Ярыштау
Ярыштау | |
---|---|
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 284 м |
Урынлашыуы | |
54°15′10″ с. ш. 55°09′15″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
Тау системаһы | Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы |
Ярыштау — Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Дүртөйлө ауылы эргәһендә Дим йылғаһының уң яғындағы иңкеү урында ятҡан тау.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ярыштау — ҡалдыҡ тау. Бейеклеге диңгеҙ кимәленән — 284 метр. Түбәһе конус рәүешендә. Алыҫтан ҡарағанда вулканды хәтерләтә. Дим йылғаһы яғында киртләсле яр. Был инде Дим йылғаһының оҙаҡ йылдар эрозия эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе. Киртләстәр һыу эрозияһына ныҡ булған тау тоҡомдарында барлыҡҡа килгәндәр. Тауҙың битләүендә өҫкө пермь заманындағы геологик киҫелеште күрергә мөмкин. Ярыштау матур тау, уның түбәһе алыҫтан "сусаҡ араһында сусаҡ " һымаҡ күренә.[1]
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атамаһы «ярыш»— бәйге һәм тау һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән. Исеме буйынса әйткәндә инде, элек был ерҙә төрлө батырҙар бер-береһе менән ярышҡандар. Ярыштауҙан Балҡантауға тиклем 10-15 саҡрым. Ошо аранан, имеш, легенда буйынса, боронғо кешеләр йәйәнән уҡ атышҡан[2]
Сәхәбә ерләнгән урын
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләкән районының Дүртөйлө ауылы эргәһендәге тауҙа Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең илсеһе, сәхәбә Усман Ярыштауҙа ерләнеүе тураһында халыҡ электән белгән. Был хаҡта Дәүләкәндең тарихты һәм туған яҡты өйрәнеү музейында ла мәғлүмәттәр һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем сәхәбә ерләнгән урында кәшәнә лә торған, әммә совет власы нығынған һайын дини йолалар менән бергә ҡоролмалар ҙа юҡҡа сығарылған, күрәһең. Оҙаҡ йылдар Ярыштау башында ҡәберҙең урыны ғына беленеп торған. 2014 йылда ҡәберлеге кәртәләп алына һәм таҡтаташ ҡуйыла.[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ярыштау
- ↑ «Башҡортостан» гәзите. Рауил Дәүлийәровю(недоступная ссылка)
- ↑ «Йәшлек» гәзите