Яубалыҡ күле
Яубалыҡ күле | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Яубалыҡ күле — (рус. озеро Яу-Балык) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы күл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яубалыҡ күле Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында урынлашҡан. Төньяҡ ярында Туғыҙбай ауылы, Илембәт ҡасабаһы төйәкләнгән.
Силәбегә тиклем ара −52 км, Екатеринбургҡа — 220 км алыҫлыҡта.
Географик координаттары: киңлеге — 55°28′17.49″N (55.471525), оҙонлоғо — 61°11′29.43″E (61.191509)[2][3].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уртаса тәрәнлеге: 1,5 м
- Максималь тәрәнлеге: 2,3 м
- Максималь киңлеге — 1,9 км һәм оҙонлоғо 2,3 км
- Үтәҙеклеге, сафлығы:һыуы таҙа, тоҙ тәме итә.
- Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 217м
Яры тигеҙлектәргә хас, һөҙәк; төбө ләмле. Уң яҡ яры ныҡ һаҙлыҡлы, унда үтеүе ауыр[2].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл атамаһының барлыҡҡа килеүе тураһында Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә атаманың килеп сығышын башҡорт телендәге Яу+балыҡ һүҙҙәре менән бәйләй, шул уҡ ваҡытта бер төрлө генә аңлатып булмауын билдәләй:
Название не получило убедительного толкования. В башкирском языке яу — «война», «битва», «нашествие», балык — «рыба». В прошлом бытовало имя Яубалык, отражавшее древний культ рыб[4][5].
Шул уҡ ваҡытта башҡорт телендә «яу» һүҙенең — ябырылып, күп булып килеү, күҙҙең яуын алыу мәғәнәһе лә бар[6]. Күлдең әле лә балыҡлы булыуы был фаразға ла урын ҡалдыра.
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнбайыш ярында — ҡарағай урмандары, көнсығышында һирәк ҡайын үҫә.
Көнсығыш һәм көнбайыштан күлде ҡамыш баҫҡан, бындай урындарҙың киңлеге 100 метрға етә. Һыу аҫтында ҡалған ағастар бар.
Балыҡтарҙан күлдә сабаҡ, шамбы, табан һәм карп үрсей. Йыл да күлгә Ҡыштым балыҡсылыҡ хужалығы сабаҡ йәки карп селбәрәһе ебәрә. Күлде ошо хужалыҡ биләгән булыуы арҡаһында, шәхси балыҡ тотоу сикләнгән.
Һыуы һай булғанлыҡтан ҡайһы бер йылдары балыҡ боҙ аҫтында тонсоға[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Озеро Яу-Балык
- ↑ Озеро Яу-Балык(недоступная ссылка)
- ↑ Шувалов Яу-Балык// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 861 бит. — 808-се бит
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шувалов Н. И. Яу-Балык // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]</ref>