Яңы Киҙгән ауыл Советы (Борай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңы Киҙгән ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Борай районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Яңы Киҙгән ауыл Советы — Борай районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452966. ОКАТО коды — 80218834000. Таҙлар ауыл Советы менән берләштерелә.

Ауыл Советы составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы Киҙгән ауылы — административ үҙәк, Иҫке Киҙгән ауылы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[1]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Яңы Таҙлар ауылында административ үҙәге менән, «Таҙлар» атамаһын һаҡлап, Таҙлар һәм Яңы Киҙгән ауыл Советтарын берләштерергә.

Яңы Киҙгән ауыл Советының Яңы Киҙгән, Иҫке Киҙгән ауылдарын Таҙлар ауыл Советы составына индерергә.
Таҙлар ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Яңы Киҙгән ауыл Советын алып ташларға

2008 йылда Балтас районы, Кәшкәләү ауыл Советы, Таҙлар ауыл Советы, Шуҡшан ауыл Советы  муниципаль берәмектәре менән сиктәш ( «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]