Яубаҫаров Ғәни Сөләймән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яубаҫаров Ғәни Сөләймән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1894
Тыуған урыны Үрге Нөгөш, Ғәлиәкбәр ауыл советы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 1961
Вафат булған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эш урыны мәктәп
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы

Яубаҫаров Ғәни Сөләймән улы (1894 йыл — 1961 йыл) — РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яубаҫаров Ғәни (Ғәйнетдин) Сөләймән улы 1894 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Бөрйән улусы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы) Үрге Нөгөш ауылында тыуған.

Йәшләй етем ҡала. Төрлө кешеләрҙә ялсылыҡта йөрөй, аслыҡ йылдарында Әзербайжан тарафтарына сығып китә, эшләп тә, уҡып та йөрөп Баҡы ҡалаһында университет тамамлай. .

Ул Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, әсирлектә Австрияла була. 1919—1921 йылдарҙа Аҡтүбә һәм Каспий аръяғы фронттарында Ҡыҙыл Армия сафында үҙ теләге менән була.

1925—1927 йылдарҙа Ташкент өлкәһендә уҡыта. Мөмкинселек барлыҡҡа килеү менән Башҡортостанға ҡайта.

1932—1935 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. Ғәни Сөләймән улы урыҫ, татар, үзбәк телдәрендә иркен һөйләшкән.

1927—1942 йылдарҙа Өфөлә, Ишембай ҡала­һының нефть техникумында һәм Стәрлетамаҡ уҡытыусылар әҙерләү институтында уҡыта.

1942 йылдан 1954 йылға тиклем Иҫке Собханғол урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләй, 1945—1947 йылдарҙа директор вазифаларын башҡара[2].

1954 йылда башланғыс һәм урта мәктәп хеҙмәткәрҙәре район комитеты рәйесе итеп һайлана.

Өлгәшкән уңыштары өсөн Ғәни Сөләймән улы Яубаҫаровҡа 1957 йылда «РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелә.

1961 йылда вафат була, Иҫке Собханғол ауылында ерләнгән.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны Мөршиҙә менән Сәлим исемле ул тәрбиәләйҙәр[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • «Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы[4]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яубаҫаров Ғ.С. йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. атҡаҙанған уҡытыусы.jpg[1]
  2. [2] 2022 йыл 26 декабрь архивланған.
  3. фото (ғаилә архивынан)[3]
  4. «Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы[4]
  5. Таҡтаташ[5]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]