Яҡубов Мансур Ҡалтай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Яҡубов Мансур Ҡалтай улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union (1955–1980).svg СССР
Фамилия Якубов[d]
Тыуған көнө 17 сентябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Волгоград өлкәһе, Красноярский район[d], Новоурусовка[d]
Вафат булыу көнө 27 сентябрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (34 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
Һөнәр төрө рәссам

Мансур Ҡалтай улы Якубов (17.09.1939 — 27.09.1973) — башҡорт биҙәү-ғәмәли сәнғәт рәссамы, скульптор. Ғәлимов Сәләм исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1969). РФ рәссамдар союзы ағзаһы (1968).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1939 йылдың 17 сентябрендә Сталинград өлкәһенең Новоурусовка ауылында тыуа.

1962 йылда Мәскәү өлкәһенең Хотьково ҡалаһындағы В. М . Васнецов исемендәге Абрамцево сәнғәт-сәнәғәт училищеһының керамика бүлеген тамамлай. Училищены тамамлағандан һуң Пенза ҡалаһында эшләй .

1965 йылдан алып РСФСР Сәнғәт фондының Башҡортостан бүлексәһендә рәссам булып эшләй .

Башкортостандың биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәһендә скульптура, тимер сүкеү буйынса иң беренселәрҙән булып эшләй. Өфөләге «Башҡортостан» рестораны, «Моторостроитель» мәҙәниәт һарайы, «Башҡортостан» сауҙа-күңел асыу комплексы биналарын биҙәй

Мансур Ҡалтай улы Яҡубовтың эштәре Өфөнөң Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт сәнғәт музейында һаҡлана.

Эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нәфис керамика: «Легенда» монументаль панноһы, 1965; «Онотолмаған», «Быуат», икеһе лә — 1966; "Шүрәле"гә яҡтыртҡыстар һәм битлектәр, яҡынса 1972; «Бәләкәй буденовсы», «Икмәк-тоҙ» сувенир һындары.

Скульптура: «Әкиәтсе», «Тормош тәгәрмәсе», «Ҡарт яугир», «Ҡыҙыл ат», «Башҡорт башы», «Ассоль» (1960—1970) — барыһы ла ағастан эшләнгән.

Сүкелгән тимер: «Башҡортостан улдары», «Ҡымыҙ», икеһе лә — 1966; «Уралда», «Башҡорт бесән сабыусылары», триптих «Вьетнам» (1960—1970).

Күргәҙмәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1965 йылдан алып Якубов Мансур Ҡалтай улының эштәре илебеҙҙең төрлө күргәҙмәләрендә, 1970 йылда — халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә күрһәтелә.

Шәхси күргәҙмәһе — Өфө (1969).

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты (1969).

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Скульптор М. Ҡ. Якубов портреты»н (1967 й.) РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы Р. М. Нурмөхәмәтов яҙған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башкирская энциклопедия. т. 7. — УФа, 2007.
  • БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия». — Москва, 1970.
  • Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник». — Москва, 1974.
  • Скульптура Башкортостана: кат. 1 й респ. выст. / авт.-сост. И. Н. Оськина. Уфа, 1996; Профессиональное декоративно прикладное искусство Башкортостана: кат. 1 й респ. выст. / авт. сост. С. В. Евсеева. — Уфа, 1997.
  • Нехорошев Ю. Образы Башкирии //Творчество, − 12, 1969; М. Якубов: Буклет. Авт.-сост. А. Г. Янбухтина. — Уфа, 1969.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]