Ярулла (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Ярулла — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла осрай.

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярулла башҡорт теленә фарсы һәм ғәрәп телдәренән үҙләштерелгән: яр (йәр) һәм улла (алла) һүҙҙәренән ҡушылып яһалған исем[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәлиев Ярулла Носратулла улы (10 март 1921 йыл — 6 ғинуар 1981 йыл) — башҡорт журналисы, яҙыусы. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1942 йылдан — КПСС ағзаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981).

Фамилияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яруллин Ғималетдин Минһаж улы (1957) — башҡорт журналисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014).

Яруллин Хәмит Ғатаулла улы (1935—2015) — СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, режиссёр һәм педагог. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1985) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) артисы.

Яруллина Нурия Кинжәбай ҡыҙы (20 сентябрь 1951 йыл) — уҡытыусы, журналист. 1999—2006 йылдарҙа Салауат районының башҡорт телендә нәшер ителгән «Йүрүҙән» гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Яруллин Мирсәйет Заһиҙулла улы (12 июль) 1938 йыл — 6 апрель 2009 йыл) — композитор, педагог. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Ҡарағалпаҡ АССРр-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. РСФСРр-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Татарстан Республикаһының халыҡ артисы. М. Йәлил исемендәге Татарстан Республикаһы премия лауреаты.

Яруллин Хәйбулла Ярулла улы (1908 йыл — 6 июль, 1942 йыл) — өлкән сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.

Яруллин Рауил Рафаэль улы (12 апрель 1961 йыл) — ғалим-иҡтисадсы. 1993 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997 йылдан — финанстар кафедраһы мөдире. 2010 йылдан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2003), профессор (2006).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ