Яңыбай (Балаҡатай районы)
Ауыл | |
Яңыбай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
347 50 |
Цифровые идентификаторы | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Яңыба́й (рус. Яныба́ево) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 884 кеше[1]. Почта индексы — 452594, ОКАТО коды — 80210840001.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 817 | 396 | 421 | 48,5% | 51,5% |
2002 йыл 9 октябрь | 907 | 444 | 463 | 49,0% | 51,0% |
2010 йыл 14 октябрь | 844 | 433 | 411 | 51.3% | 48.7% |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 20 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Үңкерҙе): 56 км
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яңыбай ауылы өс өлөштән тора: арғы, урта Яңыбай һәм Миҙәт ауылы. Миҙәтте 1970 йылдарҙа ҡушалар. Ауыл Салауат яуына тиклем билдәле булған, Себер юлы - Дыуан волосына кергән .
Ауылдың тәүге старшинаһы: Миндияр Арыуҡай улы. 1735-1740 йылдарҙағы күтәрелеш ваҡытында хөкүмәт яҡлы. Баш күтәреүселәр менән уларҙы баҫтырыусылар араһында тәржемәсе булған. 1765 йылдан старшина, баш күтәреүсе булған. 1774 йылдың көҙ аҙағына тиклем хөкүмәт ғәскәрҙәренә (карательдарға) ҡаты ҡаршылыҡ ҡүрһәтә. 1776 йылда элекке старшина тип теркәлә.
1774 йылдын 5 июнендә Әй йылғаһы буйында барған һуғыш өсөн Миҙәт Миндияр улы (старшина Миндияр Арыуҡайҙың улы) Пугачевтың уҙенән полковник дәрәжәһен ала.
Яңыбай Ҡалмаҡ улы - Яңыбай ауылының старшинаһы, Салауат Юлаевтың көрәштәше. Сәғитдин һәм Ноғоман исемле улдары булған.
Миҙәт ауылы 1811 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса:
№ | Исем шәрифтәре | Нисә йәш |
1 | Нурали Миҙәт Миндияр улы: | 58 |
балалары | ||
2 | Мөхәммәтғәле | 31 |
3 | Килдейәр | 19 |
Мөхәммәтғәленең балалары | ||
4 | Мөхәммәткәрим | 4 |
5 | Мөхәммәтғәле | 1 |
6 | Апыш (Итйән) Битал улы | 64 |
7 | Күнбәк (Ҡуйбаҡ) Алмаҡай улы | 53 |
Күнбәктең малайы | ||
8 | Тазитдин | 19 |
9 | Сынбулат Аҡҡуғлан улы | 40 |
10 | Аҙнабай Ҡускар улы | 31 |
Аҙнабайҙың энекәше | ||
11 | Ғабдулхалиҡ | 17 |
12 | Ғәбит Ғәбдерәхим улы | 54 |
13 | Ғәҙелшә Ғильметдин улы (Алмаҡаев) | 49 |
улы | ||
14 | Батырша | 6 |
15 | Ҡарабай Алмаҡай улы | 42 |
улдары | ||
16 | Хисаметдин | 13 |
17 | Фәрхетдин | 4 |
18 | Әхри Әлимбай улы | 3.8 |
ағаһы | ||
19 | Әхрәзий | 31 |
20 | Ҡотлоғильде Әлимтәев | 35 |
21 | Сурағол Әлимтәев | 42 |
21 | Иҫәт Бейғолов | 63 |
23 | Бөркөт Ишберде (Ишмурҙа) улы | 36 |
энеләре | ||
24 | Әвләй (Әхли) | 33 |
25 | Абдүлмән | 20 |
26 | Абдүлбәшир | 13 |
27 | Утәғол Ҡалтаев | 45 |
28 | Шәғәли Ҡалтаев | 37 |
29 | Бүләк Байназаров | |
30 | Абдулбасыр Бүләков |
Тирмән ҡулда бөтөн ер мәсәләрен хәл итә торған ялан булған.Урыҫтар уны торговая поляна тип йөрөткәндәр.Унда ерҙе ҡуртымға биреү, һатыу, сиктәрен билдәләүҙе күмәкләп хәл иткәндәр. Был йыйында тирә яҡтағы бик күп старшиналар ҡатнашҡан. Миҙәт ауылы Хилажев Әхтәмйәндан (1927 йылғы) яҙып алынды. Архив мәғлүмәттәре буйынса был йыйын Ҡыҙыл ярҙа үткәрелгән тип ҡүрһәтелгән.
Ауылдан сыҡҡан күренекле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлимов Рәшит Мәхмүт улы — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |