Ярославль дәүләт ауыл хужалығы академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ярославль дәүләт ауыл хужалығы академияһы
Нигеҙләү датаһы 1944
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Ярославль
Рәсми сайт yaragrovuz.ru
Карта

Ярославль дәүләт ауыл хужалығы академияһы (ЯДАХА) — Ярославль өлкәһенең ауыл хужалығы производствоһы өсөн белгестәр әҙерләү буйынса юғары уҡыу йорто; Ярославль ҡалаһында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1944 йылдың 8 мартында СССР халыҡ комиссарҙары Советы эргәһендәге Бөтә Союз юғары мәктәп эштәре буйынса комитеты Рәйесе бойороғона ярашлы, Ярославль ауыл хужалығы техникумы базаһында Ярославль ауыл хужалығы институты ойошторола. Институт башта 2 факультеттан, агрономия һәм зоотехния факультеттарынан тора. Институттың иң беренсе студенттары ауыл ҡыҙҙары һәм егеттәре — колхоздар һәм совхоздар эшселәре, шулай уҡ фронтовиктар була. Ярославль ауыл хужалығы институтының беренсе уҡыу бинаһы Володарское урамындағы 43-сө һанлы мәктәп бинаһы була, уның 4 ҡатында институттың администрацияһы, уҡыу аудиториялары һәм бәләкәй генә дөйөм ятаҡ урынлаша.

1957 йылдың авгусында Ярославль ауыл хужалығы институты Приморье крайының Ворошилов ҡалаһына (хәҙерге Уссурийск) күсерелә, хәҙер Приморье дәүләт ауыл хужалығы академияһы тип атала башлай. Институт менән бергә Алыҫ Көнсығышҡа 300-ҙән ашыу студент һәм уҡытыусылар күсә.

1977 йылдың апрелендә Ярославль ҡалаһында К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһының филиалы ойошторола. Филиал Иваньковский мәктәп-интернаты бинаһында урынлашҡан була. 1977 йылдың 1 сентябрендә беренсе дәрестәр башлана.

1990 йылдың декабрендә Ярославль филиалы үҙ аллы Ярославль ауыл хужалығы институты итеп үҙгәртелә. 1991 йылдың майында инженер факультеты асыла. 1995 йылда Ярославль ауыл хужалығы институтына академия статусы бирелә.

Факультеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Инженер
  • Технология
  • Агробизнес

1983 йылдан академияла ситтән тороп уҡыу бүлеге эшләй.

Билдәле уҡытыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286