного Урала //Стратиграфия и геология карбона Южного Урала и восточной окраины Русской платформы/ БФАН СССР. Уфа. 1975. С.86–94.

Сунгатуллин Р.Х., Сунгатуллина Г.М. Комплексная характеристика эталонных разрезов приуральского отдела пермской системы в Республике Башкортостан // Геология, полезные ископаемые и проблемы геоэкологии Башкортостана, Урала и сопредельных территорий: Сборник статей / 12-я Межрегиональная научно-практическая конференция, Уфа, 21–23 мая 2018 г. – Уфа , 2018. С. 160-168.

Ураимов Ш.М. Санжыра (летопись) как исторический источник  // Актуальные проблемы гуманитарных и естественных наук. 2016. № 8-1. С. 203-206.

Фархутдинов И.М. Уникальный геологический объект в качестве учебного полигона для изучения геологии Урала // Геология. Известия Отделения наук о Земле и природных ресурсов Академии наук Республики Башкортостан. 2012. № 18. С. 33–41.

Фархутдинов И.М., Белан Л.Н., Фархутдинов А.М., Исмагилов Р.А. Богдан Е.А. Геопарк ЮНЕСКО как потенциал культурного и экономического развития// Разведка и охрана недр. №4. 2018. С. 50–53.

Хурамшин И.Ш. Изучение состава конденсата пара курорта Янгантау // Вопросы курортологии, физиотерапии и лечебной физической культуры. 2011. № 1. С. 32-34.

Черных В.В., Г.В. Котляр, Р.В. Кутыгин, Т.В. Филимонова, Г.М. Сунгатуллина, Г.А. Мизенс, Р.Х. Сунгатуллин // Геологические памятники Республики Башкортостан как потенциальные «золотые гвозди» Международной стратиграфической шкалы

Чувашов Б.И., Черных В.В. Разрез Мечетлино (Южный Урал) – потенциальный лимитотип нижней границы кунгурского яруса // ДАН, 2011, т. 441, № 5. С. 657-660.

Balabanov, Y.P., Sungatullin, R.Н., Sungatullina, G.M., 2017. Paleomagnetic and petromagnetic characteristics of the reference sections Cisuralian Series Permian System. In: International conference on paleomagnetism and rock magnetism, Kazan, pp. 9.

Balabanov, Y., Sungatullin, R., Sungatullina, G., Kosareva, L., 2018. Paleomagnetic Studies of the Mechetlino Section (Southern Urals). In: Advances in the study of the Devonian, Carboniferous and Permian Research - From Basin fill to Mineral and Energy Resources. Filodiritto International Proceedings, pp. 44–51.

Chernykh V.V., Chuvashov B.I., Davydov V.I., Schmitz M.D. Mechetlino Section: A candidate for the Global Stratotype and Point (GSSP) of the Kungurian Stage (Cisuralian, Lower Permian) // Permophiles, 2012, № 56, pp. 21–34.

Chernykh, V., Kotlyar, G., Kutygin, R., Filimonova, T., Sungatullina, G., Mizens, G., Sungatullin, R., Isakova, T., Boiko, M., Ivanov, A., Mychko, E., 2018. Paleontological Characteristics of the Mechetlino Section (Southern Urals). In: Advances in the study of the Devonian, Carboniferous and Permian Research - From Basin fill to Mineral and Energy Resources. Filodiritto International Proceedings, pp. 70–82.

Ivanov A.O. Chondrichthyans from the Lower Permian of Mechetlino, South Urals, Russia // The Bulletin of Geosciences, 2016, № 92 (4), pp. 717-729.

Kotlyar G., Sungatullina G., Sungatullin R. GSSPs for the Permian Cisuralian Series stages // Permophiles, 2016, № 63, pp. 32–37.

Sungatullin, R., Mizens, G., Sungatullina, G., Gareev, B., Batalin, G., 2018. Geochemistry of the Lower Permian Mechetlino and Dal’ny Tulkas Sections, Southern Urals. In: Advances in the study of the Devonian, Carboniferous and Permian Research - From Basin fill to Mineral and Energy Resources. Filodiritto International Proceedings, pp. 216-224.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]