Яруллин Рауил Рафаэль улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яруллин Рауил Рафаэль улы

Яруллин Рауил Рафаэль улы (12 апрель 1961 йыл) — ғалим-иҡтисадсы. 1993 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997 йылдан — финанстар кафедраһы мөдире. 2010 йылдан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2003), профессор (2006).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рауил Рафаэль улы Яруллин 1961 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Һарғамыш ауылында тыуған. 1975 йылда үҙҙәрендәге һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң, Өфө финанс техникумына уҡырға инә. Урта махсус белем алғас, 1979—1983 йылдарҙа Ҡазан ҡалаһындағы В. В. Куйбышев исемендәге финанс-иҡтисад институтында уҡый[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 май 2021)