Яғыулыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Яғыулыҡ
Рәсем
Телгә алынған хеҙмәттәр EVERSPACE[d]
Commons-logo.svg Яғыулыҡ Викимилектә

Яғыулыҡ - һүҙҙе киң мәғәнәлә алғанда — билдәле бер процестар ваҡытында энергия бүлеп сығарырға һәләтле матдә, уны техник маҡсаттарҙа файҙаланырға мөмкин. Химик яғыулыҡ янғанда - экзотермик химик реакциялар барышында, ядро яғыулығы ядро реакциялары барышында энергия бүлеп сығара . Ҡайһы бер яғыулыҡтар (мәҫәлән, гомоген дары һәм ҡаты ракета яғыулығы) кислородһыҙ ҙа яна ала.Әммә күпселек яғыулыҡҡа яныу өсөн кислород кәрәк.

Иң киң таралаған органик яғыулыҡтар составында углерод һәм водород бар. Агрегат торошона ҡарап яғыулыҡ ҡаты, газ һәм шыйыҡ төрҙәргә бүленә, ә етештереү ысулы буйынса тәбиғи (күмер, нефть, газ) һәм яһалма яғыулыҡтар була. Хәҙерге йәмғиәттең төп яғыулыҡ сығанағы тәбиғи ҡаҙылмаларҙан алына. 2010 йылда кешелек етештергән энергияның яҡынса 90 % ҡаҙылма яғыулыҡтан йәки биояғыулыҡтан торған һәм артабан да кәмемәйәсәк[1][2]. Хәҙерге цивилизацияла шуның менән бәйле глобаль проблемалар барлыҡҡа килә: ресурстарҙың тулыланмауы, тирә-яҡ мөхит бысраныу һәм глобаль йылыныу.

Яғыулыҡ төшөнсәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яғыулыҡ төшөнсәһе ҡайһы бер матдәләрҙең йылылыҡ бүлеп сығарып һәләте арҡаһында барлыҡҡа килгән.

Яғыулыҡтың йылылыҡ энергияһын кинетик энергияға үҙгәртеү өсөн йылылыҡ двигателдәренең төрлө төрҙәре ҡулланыла.

Яғыулыҡтың төп күрһәткесе - йылы сығарыу һәләте . Төрлө яғыулыҡты сағыштырыу маҡсатында шартлы яғыулыҡ төшөнсәһе индерелгән ( бер килограмм "шартлы яғыулыҡ" яныу йылылығы 29,3 МДж йәки 7000 ккал тәшкил итә).

Яғыулыҡ кимәле һәм ҡулланыу структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яғыулыҡ төрҙәре бик күп булыуға ҡарамаҫтан, төп энергия сығанағы булып нефть, тәбиғи газ һәм күмер ҡала бирә. Яҡын киләсәктә ҡаҙылма яғыулыҡ ныҡ кәмейәсәк. Ядро яғыулығы запасы бик ҙур, әммә уны ҡулланғанда хәүефһеҙлек талаптарын ҡәтғи булыу зарур, уны тотоноу юғары сығымдарталап итә.

Донъя кимәлендә ҡаҙылма яғыулыҡ яҡынса 12 миллиард тонна шартлы яғыулыҡ миҡдары тәшкил итә. BP Statistical review of World Energy 2003 мәғлүмәттәре буйынса, 2002 йылда ҡаҙылма яғыулыҡтар ҡулланыу ошолай булған:

  • Европа союзы (EU-15) — 1396 миллион тонна нефть эквиваленты (2,1 млрд т. шартлы яғыулыҡ)
    • 45 % — нефть, 25 % — газ (тәбиғи), 16 % — күмер, 14 %-ы — ядро яғыулығы
  • АҠШ-та — 2235 миллион тонна нефть эквиваленты (3,4 млрд т. ш. я.)
    • 40 % — нефть, 27 % — газ (тәбиғи), 26 % — күмер, 8 % — ядро яғыулығы

Яҡынса баһалауҙар буйынса Рәсәйҙә йылына 1,3 миллиард тонна шартлы яғыулыҡ тотонола.

  • 6 % — ядро яғыулығы
  • 4 % — тулыланған сығанаҡтар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Key World Energy Statistics — International Energy Agency (IEA), 2012. — P. 6. — 80 p.
  2. International Energy Outlook 2013 with Projections to 2040  (инг.) 1. U.S. Energy Information Administration (EIA). 4 февраль 2014 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]