Эстәлеккә күсергә

Яруллин Мирсәйет Заһиҙулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яруллин Мирсәйет Заһиҙулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Мамадыш районы[d], Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 6 апрель 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, Рәсәй
Атаһы Яруллин, Загидулла Яруллович[d]
Һөнәр төрө композитор, музыка педагогы, уҡытыусы
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт консерваторияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Яруллин Мирсәйет Заһиҙулла улы (12 июль 1938 йыл — 6 апрель 2009 йыл) — композитор, педагог. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Ҡарағалпаҡ АССРр-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре[1][2]. Татарстан Республикаһының халыҡ артисы. М. Йәлил исемендәге Татарстан Республикаһы премия лауреаты.

Мирсәйет Заһиҙулла улы Яруллин 1938 йылдың 12 июлендә Татар АССР-ының Мамадыш районы Кесе сунь ауылында билдәле композитор Заһиҙулла Яруллин ғаиләһендә тыуған. Уның бер туғн ағаһы Ф. Яруллин да билдәле татар композиторы.

1963 йылда Ҡазан дәүләт консерваторияһын (А. С. Лемандың композиция класы) тамамлай.

1967 йылда Ҡазан дәүләт консерваторияһы аспирантураһын тамамлай.

1967—2009 йылдарҙа музыка теорияһы һәм композиция кафедраһында эшләй.. Полифония, аранжировка дәрестәрен алып бара..

1977—1989 йылдарҙа Татарстан композиторҙары союзын етәкләй.

1989 йылда алып Волга буйы һәм Урал республикаларының төбәк композиторҙар союзы берекмәһерәйесе итеп һайлана..

1999—2009 йылдарҙа Н. Жиһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһының татар музыка сәнғәте факультеты деканы.

Беренсе уҡытыусыһы һәм остазы атаһы, билдәле музыкант Заһиҙулла Яруллин була.

Ҡазан консерваторияһында уҡыған йылдарында уҡ стиле буйынса сағык, новаторлыҡ "оркестр менән скрипка өсөн концерт"ын (1962 й.) ижад итә. М. Яруллин тәүге татар ораторияһы («Кеше») авторы, әҫәр татар шағиры, билдәле драматург Ренат Харис һүҙҙәренә яҙыла.

М.Яруллин шулай уҡ йыпҙвр ижад итеүсе композитор булараҡ билдәле.

2009 йылдың 6 апрелендә Ҡазанда вафат була.

Скрипка менән оркестр өсөн концерт

Балаларөсөн симфоник оркестр сюитаһы

Солист, хор һәм оркестр өсөн «Һандуғас һәм шишмә» вокаль-симфоник поэмаһы

«Кеше» ораторияһы

Камера-инструменталь әҫәрҙәре

60-тан ашыу йыр, улар араһында киң таралған:

«Серле сәскә» (И. Юзиев)

«Татарстаным минең» (Р. Харис)

«Һин инәһең йөрәгемә» (Ә. Ерикәй)

«Йәшлек» (К. Латип)

«Ҡаҙан уттары» (А. Адылов)

Татар халыҡ йырҙарын эшкәртеүсе

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Ҡарағалпаҡ АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1985)
  • Татарстан Республикаһының халыҡ артисы
  • М. Йәлил исемендәге Татарстан Республикаһы премия лауреаты
  1. Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1999 — С. 687.
  2. Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 15 марта 1985
  • Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1999 — С. 687.