Япраҡ ҡуңыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Япраҡ ҡуңыҙы
Chrysolina herbacea-pjt2.jpg
Chrysolina herbacea
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Chrysomelidae Latreille, 1802

Төркөм өлгөһө
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   114509
NCBI   27439
EOL   7463

Япраҡ ҡуңыҙы (лат. Chrysomelidae, (рус.  Листоеды ) —ер йөҙөнөң бөтә өлөштәрендә сәскәле үҫемлектәрҙә йәшәй, уларға байтаҡ зарар килтерә торған ваҡ ҡуңыҙҙар[1]; ҡаты ҡанатлы ҡуңыҙҙар ғаиләһендәге бөжәк. 35 000 төрҙө берләштерә.

Артҡы аяҡтары һикереү өсөн яйлашҡан ваҡ ҡуңыҙҙар (1-5 мм). Төрлө биотоптар — болон, урман, агроценоздарҙа йәшәйҙәр. Үҫемлек менән туҡланалар. Оло ҡуңыҙҙар япраҡты кимереп тишәләр һәм үҫеү нөктәһен юҡ итәләр. Ҡурҡыныс янағанда ер өҫлөгөндә йәшеренәләр. Үҫемлек ҡалдыҡтары аҫтында йәки тупраҡта ҡышлайҙар, яҙ үҫемлек шытымдарына йыйылалар. Личинкалары селәү һымаҡ, һары, тупраҡта йәки һабак эсендә үҫә. Күп кенә төрҙәре йәшелсә һәм баҫыу культураларына ҙур зыян һала. Аҡһыл аяҡлы, уйымлы, тулҡын һымаҡ ҡуңыҙҙар әүернә сәскәлеләрҙә йәшәй. Ҙур һабак, ябай һабак, иген һабағы ҡуңыҙҙары, ғәҙәттә, ҡыяҡлыларҙа була. Сөгөлдөрҙә — ябай сөгөлдөр ҡуңыҙы, бәрәңге һәм томатта — бәрәңге, киндер киндер ҡуңыҙҙары осорай. Япраҡ ҡуңыҙҙарына ҡаршы көрәштә көҙҙән баҫыуҙарҙы тирән итеп һөрөү, сәсеү алдынан орлоҡтарҙы һәм шытымдарны инсектицидтар менән эшкәртеү саралары ҡулланыла.

Сөгөлдөр ҡуңыҙы личинкаһы Cassida viridis

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)

Сығанаҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вредители сельскохозяйственных культур и лесных насаждений. Киев, 1974. Т. 2.