Ярташ (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ярташ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе

Ярташ (рус. Ярташка, Ерташка) — Яйыҡ ҡушылдығы Бесмән йылғаһына уң ярынан, Медногорск ҡалаһы ҡала округындағы Ҡыҙрас ауылынан 4 км түбәндәрәк ҡушыла.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға тауҙарҙа башлана һәм ҡая таштар араһынан ҡыҫылып аға, ярҙары ташлы. Был йылға буйында исемен унан алған Ярташ ауылы ла була. Мәгәр төпкөлдә һәм һөрөнтө ерҙәрҙән алыҫ урынлашҡан булыуы сәбәпле, күсерелә һәм Беренсе Май исеме ала. Йылға Ырымбур губернаһы һәм өлкәһе, шулай уҡ Башҡортостан йылғаһы булып та һаналып ала. Уның янындағы Ҡыҙрас ауылы 1917 йылдан административ-территориаль йәһәттән Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантонында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантонына, 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районына индерелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенә бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе Ейәнсура районы составында була. 1938—1957 йылдарҙа өлкә үҙе Чкалов өлкәһе булып ала. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[1]

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Климаты ҡырҡа континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ сикләшә. Төбәк буйынса уртаса температура +4,4о. Иң һалҡын ай — ғинуар, уртаса айлыҡ температура яҡынса −18 — 30оС — 35 оС. Иң йылы ай — июль, уртаса температураһы яҡынса плюс 30°С. Ҡоро эҫе йәй 110—120 көн самаһы ята. Йыллыҡ атмосфера яуым-төшөмө 450—450 миллиметрға тиклем етә, шул уҡ ваҡытта күпселек өлөшө яҙғы-көҙгө осорға тура килә (яҡынса 75 %). Ҡыш ҡарлы, һыуыҡ, ҡар уртаса алғанда 150 көн дауамында ята[2].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур өлкәһенең топонимикаһын өйрәнгән С. М. Стрельников «Кувандыкский край в географических названиях» тигән китабында йылғаның һәм ауылдың атамаһын башҡорт телендәге яр һәм таш һүҙҙәренән килеп сыҡҡан, тип яҙа[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
  2. Генеральный план муниципального образования городской округ город Медногорск Оренбургской области. Том 2. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (2019).(недоступная ссылка)
  3. С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — Златоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. С. 237.
  • С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — Кувандык: Издательство С. М. Стрельникова, 2002. — С. 123—124.