Яугир-интернационалистар һәйкәле (Шахты)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Яугир-интернационалистар һәйкәле
Ил Рәсәй
Урыны Шахты ҡалаһы, Ростов ҡлкәһе
Төҙөлгән ваҡыты 2010 йыл

2010

Тышҡы рәсемдәр
Памятник воинам-интернациналистам

Яугир-интернационалистар һәйкәле —  Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһындағы һәйкәл.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

20052006 йылдарҙа Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында Афғанстанда, Чечня һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрҙәге хәрби низағтарҙа һәләк булған яугирҙарға һәйкәл ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Афғанстан ветерандары ҡала союзы, Чечня һуғышы ветерандары советы, «Баграм» һуғышта ҡатнашыусылар һәм ветерандар союзы уны локаль низағтарҙа һәләк булыусыларға берҙәм һәйкәл итеп күҙаллай. Сульптура өсөн ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркының мемориаль зонаһы һайлана.

Һәйкәл төҙөү буйынса асыҡ конкурс иғлан ителә. Унда ҡаланың баш дизайнеры, архитектор Виктор Логачев еңеү яулай. Уның проекты буйынса, хәрби ҡаһарманлыҡ символы булған ҡыҙыл йондоҙ, үҙәк өлөштә эйелтелгән әләмдең бетон һүрәтләнеше һәм һәләк булған яугирҙарҙың фамилиялары яҙылған стела бөтөн композицияны тәшкил итә. Һәйкәл аҡ бетон һәм керамогранит алиталар менән йөҙләнгән. Мемориаль гранит плиталарҙа 59 фамилия яҙылған. Уларҙың 13-ө — үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 21-е үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнә. Барлығы урындағы һуғыштарҙа Шахта ҡалаһынан 2 543 кеше ҡатнаша. 217 яугир ордендар һәм миҙалдарға лайыҡ була.

Һәйкәлдәр 2010 йылдың 15 февралендә, Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 21 йыллығына асыла. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булыусыларҙың исемдәре яҙылған диуар эргәһендә урынлашҡан. Элек был урында Афғанстанда һәләк булыусылар иҫтәлегенә таш ҡуйылғын була. Һәйкәлгә: «Беҙ һинең ҡаһарманлығыңды иҫләйбеҙ, һәләк булған һалдат!» — тип яҙылған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]