Ярославка (Дыуан районы)
Ауыл | |
Ярославка башҡ. Ярославка | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452542 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Ярославка, Яраҫтау (рус. Ярославка) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районындағы ауыл. Ярославка ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2301 кеше[2]. Почта индексы — 452542, ОКАТО коды — 80223843001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ярославка ауылы Мәләкәҫ йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 50 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 127 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ярославка ауылына XVIII быуат аҙағында Троицк өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә керҙәшлек килешеүе (1802) буйынса индерелгән Пермь губернаһы дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған. 1803—1804 йылдарҙа шундай уҡ керҙәшлек шарттарында крәҫтиәндәрҙең яңы төркөмө ултырған.
Ҡошсо улусы Һабанаҡ ауылы башҡорттары менән төҙөлгән керҙәшлек килешеүе:
«1802 йылдың 27 февралендә беҙ, Ырымбур губернаһы Өфө һәм Троицк округтары (өйәҙҙәре) Ҡошсо улусы старшиналары һәм аҫаба башҡорттары, Пермь губернаһы Көңгөр, Красноуфимск һәм Уҫы округтарының дәүләт крәҫтиәндәре Дмитрий Гордеев, Кондратий Фефелов, Яков Тупачев, Лука Крылосов, Иван Балдин, Савка Вохнаков, Семён Раздьяконов, Устин Щербинин, Елистрат Поздеев иптәштәре менән, барлығы 100 йорт, Өфө өйәҙе ерҙәрендә, Ераслав йылғаһы тамағында һәм Мәләкәҫ йылғаһы буйында 30 йыл мөҙҙәте менән йәшәргә күсеү килешеүенә ҡул ҡуйҙыҡ»Оригинал текст (рус.)«1802 года февраля 27 дня. Мы, нижеподписавшиеся Оренбургской губернии Уфимской и Троицкой округ (уездов) Кущинской волости разных старшин и деревень вотчинники-башкирцы дали сие договорное письмо перешедшим Пермской губернии Кунгурской, Красноуфимской и Осинской округ на жительство Уфимского уезда на отданной нами для поселения земле государственным крестьянам Дмитрию Гордееву, Кондратию Фефелову, Якову Тупачеву, Луке Крылосову, Ивану Балдину, Савке Вохнакову, Семену Раздьяконову, Устину Щербинину, Елистрату Поздееву с товарищи, всего 100 дворов людям, а когда отделенные от отцов дети и от братьев братья, то и им по сему же заселение иметь и использоваться им, крестьянам, отданного землею сроком на 30 лет. На коей земле селение иметь на устье речки Ераславу и по речке Мелекасу» [4]
.
Артабан крәҫтиәндәргә бирелгән ерҙәрҙең сиктәре күрһәтелә. керҙәш крәҫтиәндәрҙән башҡорттар 500 һум аҡса һәм һуңғы 30 йыл эсендә бөтә ауыл менән йыл һайын 40 һум күләмендә оброк түләү йөкләмәһен ала[5][6].
Ярославка ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1803 йылдың 12 июлендә Ҡошсо улусы башҡорттары 100 йорт крәҫтиәндәрен 30 йылға йыл һайын 20 һум һалым һәм алдан бер тапҡыр 200 һум түләү менән индерелә. Уларға бирелгән биләмәләр сиктәре: Бартыш йылғаһы тамағынан Емаш йылғаһына, унан Ҡушай түбәһенә, Емаш юлы буйлап һаҙлыҡҡа, туп-тура Дмитрий Гордеев ыҙанына тиклем. Был килешеүҙән тыш, 1804 йылдың 14 сентябрендә ҡошсолар Ярославка ауылы крәҫтиәне М. И. Медведев менән уның иптәштәренә Баҡан ыҙанындағы Ҡара шишмәнән (Чёрный Ключ) Сидор Ҡайыны, унан Ҡыҙылбай ыҙанына, унан Мәтәле ыҙанына, унан һәм Сандауш йылғаһы тамағынан Әй йылғаһына, унан — Өфө йылғаһына, Өфө йылғаһы буйлап Балыҡсы ыҙанына, унан Ҡушай түбәһенә, унан Мәләкәҫ йылғаһына, уның һул ярынан Ҡара шишмәгә тиклем. Керҙәшлек өсөн 600 һум һәм һәр йылға 50 һум һалым (оброк) түләү шарты менән, һыйға алты биҙрә ҡайнар шарап, алты ат ите менән һыйлап, 70 крәҫтиән ғаиләһен 50 йыл мөҙҙәт менән индергәндәр. Дөйөм алғанда, беренсе килешеү буйынса крәҫтиәндәргә — 5388, икенсеһе буйынса — 19740, өсөнсөһө буйынса — 23699 дисәтинә ер бирелгән.
Ярославка ауылында (Никольский ауылы — изгеләндереүсе һәм мөғжизә ҡылыусы Николай хөрмәтенә таш сиркәү исеменән) 1816 йылда 277 йорт була, һәм уларҙа 804 ир-ат һәм 857 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. 1834 йылда, Сметанкин, Лягушкин, Сорокин, Әйтамаҡ, Салевка (1902 йылда — 1396, 1920 йылда — 1910 йылда) бүлендектәре менән, Никольскиҙа 1009 ир-ат Никольскиҙа, 1859 йылда — 1558 иҫәпкә алынған. 1870 йылда 504 йорт һәм 3376 кеше, 1895 йылда — 666 һәм 3843 кеше иҫәпләнгән.
1865 йылда Яросавкала (Никольский) улус идараһы урынлашҡан. 504 йортта 3376 кеше йәшәгән. Халыҡ игенселек, ылаусылыҡ менән шөғөлләнгән. 1823 йылда төҙөлгән сиркәү, училище, буяу һәм 2 тире эшкәртеү оҫтаханаһы, 9 һыу тирмәне, 15 сауҙа кибете булған.
Игенселек өс баҫыу әйләнешенә ҡоролған. Баҫыуҙарҙы ашлау элек-электән ҡулланылған, унһыҙ уңыш яртылаш кәмегән. Һәр хужалыҡта тиерлек 2-3 атлы һабан, 1898 йылда ауылда 50-гә яҡын ашлыҡ һуҡҡыс, 150 елгәргес, 9 һыу тирмәне, 26 тимерлек булған. 1842 йылда 277 йортта 1600 йылҡы малы, 2020 һыйыр, 100 сусҡа иҫәпләнә. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр (50 умарта һәм 40 солоҡ). 2 күн оҫтаханаһы булған. Йома көндәрҙә баҙарҙар, йылына 2 тапҡыр йәрминкәләр үткәрелгән. Ауылда 15 кибет эшләгән[7].
Ярославка ауылы улус үҙәге булған.
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1905 йылда Ярославка ауылында 5 земство мәктәбе булған. 1906 йылда 3 сиркәү, 4 земство мәктәбе, 29 тимерлек, 2 тире эшкәртеү оҫтаханаһы, 9 һыу тирмәне, шарап, 4 мануфактура һәм 9 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Йәрминкәләр үткәрелгән.
1920 йылда ауылдағы 839 йортта 4412 кеше йәшәгән.
1930-сы йылдарҙан башлап Ярославка ауылындағы тракторсылар курстарын, артабан — 156-сы урта һөнәри белем биреү училищеһын күп егет-ҡыҙҙар тамамлаған. Улар колхоз-совхоздарҙа хеҙмәт иткән[8].
Әлеге ваҡытта Ярославка ауылында Дыуан аграр колледжының филиалы, урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт йорто (3 үҙешмәкәр халыҡ художество коллективы), китапхана, сиркәү бар[9].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ярославка ауылында урыҫтар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 4412 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 3277 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 2716 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1848 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 2429 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 2301 | 1125 | 1176 | 48,9 | 51,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Новиков Александр Григорьевич (11.10.1915—31.07.2002), хеҙмәт алдынғыһы. 1932—1936 һәм 1940—1975 йылдарҙа [Силәбе өлкәһе]] Златоуст ҡалаһындағы металлургия заводы эшсеһе, машинисы, өлкән инженеры. СССР-ҙың 6-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1962—1966). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
- Хлызов Фёдор Васильевич (7.01.1926—12.09.1999), хеҙмәт алдынғыһы. 1952—1989 йылдарҙа Златоуст машиналар эшләү заводы токаре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Иоанн (Гордеев) — дин руханийы.
- Иоанн (Корионов) — дин руханийы.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Малсылыҡ урамы (рус. Животноводов (улица)
- Көнсығыш урамы (рус. Восточная (улица)
- Крәҫтиән урамы (рус. Крестьянская (улица)
- Совет урамы (рус. Советская (улица)
- Йәшлек урамы (рус. Молодёжная (улица)
- Йәшел урам (рус. Зелёная (улица)
- Октябрҙең 60 йыллығы урамы (рус. 60 лет Октября (улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)
- Комсомол урамы (рус. Комсомольская (улица)
- Ҡояшлы урам (рус. Солнечная (улица)
- 2000 йыл урамы (рус. 2000 года (улица)
- Болон урамы (рус. Луговая (улица)
- Механизаторҙар урам (рус. Механизаторов (улица)
- Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица)
- Дудин урамы (рус. Дудина (улица)
- Космонавтар урамы (рус. Космонавтов (улица)
- Ялан урамы (рус. Полевая (улица)
- Конституция урамы (рус. Конституции (улица)
- Храмцов урамы (рус. Храмцова (улица)
- Еңеүҙең 30 йыллығы урамы (рус. 30 лет Победы (улица)[10]
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
- Әй, Мәләкәҫ
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тәбиғәт һәйкәлдәре: Ауыл янында тәбиғәт һәйкәле — Шыма (Гладкая) тауы бар[11].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ярославка (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 504. — ISBN 978-5-295-04683-4. 504 б. Ярославка ауылы
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 120—121 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
- Памятники природы Дуванского района.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ярославка (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 504. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 504. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ С. 121—123; ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 64. ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 56. Л. 3. Ф. 2. Оп. 1. Д. 5337. Л. 35. Башкирский край. Вып. 4. С. 156. ЦГИА РБ. Ф. 1. Оп. 1.Д. 364. Л. 114—117. Текст опубликован в сб. «Башкирский край» (Вып. 4. С. 117—119)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 504. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 504. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ярославка (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. Ярославка. Улица
- ↑ Памятники природы Дуванского района
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |