Яҡуп (Көйөргәҙе районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Координаттары: 52°37′39″ с. ш. 55°33′08″ в. д. (G) (O) (Я

Ауыл
Яҡуп
Яҡуп
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Көйөргәҙе районы

Координаталар

52°37′39″ с. ш. 55°33′08″ в. д.HGЯO

Климат тибы

континенталь

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 239 865 011

ОКТМО коды

80 639 465 131

ГКГН номеры

0524745

Яҡуп (Рәсәй)
Яҡуп
Яҡуп
Яҡуп (Көйөргәҙе районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Яҡуп

Яҡуп — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл, Яҡшымбәт ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны — 424 кеше булған[1]. Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805004.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаево): 22 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яҡшымбәт): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 22 км
  • Шайтан (Уяҙы) һәм Оло Көйргәҙе йылғалары араһында (буйында) урынлашҡан.
  • Ауыл янында Оло Көйөргәҙе, Кесе Көйөргәҙе, Шайтан-(Уяҙы), Санйын (Ерекле ҡаран) йылғалары ҡушыла.
  • Көйөргәҙе районының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Ауылдың түбәнге осонан тау армыттары башлана. Улар яйлап ҡына бейегәйә бара.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милли состав[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылда йәшәүселәрҙең күпселеген башҡорттар тәшкил итә, шулай уҡ килен булып төшкән бер нисә татар ҡатыны, 1928 йылда күсеп килеп ултырған сыуаштар, бер ҡасаҡ урыҫ йәшәй, 18-19 быуатта ауыл халҡы башҡорт-вотчинник булып һаналған.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 590
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар - - -
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 400 181 219
2002 йыл 9 октябрь 386 185 201
2010 йыл 14 октябрь 322 153 169 47,5 52,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  • 1816 −223
  • 1842—536
  • 1859—690
  • 1920—551+ новая деревня 38

Иҡтисад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ малсылыҡ, баҡсасылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, күпләп ҡош-ҡорт аҫырай. 2000 йылдан Яҡуп ауылы Яҡшымбәт ауылына ҡараған «Искра» ауыл хужалығы коперативына инә.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1770 йылда ауылда академик И. И. Лепёхин булып үтә, ул урындағы мәҙрәсәлә күренекле абыҙҙың күп шәкерттәре булыуы тураһында яҙа[1].

Ауыл 18 быуаттарҙа Бөрйән улусы үҙәге булып торған. 1920 йылға хәтле ауыл Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Етеырыу улусына керә. 1920 йылдан БАССР-ҙың Йылайыр кантонында, 1930 йылдан Көйөргәҙе районында. 1955 йылда Күмертау районына кертелә(үҙәге Күмертау ҡалаһы), 1962 йылда Мәләүез районына инә, ләкин ул 1964 йылда Күмертауға кире ҡушыла. 1990 йылда тарихи исеме кире ҡайтарыла, район үҙәге лә кире Ермолаево ауылына күсерелә. Революциянан һуң, ауылдың халҡы ныҡ кәмей. Быға Граждандар һуғышы, 21-се йылғы аслыҡ ныҡ тәьҫир итә. Ауыл халҡы 1928 йыл Бишбүләк ауылынан килгән күскенселәрҙе ҡабул итә. 1927-28 йылдарҙа Ҡыҙыл Бөрйән колхозы төҙөлә. 1935 йылда 1-се Кинйәабыҙ менән берләштерелеп, «Каганович» исемен ала. 1957 йылдан 2000 йылғаса «Мораптал» тоҡомсолоҡ совхозының 4-се бүлексәһе була.

Урамдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица)) — иң оҙон урам — 101 хужалыҡ
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица)) — 11 хужалыҡ
  • Көйөргәҙе урамы (рус. Куюргазинская (улица)) — 9 хужалыҡ
  • Сиражетдинов урамы (рус. Р.Сиразетдинова (улица)) — 10 хужалыҡ
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)) — 5 хужалыҡ һәм ауыл фермаһы[2]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Топонимикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хитрау туғайы — был туғайлыҡ ауылдан ике км самаһы алыҫлыҡта ята. Урыҫ күскенселәре килгәс, Абдул халҡына бирелгән булған. Аҙаҡ кире алғандар. Әле ул бесәнлек булараҡ файҙаланыла.
  • Тигеҙ уй — ауылдан уны Ғәфәр тауы айырып тора. Ул тип тигеҙ булып ята. Элек электән ауыл халҡы иген сәскән. Әле лә игенлек ролен башҡара. Яҙ көнөндә бик ажғырып ирегән һыу аға һәм Оло Көйөргәҙегә ҡушыла.
  • Палата (плато һүҙенән үҙләштерелгән)- Туғай Кинйәһе ауылына барған юл ошо Палата аша уҙа. Тау башы тип-тигеҙ, унда Кинйә ауылы халҡы иген сәскән булған.
  • Ғәфәр тауы — ауылдың йәме булған тау. Ауыл ошо тау итәгендә урынлашҡан. Ул ауылды ыжғыр бурандарҙан һаҡлаған. Иртә яҙ мал көтөүгә уңайлы. Легендаһы былай. Ауылда оҫта гармунсы йәшәгән. Ул ошо тау итәгенә сығып гармун тарта башлаһа, йәштәр уйынға йыйылған. Был нисәнсе йылдар икәне билдәһеҙ. Моғайын октябрь түңкәрелешенән һуңдыр инде. Ошо тауҙа һәр саҡ гармунда уйнар булған. Йәштәр уйынға йыйылған. Тик Ғәфәр бик йәшләй генә вафат булған. Бәлки аслыҡтандыр. Миңә быны Имелов Сәмирхан ағай һөйләгән ине.
  • Хәйҙар төбәге
  • Иҫке ырма(Иҫке ыҙма)
  • Ҡараҡбаҫҡан
  • Йәшен атҡан
  • Ҡалмыҡҡырған
  • Һәлтәш
  • Оло туғай
  • Сатыра
  • Тышҡы сатыра
  • Әсе
  • Үле Шайтан
  • Дамба
  • Тирмән төбәге
  • Татар туғайы

Айгөл балалар баҡсаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡуп мәктәбе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡуп мәктәбе тураһында 1770 йылда Иван Лепёхин яҙмаларында телгә алына.

1917 йылда ла мәктәп барлығы әйтелгән архив һаҡлағыстарҙа. 1918 йылдан ул ШКМ тип үҙгәртелә һәм, элекке волос бинаһы бирелә. Ете йыллыҡ мәктәп булған. Тик ауылдың киләсәген уйламаған ауылдаштарыбыҙ уны һатҡан. Аҙаҡ бер ҡатлы бина булараҡ башланғыс мәктәп төҙөлә. 1970 йылда совхоз эшселәре өсн төҙөлгән ике ҡатлы күп фатирлы йорт, мәктәп итеп үҙгәртеп ҡорола. 2007 йылда тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов ваҡытында ике ҡатлы заманса мәктәп төҙөлдө.

Мәсет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылда ауылдан сыҡҡан эшҡыуар Зиннур Исхаков төҙөттө. Әсәһенең иҫтәлегенә «Зөлхиә» исемен бирҙе.

Фотогалерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  2. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ә. Әсфәндиәров Башҡорт ауылдары тарихы
  • М. Усманова. Имя отчизны моей