Эстәлеккә күсергә

Яңы Мөсәт мәктәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңы Мөсәт мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Яңы Мөсәт филиалы

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Бөрйән районы, Яңы Мөсәт ауылы

Яңы Мөсәт мәктәбе — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауыл советы составына ингән Яңы Мөсәт ауылында урынлашҡан. Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбе филиалы[1]

1935 йылда Яңы Мөсәттә элекке мәсет бинаһында 4 йыллыҡ башланғыс мәктәп асыла. 1-се класҡа йәштәренә ҡарамай бөтәһен дә алалар. Бының өсөн мәсет бинаһын файҙаланалар. Ҡыҙҙар һәм малайҙар айырым уҡығандар. Беренсе уҡытыусы булып Иҫке Монасиптан Буранов Һаҙый эшләүе билдәле.

1939 йылда Нәби ауылынан Уразаев Сәйетғәле Әхмәтзата улы күсеп ҡайта һәм уҡытыусылыҡ эшен башлай. Уның атаһы Әхмәтзата Уразаев (Яңы Мөсәт ауылынан) заманына күрә бик уҡымышлы кеше булған, мәктәп асылғансы ауылда мәзин булып торған, балаларға белем биргән.

1956 йылда леспромхоздың участогы асылыу сәбәпле, күсеп килеүсе йәштәр һаны арта, һәм өҫтәлмә рәүештә рус кластары асыла, уларҙы Ишкинин Азат Хәлфетдин улы уҡыта.

1966 йылда мәктәп 8 йыллыҡҡа үҙгәртеп ҡорола. Леспромхоз мәктәп яңы мәктәп бинаһын төҙөтә. Тәүге директоры булып Ишбулатов Мөнир Сибәғәт улы эшләй.

1966 йылда Ғәлиәкбәр мәктәбендә уҡытып йөрөүсе Уразаев Хәмит Сәйетғәле улы күсеп ҡайта һәм үҙ мәктәбендә география фәненән уҡыта башлай. Ауылға клуб, заманса мәктәп һалдырыу өсөн янып йәшәй Хәмит Сәйетғәле улы. Ул үҙ ауылында 18 йыл директор вазифаһын башҡара, ауылдың, райондын абруйлы укытыусыһы булды, һуңынан Мораҙым мәктәбендә лә директор булды.

1994—2001 йылдарҙа яңы мәктәп бинаһы төҙөлә. Мәктәп төҙөүҙә ауыл халҡы ҙур көс һала, 2000—2001 уҡыу йылын уҡыусылар яңы мәктәптә башлайҙар.

Яңы Мөсәт мәктәбе Иҫке Собханғол урта мәктәбенең филиалы итеп үҙгәртелә. Тулыраҡ:[2]

Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәп тураһында матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]