Яһаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ясак битенән йүнәлтелде)

Яһаҡ (монг. засаг «власть») — Рәсәйҙә XV—XX быуат башында Себер һәм Төньяҡ халыҡтарына һалынған натуралата һалым, башлыса йәнлек тиреһе менән алынған. XVIII быуат башына тиклем Волга буйы халыҡтарынан да йыйылған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яһаҡ йыйыу.
Ремезов йылъяҙмаһы

Батша Рәсәйендә яһаҡ йыйыу Себерҙе буйһондорған замандан һәм Себер баструктары һәм ҡышлауҙары системаһын ҡорғандан алып башлана. Был ҡоролмалар яһаҡ йыйыу урыны булып хеҙмәт итә. Яһаҡ ҡаҙнаға кеш, төлкө, ҡондоҙ, һыуһар һәм башҡа йәнлектәр тиреһе менән, ҡайһы берҙә мал менән йыйыла. Йәнлек тиреләре ҡаҙна өсөн мөһим табыш сығанағы булып тора. Башта яһаҡ йыйыу менән Себер приказы шөғөлләнә; 1763 йылдан йомшаҡ тауар Император Ғалим Йәнәптәренең Кабинетына ебәрелә башлай.

Яһаҡ һәр ҡәбилә йә ырыуға айырым-айырым, «кешеләренә һәм кәсептәренә ҡарап» тәғәйенләнә. Яһаҡ йыйыу йыш ҡына ерле халыҡ вәкилдәрен аманат итеп алыу юлы менән гарантиялана.[1][2][3][4]

Хеҙмәттәге кешеләр уны бер йәнлекте икенсеһенә алмаштыртмайынса йыйырға тырыша. Сит милләттәр араһынан ялыуҙар йыш килә, бының һөҙөмтәһендә 1727 йылда йомшаҡ тауар урынына аҡса тапшырыу рөхсәт ителә. Ләкин тиҙҙән яһаҡты аҡсалата түләү ҡаҙна өсөн отошһоҙ тип табыла. 1739 йылда министрҙар кабинетының яһаҡты кеш тиреһе менән түләтеү тураһындғы резолюцияһы сыға, «кешләтә бирә алмаһалар, башҡа төрлө йомшаҡ тауар менән алырға, ә йомшаҡ тауар өсөн кеш табып булмаған ерҙәрҙә һәр бер кеш иҫәбенән өс һум аҡса алырға».

1763 йылда хөкүмәт яһаҡ һалымын тәртипкә һалырға була. Ошо маҡсатта Себергә секунд-майор Щербачев генераль йәниҫәп алырға командировкалана. Урындарҙа Щербачев ойошторған айырым комиссиялар яһаҡ һалымы өсөн нигеҙҙәр эшләй. Һәр улусҡа аныҡ бер йәнлек тиреһе йыйырға ҡушыла, аҡсалата йә ҡатнаш тапшырырға ла мөмкин була. Яһаҡ итеп йыйылырға тейешле йәнлек булмаһа, башҡа йәнлек тиреһе йә аҡса менән түләргә рөхсәт бирелә.

XIX быуат башында яһаҡ һалымының күләмен ҡабаттан үҙгәртергә тура килә, сөнки сит ҡәбиләләр һәм ырыуҙарҙың көнкүреше, һаны үҙгәрә. Күсмә һәм берәҙәк ырыуҙар өсөн яңы яһаҡ кенәгәләрен төҙөү менән 1827 йылда Көнсығыш һәм Көнайыш Себер өсөн айырым ойошторолған яһаҡ комиссиялары шөғөлләнә. Берәҙәк һәм күсмә ҡәбиләләр һәм ырыуҙар өсөн яһаҡ комиссиялары 1763 йылғы һалым ысулын һаҡлап ҡалалар, тик 44 тинлек түләмде генә бөтөрәләр. Ултыраҡ сит ҡәбиләләр һәм ырыуҙар һалымды һәм түләмдәрҙе «үҙҙәре ингән сословиелағыса түләргә» тейеш була.

Башҡорттарҙан яһаҡ түләтеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйгә ҡушылғанға тиклем башҡорттар Монгол империяһы хандарына, Алтын Урҙаға яһаҡ түләгән. XV быуат уртаһынан Нуғай Урҙаһына, Ҡазан ханлығына һәм Себер ханлығына яһаҡ түләүсе булып тора. Һәр һунарсы төлкө йә ярты һыуһар тиреһе тапшырырға, йәки һәр улустан 300—500 дана һыуһар тиреһе тапшырылырға тейеш була. Шулай уҡ кеш, ҡондоҙ, тейен һәм башҡа төр йәнлек тиреләре лә ҡабул ителә. Яһаҡты махсус тәғәйенләнгән баҫҡаҡтар йыя.

Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының төп шарттарының береһе итеп элгәрге күләмдә яһаҡ түләү бурысы ҡалдырыла.
XVII быуатта типтәрҙәр һәм бобылдәр аҡсалата яһаҡ түләй (бер йорт хужалығынан 40 тин). XVIII быуат башында раҫланған норматив буйынса башҡорттарҙан — 1508 һум 86 тин, керҙәштәрҙән 5217 һум 63 тин йыйыу ҡарала. 1734 йылда яһаҡ күләме арттырыла: башҡорттарҙан — 2054, бобылдәр менән керҙәштәрҙән 8506 һумға етә.
Башҡорттар ер өсөн дә яһаҡ түләй һәм уны аҫабалыҡ гарантияһы тип иҫәпләй.
Яһаҡ йыйыу һәр йылдың сентябрендә башлана һәм ярты йыллап дауам итә. Йыйылған яһаҡ Өфөлә һәм Ҡазанда туплана.
1735—40 йылдарҙағы ихтилал ваҡытында яһаҡ түләнмәй. И. И. Неплюев үтенесе буйынса, 7 мең ярым һумдан ашып киткән яһаҡ суммаһы ғәфү ителә.
Яһаҡ йөкләмәһе ауырая бара, ихтилалдар сәбәпсеһенең береһенә әйләнә. Һөҙөмтәлә, Сенаттың 1754 йыл 16 март указы менән башҡорттарға яһаҡ урынына ҡаҙнанан тоҙ һатып алыу йөкмәтелә, ҡаҙна тоҙоноң бото 35 тин тора һәм ирекле һатыуҙағынан 5-6 тапҡырға ҡиммәтерәк була. Яһаҡты бөтөрөү башҡорттар тарафынан аҫабалыҡты юҡҡа сығарыу тип ҡабул ителә һәм 1755—56 йылдарҙағы ихтилалға сәбәпсе була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]