Яңыбай (Балаҡатай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Яныбаево
башҡ. Яңыбай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай районы

Ауыл биләмәһе

Яңыбай ауыл Советы

Координаталар

55°45′40″ с. ш. 58°42′59″ в. д.HGЯO

Халҡы

844[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34750

Почта индексы

452594

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 210 840 001

ОКТМО коды

80 610 440 101

ГКГН номеры

0521471

Яныбаево (Рәсәй)
Яныбаево
Яныбаево
Яңыбай (Балаҡатай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Яныбаево

Яңыба́й (рус. Яныба́ево) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Яңыбай ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 884 кеше[2]. Почта индексы — 452594, ОКАТО коды — 80210840001.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 20 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Үңкерҙе): 56 км

Яңыбай ауылы Әй бассейнына ҡараған Исҡуш йылғаһы тамағында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа 20 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көнбайышҡа табан 56 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге Балаҡатай районының өс ауылы — Монас, Миҙәт, Яңыбай Дыуан улусына ҡараған. Яңыбай ауылына XVIII быуаттың 2-се яртыһында Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауылға старшина ярҙамсыһы Яңыбай Ҡалмаҡҡолов исеме бирелгән. Урыҫ сығанаҡтарында шулай уҡ Еныбаево тип тә теркәлгән. Яңыбай ауылы өс өлөштән тора: арғы, урта Яңыбай һәм Миҙәт ауылдары. Миҙәт ауылы Салауат яуына тиклем билдәле булған.

Яңыбай Ҡалмаҡ улы — Яңыбай ауылының старшина ярҙамсыһы, Салауат Юлаевтың көрәштәше.

1778-1779 йылдарҙа Дыуан улусының старшина вазифаһын башҡарған.

Йәниҫәп материалдарында уның улдары күрһәтелгән: иң өлкәне Ноғоман Яңыбаев (1761 йылда тыуған, уның улдары Ғәҙелша, Мөхәмәтвәли, Хәбибулла), уртансы улы — Абдулатиф Яңыбаев (1769 йылда тыуған, уның улдары — Ғәбит, Хәлит, Шәмит), кинйә улы, старшина ярҙамсыһы, йорт есаулы Сәғитдин Яңыбаев (1778—1828, уның улдары Йосоп, Фәйзулла).

1795 йылда Яңыбай ауылының 25 йортонда 100 кеше йәшәгән.

Ауылдың тәүге старшинаһы: Миңдейәр Арыуҡай улы. 17351740 йылдарҙағы күтәрелеш ваҡытында хөкүмәт яғында хеҙмәт иткән. Баш күтәреүселәр менән уларҙы баҫтырыусылар араһында тәржемәсе вазифаһфн башҡарған.

1765 йылдан Дыуан улусы старшинаһы, баш күтәреүселәрҙең етәксеһе булған. 1774 йылдың көҙ аҙағына тиклем хөкүмәт ғәскәрҙәренә, каратель-ҡырғындарға ҡаты ҡаршылыҡ ҡүрһәткәндәр.

1774 йылдын 5 июнендә Пугачёв Әй йылғаһы буйында барған һуғышта күрһәткән ҡыйыулығы өсөн старшина Миңдейәр Арыуҡайҙың улы Миҙәткә полковник дәрәжәһен бирә. 1776 йылда элекке старшина тип теркәлә.

Миҙәт ауылы хәҙерге ваҡытта Яңыбай ауылының бер өлөшө булып тора. Тирмәндәр ҡороу өсөн уңайлы Оло Ыҡ һәм Исҡуш йылғалары буйында урынлашҡан Миҙәт фермаһы ҡасабаһын батыр исеме менән атағандар. Ер биләмәләре ауыл янында бер урында булған. Яҡындағы тигеҙлектә һәм һөҙәк тау битләүҙәрендә һөрөнтө ерҙәре урынлашҡан. Ерҙәр элек-электән һөрөлгән һәм эшкәртелгән. Арыш, һоло, борай, тары, етен, борсаҡ, бойҙай сәскәндәр.

1842 йылда 90 кешегә 1080-әр сирек ужым ашлығы һәм яҙғы иген сәселгән. Яландарҙы ике һәм өс атлы һабан менән һөргәндәр. XIX быуат аҙағында өс хужа ғына баҫыуҙарын тиреҫ менән ашлаған. 4 хужалыҡта елгәргес булған. Һөрөнтө ерҙәрҙе хужалыҡтар участкаларына бүлгәндәр, һәр участкала — 3-әр баҫыу. Үҙҙәре өсөн баҡсаларында йәшелсә-емеш үҫтергәндәр. Малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

1842 йылда Миҙәт ауылының 15 йортонда йәшәгән 90 кешегә 89 йылҡы малы, 69 һыйыр, 50 һарыҡ, 20 кәзә тура килгән. Май айынан башлап иген уңышын йыйғанға тиклем малдар көтөүҙә булған. Һәр баш мал өсөн көтөүсегә 15 тин түләгәндәр. Ҡыш көндәрендә халыҡ йөк ташыу эшенә, йәйге осорҙа ауыл хужалығы эштәренә ялланған[4].

1811 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса Миҙәт ауылы:

Исем шәрифтәре Нисә йәш
1 Нурали Миҙәт Миндияр улы: 58
балалары
2 Мөхәмәтғәле 31
3 Килдейәр 19
Мөхәммәтғәленең балалары
4 Мөхәмәткәрим 4
5 Мөхәмәтғәле 1
6 Апыш (Итйән) Битал улы 64
7 Күнбәк (Ҡуйбаҡ) Алмаҡай улы 53
Күнбәктең малайы
8 Тажетдин 19
9 Сынбулат Аҡҡуғлан улы 40
10 Аҙнабай Ҡускар улы 31
Аҙнабайҙың энеһе
11 Ғабдулхалиҡ 17
12 Ғәбит Ғәбдрәхим улы 54
13 Ғәҙелшә Ғилметдин улы (Алмаҡаев) 49
улы
14 Батырша 6
15 Ҡарабай Алмаҡай улы 42
улдары
16 Хисаметдин 13
17 Фәрхетдин 4
18 Әхри Әлимбай улы 3.8
ағаһы
19 Әхрәзей 31
20 Ҡотлоғилде Әлимтәев 35
21 Сурағол Әлимтәев 42
21 Иҫәт Бейғолов 63
23 Бөркөт Ишбирҙе (Ишмырҙа) улы 36
энеләре
24 Әбләй (Әхли) 33
25 Абделмән 20
26 Абдулбәшир 13
27 Үтәғол Ҡалтаев 45
28 Шәғәли Ҡалтаев 37
29 Бүләк Байназаров
30 Абдулбасир Бүләков

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Дыуан улусы улусы Себер даруғаһы Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -сы йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -сы йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -сы йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -сы йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Дыуан улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Дыуан улус Советы (1918 й.), Ҡаратаулы ауыл Советы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 Яңыбай ауыл Советы (1923 йылдан) Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Яңыбай ауыл Советы Балаҡатай районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Яңыбай ауыл Советы Балаҡатай районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Әлкә ауыл советы Балаҡатай районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Яңыбай ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңыбай ауылында 1859 йылда — 34 йортта 382 кеше, 1865-1870 йылдарҙа — 75 хужалыҡта 336 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1895 йылда — 105 хужалыҡта 572 кешк йәшәгән.

XIX быуаттың 1870-се йылдарында Яңыбай ауылында запас икмәк һаҡлау мөгәзәйе, дауахана, 2 сауҙа кибете, мәсет, 1905 йылдан мәҙрәсә булған[5].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1905 йылда Яңыбай ауылындағы 83 йортта 627 кеше йәшәгән. 1906 йылда мәсет, мәҙрәсә, 2 бакалея кибете, запас икмәк һаҡлау мөгәзәйе иҫәпкә алынған. 1920 йылда — 127 йортта 705 кеше донъя көткән.

XX быуаттың 30—50‑се йылдарында Яңыбай Үрге һәм Түбәнге Яңыбай тип теркәлгән, ртабан икеһе бер ауыл итеп иҫәпкә алынған. XX быуаттың 70‑се йылдарында XVIII быуаттың 2-се яртыһында нигеҙләнгән Миҙәт ауылы Яңыбай ауылына ҡушылған[6]. Миҙәт ауылында артист М. И. Ғәйнитдинов тыуған.

Яңыбай ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[7].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңыбай ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 705
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 689
1959 йыл 15 ғинуар 728
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 817 396 421 48,5 % 51,5 %
2002 йыл 9 октябрь 907 444 463 49,0 % 51,0 %
2010 йыл 14 октябрь 844 433 411 51.3 % 48.7 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1977)[8][9]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Яр урамы (рус.  Береговая (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Ялан урамы (рус.  Полевая (улица)
  • Төньяҡ тыҡрығы (рус.  Северный (переулок)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус.  Школьный (переулок)
  • Туғай урамы (рус.  Луговая (улица)
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Рәшит Ғәлимов урамы (рус.  Рашита Галимова (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
  • Миҙәт урамы (рус.  Медятова (улица)
  • Таулы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[10]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

  • Остотау - ослайып торған ҙур булмаған тау.

Йылғалар:

Шишмәләр:

  • Ҡорйылға (урыҫтар — Сухая Санарка тип йөрөтә). Был шишмә ваҡыты-ваҡыты менән ҡороп ҡала, бер ни тиклем ваҡыттан тағы аға башлай.

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары: Яңыбай ауылы эргәһендә ер мәсьәләләре буйынса бәхәстәрҙе хәл итә торған Тирмәнҡул яланы булған. Урыҫтар уны торговая поляна (сауҙа аҡланы) тип йөрөткәндәр. Унда күмәк халыҡ, аҡһаҡалдар кәңәшен тыңлап, ерҙе ҡуртымға биреү, һатыу, сиктәрен билдәләү ҡарарҙарын ҡабул иткән. Бындай йыйындарҙа тирә-яҡтан килгән бик күп старшиналар ҡатнашҡан. Архив мәғлүмәттәрендә йыйын Ҡыҙылъярҙа үткәрелгән тип ҡүрһәтелгән [11].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Яңыбай (Балаҡатай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Д. 345. Д. 774. МИБ. Т. 5. С. 80, 90,91. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 485
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Яңыбай (Балаҡатай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Единый портал культуры народов РБ. Гайнетдинов Минниахмет Ишмухаметович
  9. Уфагид. Гайнетдинов Минниахмет Ишмухаметович
  10. Карта д. Яныбаево. Улицы
  11. Миҙәт ауылы Хилажев Әхтәмйәндан (1927 йылғы) яҙып алынды