Эстәлеккә күсергә

Яҡын Көнсығыш Антантаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яҡын Көнсығыш Антантаһы
Урын Тәһран
Ваҡиға ваҡыты 8 июль 1937

Яҡын Көнсығыш Антантаһы, йәки Саадабад  пакты (Саадабад договоры, франц. Traité de Sa'dabad, ингл. Treaty of Saadabad, төр. Sadabat Paktı, {{lang-fa|پیمان سعدآباد) — Иран, Төркиә, Афғанстан һәм Ираҡтан торған  һәм 1937 йылдың  8 июлендә Саадабад пактын  төҙөү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән дәүләттәр төркөмө. 

Яҡын Көнсығыш  Антантаһын ойоштороу сәбәптәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пакт төҙөүгә Бөйөк Британия этәргес бирә, инглиз дипломатияһы  Яҡын һәм Урта Көнсығышта  нығынырға һәм был яңы төркөмдө   СССР-ға ҡаршы сәйәсәтендә, шулай уҡ төбәктәге илдәрҙә Германия менән Италияның әүҙемләшеүенә ҡаршы файҙаланырға тырыша. Бынан тыш, договорҙағы дүрт илдең өсөһө дөйөм көс менән Ираҡтағы, Ирандағы һәм Төркиәләге   курд  сепаратизмына ҡаршы көрәшергә йыйына.  1927—1931 йылдарҙа Төркиәнең көнсығышында  Арарат  Республикаһы тигән бойондороҡһоҙ курд дәүләте төҙөргә ынтылыш була.

Пактҡа ҡул ҡуйыу   Ираҡта милләте буйынса төрөк төркмәне булған Хикмәт Сөләймәндең  һул ҡарашлы хәрби хөкүмәте идаралығы осорона тап килә. Сөләймән власҡа курд милләтсеһе Бәкер Сидки ойошторған түңкәрелеш һөҙөмтәһендә килә, әммә Ираҡҡа 1936—1937 йылдарҙа ғәмәлдә Сидки идара итә. Сөләймәндең хөкүмәте Ираҡ тарихында ғәрәп милләтселеген таратыу менән шөғөлләнмәгән беренсе хөкүмәт була, ул «милли-демократик реформа»ны яҡлай, шунлыҡтан ғәрәп булмаған көнсығыш күршеләре менән  дипломатик бәйләнештәр урынлаштырырға тырыша.  Беренсе донъя һуғышында еңелеүенән саҡ һушына килә башлаған Төркиә лә күршеләре менән дуҫлыҡ эҙләй. 

Пактты әҙерләү, ҡул ҡуйыу һәм  ратификациялау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саадабад пактын төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр, Эфиопияға Италияның һөжүме арҡаһында сәйәси хәлдең киҫкенләшеүенә бәйле, 1935 йылда башлана. 1935 йылдың 2 октябрендә Женевала Милләттәр Лигаһы Советының ултырышына йыйылған Иран, Төркиә һәм Ираҡтың сит ил эштәре министрҙары пакттың тексын эшләй һәм  парафлай.

1935 йылдың ноябрендә проектланған пактҡа  Афғанстан ҡушыла. Әммә пактты парафлау менән  ҡул ҡуйыу араһында ике йыллап ваҡыт үтә,  сөнки тәүҙә ҡатнашыусы илдәр араһында сиккә ҡағылышлы бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк була. Ундай мәсьәләләр Иран менән Афғанстан, Иран менән Төркиә араһында була, ә Иран менән  Ираҡ араһында айырыуса киҫкенләшкән була. Иран менән Афғанстан араһында фекер айырымлыҡтары шул уҡ йылды  Төркиә аралашсылығы ярҙамында хәл ителә.  Иран менән Төркиә араһындағы мәсьәлә   1937 йылдың яҙында махсус  төрөк делегацияһының Тегеранға сәфәре барышында көйләнә. 

Пактҡа ҡул ҡуйыу урыны булған Саадабад һарайы

Ниһайәт,  1937 йылдың уртаһында Иран менән Ираҡ араһында  Шатт-әл-Ғәрәп йылғаһы буйындағы сик һыҙығы тураһында оҙайлы бәхәс сиселә һәм 1937 йылдың  4 июлендә  Тәһранда  уға ҡағылышлы килешеүгә ҡул ҡуйыла. Ошо уҡ ваҡытта Иран баш ҡалаһына дүрт илдең сит ил эштәре министрҙары килә һәм  Саадабад  пактына ҡул ҡуя, шулай итеп,  Яҡын Көнсығыш Антантаһы барлыҡҡа килә. Ратификациялау ярлыҡтары менән алмашыу Тәһранда 1938 йылдың  25 июнендә үтә һәм пакт шул уҡ көндө көсөнә инә,  1938 йылдың 19 июлендә Милләттәр Лигаһының килешеүҙәр реестрында теркәлә.

Пакттың йөкмәткеһе һәм ғәмәлдә булыу мөҙҙәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пакт асылда һөжүм итешмәү тураһында договор була һәм яҡтарҙың дөйөм сиктәрҙең тейелгеһеҙлеген хөрмәт итеүе, бер-береңә ҡаршы агрессия акттарын ҡылмау,  килешеүсе яҡтарҙың эске эштәренә ҡыҫылмау, үҙ территорияларында килешеүсе яҡтарға ҡарата дошмансыл маҡсатлы  ҡораллы отрядтар, бандалар, төркөмдәр йә ойошмалар булдырыуға юл ҡуймау,  уртаҡ мәнфәғәттәренә ҡағылышлы халыҡ-ара мәсьәләләр буйынса үҙ-ара консультациялар үткәреү бурыстарын ҡуя.

Договор  5 йыллыҡ мөҙҙәткә төҙөлә,  денонсация булмаһа, уның  автоматик рәүештә 5 йылға оҙайтылыуы ҡарала. Договорҙың денонсацияланыуы өсөнсө державаға ҡаршы агрессия акты ҡылған ҡатнашыусыға ҡарата ҡулланыла ала.   

Пакт сиктәрендә Яҡын Көнсығыш Атлантаһының эшмәкәрлеге 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1938 йылда Төркиә, өлөшләтә Яҡын Көнсығыш Антантаһы ярҙамы менән дә, тәүҙә француз мандатындағы Сүриәнән төрки телле Александретта (Искәндәрун) санжагын айырып алырға һәм уның территорияһында бойондороҡһоҙ Хатай Дәүләтен төҙөргә,  шунан 1939 йылда референдум үткәреү юлы менән Төркиәгә ҡушырға  мөмкинлек ала. Әммә дөйөм алғанда Яҡын Көнсығыш Антантаһы халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә һиҙелерлек әһәмиәткә эйә булмай.  

Яҡын Көнсығыш  Антантаһының тарҡалыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәмәлдә Яҡын Көнсығыш Антантаһы эшмәкәрлеген туҡтатһа ла,  1943 йылда килешеү автоматик рәүештә тағы 5 йылға оҙайтыла, сөнки ҡул ҡуйған яҡтарҙың береһе лә ҡаршы сығыш яһамай. Шулай итеп, Яҡын Көнсығыш Антантаһы 1948 йылға  тиклем рәсми йәшәй. Һуғыштан һуң инглиз-американ дипломатияһы  Саадабад  пактын тергеҙергә тырыша, уның ярҙамында Советтар Союзына ҡаршы Көнсығыш блокты тергеҙергә  уйлай  (уға Ираҡтан тыш башҡа ғәрәп илдәрен дә ҡушып). НАТО-ға оҡшатып төҙөлгән СЕНТО блогы тураһындағы 1955 йылғы Бағдад  пактына ҡул ҡуйып (әммә Афғанстандан башҡа), был ниәт ниндәйҙер кимәлдә тормошҡа аша. 

  • Вышинский А. Я., Лозовский С. А. Дипломатический словарь. — М.: Госполитиздат, 1948.
  • Кузьмин В. А. Вопросы истории Саадабадского пакта в советской историографии // Политика великих держав в Центральной Европе, на Балканах и Ближнем Востоке в новейшее время. — Свердловск: УрГУ, 1989. — С. 102-111.
  • League of nations. Treaty series, [Lausanne], 1938, v. 190, pp. 22-27.
  • Lugosi Győző: Közel- és Közép-Kelet. In: 20. századi egyetemes történet. (II. kötet: Európán kívüli országok.) Szerk.: Németh István. Budapest, Osiris, 2006. ISBN 9633897602. pp. 102—112.
  • Lugosi Győző: Törökország. In: 20. századi egyetemes történet. (I. kötet: Európa.) Szerk.: Németh István. Budapest, Osiris, 2006. ISBN 963-389-760-2 pp. 195—202.
  • J. Nagy László: Az arab országok története a XIX—XX. században. Budapest, Eötvös József Kiadó, 1997. ISBN 963-9024-16-3.
  • Pečenka, M.; Luňák, P. Encyklopedie moderní historie. Praha : Libri, 1998. ISBN 80-85983-46-X.
  • Szaadabadi szerződés. In: Dokumentumok a Közel-Kelet XX. századi történetéhez. Szerk.: Lugosi Győző. Budapest, L’Harmattan, 2006. ISBN 963-9683-26-4. pp. 153—155.
  • Антанта
  • Балтик Антантаһы
  • Урта диңгеҙ Антантаһы
  • СЕНТО