Яҡтыкүл (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Яҡтыкүл
Морфометрия
Абсолют бейеклеге438[1] м
Үлсәме4,2[2] × 1,9[2] км
Майҙаны7,72[3] км²
Күләме81,7[4] км³
Иң тәрән урыны28[4] м
Уртаса тәрәнләк10,6[4] м
Гидрология
Минераллығысөсө һыулы[4] 
Бассейн
Площадь бассейна36,3[2] км²
Урынлашыуы
53°35′48″ с. ш. 58°37′47″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]]Әбйәлил районы
Идентификаторы
Код в ГВР: 12010000311112200000544
Рәсәй
Точка
Яҡтыкүл
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Яҡтыкүл
 Яҡтыкүл Викимилектә

Яҡтыкүл[4][5], (рус. Банное[1][3][6], башҡ. Яҡтыкүл[4],  — «яҡты күл»; Мауыҙҙы[2], Мауыҙлы күле — «убыр күле») — Башҡортостандың Әбйәлил районының төньяғындағы Ташбулат ауыл Советына ҡараған территориялағы тектоник сығышлы күл, Яйыҡ (Урал) йылғаһы бассейнына ҡарай[2][4][5]. 1965 йылдан алып региональ әһәмиәтле Гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы булып һанала[4]. Башҡортостандың иң тәрән һыулы күле[2][4].

Тасуирлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдең майҙаны — 7,7 км²; оҙонлоғо — 4170 м, уртаса киңлеге — 1880 м; максималь тәрәнлеге 28 м[7], уртаса — 10,6 м, һыу күләме — 81,7 млн м³[5], һыу йыйыу майҙаны — 36,3 км²[5].

Яҡтыкүл Башҡорт Урал артының урта өлөшөндә Ҡотоҡай (664 м), Ҡаранъялыҡ (620 м) түбәләре һәм Яманҡай һырттары итәгендә ята, Башҡортостандың Әбйәлил район үҙәге Асҡарҙан төньяҡ-көнсығышҡа 28[5], Магнитогорскиҙан төньяҡҡа 45 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Күл тектоник сығышлы. Яҡтыкүл Урал артында ғына түгел, ғөмүмән, Башҡортостанда иң тәрән һыу сығанағы. Күлдең һыуы сөсө, үтә күренмәле. Ярҙары текә, урыны менән ишелеүсән, көнбайыш яғында — һөҙәк. Күлдән Яйыҡтың (Урал) уң ҡушылдығы Йәнгел йылғаһы ағып сыға.

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Легенда буйынса, Мунсалы (Банное) атамаһы 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәксеһе Емельян Иванович Пугачёв исеме менән бәйле, тиҙәр. Яҡтыкүлдең һелтеле, йомшаҡ һыуында ул ғәскәренә «мунса инергә» («баниться») бойорған.

Банное тип йөрөтөү тик көнкүрештә генә ҡулланыла, тип иҫәпләргә кәрәк, ә күлдең тарихи исеме — Яҡтыкүл.

Мауыҙҙы атамаһы (башҡ. Мауыҙҙы) төрки халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында «төпһөҙ, бирән» мәғәнәһен аңлатҡан мифик йән эйәһе Мауыҙ менән бәйләнгән[8].

Әбйәлил районы сәсәне — Мирхәйҙәр-сәсәндән ишеткәнен уның улы Марсель Мирхәйҙәров «Ашҡаҙар» радиоһына биргән интервьюһында ошолайтып еткерә: Мирхәйҙәр сәсәнгә Рәхмәтуллин Ғибәҙәт ҡарт Мауыҙҙы күле атамаһы Мул ауыҙлы һүҙбәйләнешенән барлыҡҡа килгән, тип әйткән, сөнки күл күп йылғалар менән туҡланған[9].

Рекреация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл һәм уның тирә-яғы — халыҡтың яратҡан ял урыны. Күл тирәләй шифаханалар һәм ял итеү базалары урынлашҡан, тау саңғыһы үҙәге бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Карта бите N-40-94-А. Масштаб: 1 : 50 000.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Энциклопедия БашкирииЯКТЫКУЛЬ. ufa-gid.com. Дата обращения: 2016-4-26.
  3. 3,0 3,1 «Яҡтыкүл (күл)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 4,8 Ҡалып:Oopt.aari.ru
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Башкирская энциклопедия. В 7 т. / Гл. редактор М. А. Ильгамов. Т.1: А—Б. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005.
  6. Реестр наименований географических объектов на территорию Республики Башкортостан по состоянию на 04.03.2016. rosreestr.ru. Дата обращения: 2016-4-10. 2014 йыл 26 декабрь архивланған.
  7. Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия 2013 йыл 10 ноябрь архивланған.
  8. Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. 256 с. — С.147.
  9. Марсель Мирхәйҙәров менән әңгәмә 2021 йыл 27 ғинуар архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Газета «Выбор» № 118—119 (10044-10045) от 11.08.2015. Статья «Край тысячи озёр».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]