Яңы Тормош (Дәүләкән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Яңы Тормош
рус. Янги-Турмуш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Сельсовет

Алға (Алға ауыл советы, Дәүләкән районы)

Координаталар

54°17′38″ с. ш. 54°35′24″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1928

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1932

Халҡы

9[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453417

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 804 005

ОКТМО коды

80 622 404 141

Яңы Тормош (Рәсәй)
Яңы Тормош
Яңы Тормош
Яңы Тормош (Дәүләкән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Тормош

Яңы Тормош (рус. Янги-Турмуш) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 9 кеше[2]. Алға ауыл Советы биләмәһенә инә. Почта индексы — 453417, ОКАТО коды — 80222804005.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 9 6 3 66,7 33,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға 1928 йылда күрше Буранғол ауылынан күсеп ултырған башҡорттар нигеҙ һала. 2005 йылға тиклем ҡасаба, унан һуң ауыл статусында йөрөй. Асылыкүлдең көньяҡ-көнбайыш ярында урынлашҡан, төньяҡ-көнбайышта район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юлына 38 саҡрым, ауыл биләмәһе үҙәге Алғанан — 4 км алыҫлыҡта. 2010 йылда 9 кеше йәшәгән, башҡорттар 87 % тәшкил итә.Халыҡ һаны :1932 йылда 65 кеше, 1939 йылда 21 кеше, 1959 йылда 81 кеше, 1989 йылда 12 кеше, 1999 йылда 10 кеше, 2002 йылда 8 кеше, 2009 йылда 11 кеше. 1928 йылдан 1960 йылға тиклем Дәүләкән улусы, 1930 йылдан Дәүләкән районы составында. Ауыл халҡы 30-сы йылдарҙа Ҡоръятмаҫ колхозының балыҡ тотоу артелендә, артабан «Алға», «Россия», «Дружба» колхоздарында эшләй. 1960 йылда Дәүләкән район башҡарма комитеты тарафынан ауыл перспективаһыҙ тигән ҡарар сығарыла, шундай уҡ ҡарар 1979 йылда ҡабатлана. Ауыл йәшәүен 1990 йылға туҡтатырға тейеш була. 1963 йылда ауыл эргәһендә Дәүләкән һунарсылыҡ йәмғиәте 20 урынлыҡ балыҡ тотоу базаһы төҙөй. 1969 йылда ауылға электр уты үткәрелә. Ауылда йәшәгән кешеләр исемлеге:Әхмәровтар, Вәхитовтар, Иҫәнғоловалар, Ҡасимовтар, Леонтьевтар, Насретдиновалар, Усмановтар.[3][4]

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл аҡһаҡалы Ҡасимов Солтан Ҡасим улынан (1898 йылғы) яҙып алынған. «Дәүләкән ынйылары» китабына индерелгән[4].

  • Шәрифҡул
  • Ильяс ҡулы
  • Ҡар ҡулы
  • Сығыр ҡулы
  • Иманғол ҡулы
  • Мейесташ
  • Гөлбикә шишмәһе (Алға)
  • Ҡаҙанаш

Урамдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исемдәре[5]:

  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Юрмый буйы» әҫәрен 1967 йылда Ҡасимов Солтан Ҡасим улынан (1896 йылғы) М. М. Сәғитов яҙып алған. «Башҡорт халыҡ ижады» Бәйеттәр һәм Ә.Сөләймәновтың «Аҡмулланы биргән мең ҡәүеме» I томға ингән.[6]
  • «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосының 17-се вариантын 1967 йылда Ҡасимов Солтан Ҡасим улынан яҙып алынған. Дим һөйләше һаҡлап яҙылған, шиғыр менән аралаш прозанан тора. Әҫәрҙең аҙағында Солтан Ҡасимов Асылыкүл тирәләп ултырған Бурағол, Сапай, Ҡыҙрас ауылдарының ҡаратабын ырыуына ҡарағанлығы һәм уларҙың Верхне-Уральск өйәҙе Абзан ауылынан (хәҙер Силәбе өлкәһе) күсеп килгәнлеге хаҡында мәғлүмәт бирә[7].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фоторәсемдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 346—347 б.б..
  4. 4,0 4,1 «Дәүләкән ынйылары» 92-93-сө б.б.
  5. «Налог Белешмәһе статистикаһы» Яңы Тормош (Дәүләкән районы
  6. Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме фольклоры» I том. — Өфө: «Аэрокосмос и ноосфера», 2006 й. — С. 79-се б..
  7. Коллектив автор: Әхнәф Харисов, Ким Әхмәтйәнов һ.б. «Башҡорт халыҡ ижады» Эпостар. — Өфө: «Китап», 1972 й. — С. 197-228-се б.б..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]